Антарктида
ҡитға / From Wikipedia, the free encyclopedia
Антаркти́да (грек. ἀνταρκτικός — Арктиканың ҡапма-ҡаршыһы) — Ер шарының иң көньяғында урынлашҡан ҡитға (континент). Антарктиданың үҙәге Көньяҡ географик полюс менән яҡынса тура килә. Антарктида Һинд, Тымыҡ һәм Атлантик океандар һыуҙары менән йыуыла (ҡайһы бер илдәрҙә был океандарҙың көньяҡ өлөшөн Көньяҡ океан тип иҫәпләйҙәр).
Майҙаны — 4,4 млн кв.км, шуның 1,6 млн км² өлөшөн шельф боҙлоғо тәшкил итә. Антарктида тип шулай уҡ Антарктида ҡитғаһын һәм сиктәш утрауҙарҙы атайҙар. Антарктида рәсми рәүештә 1820 йылдың 28 ғинуарында Беллинсгаузен Фаддей Фаддеевич һәм Михаил Лазарев етәкселегендәге урыҫ экспедицияһы тарафынан асыла. Улар «Восток» һәм «Мирный» елкәнле хәрби кораблдәрҙә 69°21′ ю. ш. 2°14′ з. д.HGЯO нөктәһенә, хәҙерге Беллинсгаузен шельф боҙлоғона яҡынлаша.
Элек көньяҡ материктың булыуы фаразға нигеҙләнеп кенә раҫланған. Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев экспедицияһы көньяҡтағы боҙлоҡто урап сығып, алтынсы ҡитға булыуын иҫбатлай.
Антарктида — ғәжәп тәбиғәтле берҙән-бер материк. Поляр тикшереүселәр уны йәнһеҙ, аҡ боҙло материк тип исем биргән. Ҡышын поляр төндәр, ә йәйен поляр көндәр була. Ҡояш сығыу һәм батыу күренешен йыллына бер генә тапкыр күҙәтеп була. Антарктидала Ерҙәге сөсө һыуҙың 80%-ы тупланған.