Ҡырмыҫҡалар (лат. Formicidae) — бөжәктәр ғаиләһе, яры ҡанатлылар, күсле бөжәктәр, 3 касталары бар: инә, ата һәм эшсе ҡырмыҫҡалар. Инә, ата ҡырмыҫҡалар — ҡанатлы, эшселәре — ҡанатһыҙ. Мыйыҡтары бөгөлсән, инә һәм эшеселәрҙең мыйығы 11-12 быуынтыҡлы, аталарҙыҡы 12—13-[1], ҡайһы берҙәренең 4, 6 йәки 10 быуынтыҡлы. Мыйығының төп быуынтығы (скапус) ғәҙәттә башҡаларынан оҙонораҡ була. (Мирмицин, понеринһәм башҡа ҡайһы бер ҡырмыҫҡалаҙың ярайһы үҫешкән ҡаяуы бар. Сүп-сарҙан оя өйөп, күс булып йәшәгән ер бөжәге[2]
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡырмыҫҡалар |
Ут ҡыҙыл ҡырмыҫҡа |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Юғары класс: | Алты аяҡлылар | Подкласс: | Асыҡ яңаҡ һөйәклеләр | Инфракласс: | Ҡанатлы бөжәктәр | Суб отряд: | Әүермән бөжәктәр | Подотряд: | Һабаҡ ҡорһаҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Formicidae Latreille, 1802
|
Синонимдар |
---|
Formicariae
|
Номенклатура тибы |
---|
|
Подсемейства |
---|
- Aenictinae
- Aenictogitoninae
- Agroecomyrmecinae
- Amblyoponinae
- Aneuretinae
- †Armaniinae
- †Brownimeciinae
- Cerapachyinae
- Dolichoderinae — Долиходерины
- Dorylinae
- Ecitoninae
- Ectatomminae
- Formicinae — Формицины
- †Formiciinae
- Heteroponerinae
- Leptanillinae
- Leptanilloidinae
- Martialinae
- Myrmeciinae — Муравьи-бульдоги
- Myrmicinae — Мирмицины
- †Paleosminthurinae
- Paraponerinae
- Ponerinae — Понерины
- Proceratiinae
- Pseudomyrmecinae — Псевдомирмицины
- †Sphecomyrminae
|
|
Геохронология
|
млн. лет |
Период |
Эра |
Эон |
2,588 |
Чет-ный |
|
|
Ка |
Ф а н е р о з о й |
23,03 |
Неоген |
65,5 |
Палеоген |
145,5 |
Мел |
М е з о з о й |
199,6 |
Юра |
251 |
Триас |
299 |
Пермь |
П а л е о з о й |
359,2 |
Карбон |
416 |
Девон |
443,7 |
Силур |
488,3 |
Ордовик |
542 |
Кембрий |
4570 |
Докембрий |
◄ Наше время
◄ Мел-палеогеновое вымирание
◄ Триасовое вымирание
◄ Массовое пермское вымирание
◄ Девонское вымирание
◄ Ордовик-силурское вымирание
◄ Кембрийский взрыв
|
---|
|
Ябырға
Ҡырмыҫҡалар күс менән тупраҡҡа, ағас араһына, таш аҫтына һ.б. ерҙәргә оя ҡороп йәшәй. Ҡайһы берҙәре үҫемлек ҡалдыҡтарынан күс ояһы ҡора. Араларында әрәмтамаҡ төрҙәр ҙә бар, улар башҡа ояларға баҫып инә, "ҡол биләүсе"ләр ояларында башҡа төр ҡырмыҫҡаларҙы ҡол итеп тота. Ҡайһы берҙәре кеше йәшәгән йорттарға ла оялай. Бәғзеләре зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләүҙә ярҙамсы булһа, башҡалары үҙҙәре ҡоротҡос булып тора.
Ғәҙәттә үҫемлек һуты менән ,үлән бете кеүектәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы һурып туҡланалар. Орлоҡ (ураҡсы ҡырмыҫҡалар), бәшмәк ашаған (япраҡ ҡырҡҡыс ҡырмыҫҡалар) төрҙәре бар
Антарктиданан һәм бик йыраҡта урынлашҡан утрауҙарҙан башҡа һәр ерҙә йәшәйҙәр. Ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙың биомассаһының 10—25 % тәшкил итәләр. Улар күс менән йәшәүҙәре, күсеп йөрөй алыуҙары һәм тәбиғәттәге төрлө ресурстарҙы файҙалана алыуҙары арҡаһында шулай ишле.
Донъяла 12 000 төрө бар, күпселеге тропиктарҙа үрсей.
Элекке СССР илдәрендә 300-ләп төрө осрай[1].
Ҡырмыҫҡаларҙы өйрәнеүсе фән мирмекология тип атала.