Көмөш быуат рус шағирәһе, прозаик, тәржемәсе From Wikipedia, the free encyclopedia
Мари́на Ива́новна Цвета́ева (26 сентябрь (8 октябрь) 1892 йыл[10], Мәскәү — 1941 йыл, 31 август, Алабуға) — Көмөш быуат[11][12] рус шағирәһе, прозаик, тәржемәсе.
Марина Цветаева 1892 йылдың 26 сентябре (8 октябре)[10] Мәскәүҙә тыуа. Сама Цветаева үҙе тыуған көнөн 9 октябрҙә, апостол Иоанн Богословты православие календары буйынса иҫкә алған көндә билдәләгән[К 1][13][14][15].
Уның атаһы, Цветаев Иван Владимирович — Мәскәү университеты профессоры, билдәле филолог һәм сәнғәт белгесе — артабан стал в дальнейшем директором Румянцев музейы директоры һәм А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейына нигеҙ һалыусы. Әсәһе, Цветаева (Мейн) Мария Александровна (сығышы буйынса — руслашҡан поляк-немец ғаиләһенән), пианистка, Николай Григорьевич Рубинштейндың уҡыусыһы була. М. И. Цветаеваның әсәһе яғынан өләсәһе — полька Мария Лукинична Бернацкая. Маринаның һеңлеһе Анастасия, бер ҡандан — туғандары Андрей һәм Валерия.
Цветаева 6 йәшенән рус телендә генә түгел, француз һәм немец телдәрендә шиғырҙар ижад итә башлай. Ҡыҙын музыкант итеп күрергә теләүсе әсәһе ҡыҙының характеры формалашыуҙа ҙур оль уйнай. 1899—1902 йй. Цветаева В. Ю. Зограф-Плаксинаның Һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ Музыкаль Общедоступном училищеһһының фортепиано класында уҡый. Атаһынан Цветаеваға антик мифологияға һөйөү бирелә[16].
1901—1902 йй. Дүртенсе ҡыҙҙар гимназияһында уҡый. 1902 й. М. А. Цветаевала туберкулёз сире табыла һәм ғаиләһе менән Итальян Ривьераһына китә, Генуя янында Нервиҙа йәшәй. 1903—1904 йй. Лозаннала апалы-һеңлеле Лаказдарҙың француз пансионында, 1904—1905 йй. — Фрайбург-им-Брайсгауҙа апалы-һеңлеле Бринкмандар пансионында уҡый.
1905 й. йәй аҙағында Цветаевтар Рәсәйгә ҡайта. Марина әсәһе һәм һеңлеһе Анастасия менән Ялтала йәшәй, гимназияға әҙерләнә. 1906 й. И. В. Цветаев уларҙы Тарусаға күсерә, 5 июлдә әсәһе, М. А. Цветаева, вафат була.
1906 й. сентябрендә Цветаева В. П. фон Дервиз исемендәге ҡыҙҙар гимназияһына 4 класҡа бара, әммә ярты йыл үткәс, ирекле фекер йөрөткәне һәм дорфалығы өсөн уҡыуҙан сығарыла. А. С. Алфёрова гимназияһында ла оҙаҡҡа сыҙамай. 1908 й. сентябрендә М. Т. Брюхоненконың шәхси ҡыҙҙар гимназияһына 6 класҡа (хәҙер — 2123-сө Мигель Эрнандес исемедәге мәктәп) килә[17], һәм уны ике йылдан тамамлай.
1909 й. йәйендә Цветаева сит илгә үҙ аллы сыға. Парижда Француз әҙәбиәте буйынса йәйге университет курсына яҙыла.
1909 й. көҙөндә Цветаева мәскәү символистарының «Мусагет» нәшриәте эргәһендә эшләгән лекцияларына һәм клуб йыйылыштарына, бер йылдан — «Молодой Мусагет» түңәрәге йыйылышына йөрөй, һәм уның әҙәбиәт буйынса таныштары исемлеге киңәйә.
1910 й. сентябре — октябрендә Цветаева нәшриәтсе Анатолий Иванович Мамонтовтың типография Товариществоһында үҙ аҡсаһына мәктәп осоро ижадынан торған «Вечерний альбом» тигән беренсе шиғри йыйынтығын баҫтырып сығара. Йыйынтыҡ «көндәлек» йүнәлешле була һәм Мария Константиновна Башкирцеваға бағышлана. Уның ижады атаҡлы шағирҙарҙың: Валерий Яковлевич Брюсовтың, Максимилиан Александрович Волошиндың һәм Николай Степанович Гумилёвтың иғтибарын йәлеп итә. Зимой 1910/1911 йй. ҡышында Цветаева үҙенең «Волшебство в стихах Брюсова» тигән тәүге тәнҡит мәҡәләһен яҙа.
1910 йылдың аҙағында Мәскәүҙә Цветаева шағир һәм әҙәби тәнҡитсе Максимилиан Александрович Волошиным менән таныша[18]. Икенсе йылда ул Волошиндың Ҡырымдағы танылған Шағирҙар йортон (хәҙер «Максимилиан Волошин йорт-музейы») барып күрә[18]. Шунда, Коктебель|Коктебелдә, 1911 й. майында Цветаева Сергей Яковлевич Эфрон менән таныша; 1912 й. 29 ғинуарында Ҙур Палашёвский тыҡрығындағы Рождества Христова сиркәүендә никахлашалар. Шул уҡ йылдың сентябрендә Марина менән Сергейҙың Ариадна (Аля) исемле ҡыҙы — Эфрон Ариадна Сергеевна — тыуа. Артабанғы йылдарҙа ла, 1917 йылғы Рәсәй революцияһына тиклем ғаилә йәйен Ҡырымда Волошин дачаһында уҙғара. Һуңғараҡ, эмиграцияла, Цветаева вшул йылдарҙы ғүмеренең иң бәхетле дәүере тип иҫенә алыр булған: «Коктебель 1911 г. — счастливейший год моей жизни, никаким российским заревам не затмить того сияния», «Коктебель да чешские деревни — вот места моей души»[18].
1912 й. февралендә Цветаеваның икесе йыйынтығы — «Волшебный фонарь», 1913 й. мартында өсөнсөһө — «Из двух книг» донъя күрә.
1914 й. октябрендә Цветаева шағирә һәм тәржемәсе София Яковлевна Парнок менән таныша; уларҙың романтик мөнәсәбәттәре 1916 й. тиклем дауам итә[19]. Цветаева Парнокка «Подруга» тигән шиғырҙар циклын бағышлай. Цветаева һәм Парнок 1916 йылда айырыла. Марина ире Сергей Эфронға ҡайта. Парнок менән мөнәсәбәтен Цветаева «тормошоноң тәүге һәләкәте» тип атай.
1916 йылдың йәйендә Цветаева һеңлеһе Анастасия, уның гражданлыҡ ире Маврикий Минц һәм улы Андрей йәшәгән Александров ҡалаһына килә. Александровта Цветаева шиғырҙар циклын («К Ахматовой», «Стихи о Москве» һ. б.) яҙа, ә был осорон һуңғараҡ әҙәбиәтселәр «Марина Цветаеваеың Александров йәйе» тип атай.
1917 й. Цветаеваның ҡыҙы Ирина тыуа, ул 3 йәшендә Кунцево ҡалаһы приютында аслыҡтан үлә. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы йылдары Цветаева өсөн иң ауыр йылдар була. Сергей Эфрон 1918 й. Рәсәйҙең көньяғында Добровольческая армия сафында һуғыша. Цветаева Мәскәүҙә, Борисоглебский тыҡрығында йәшәй, 1918 й. ноябренән Милләттәр эштәре буйынса Халыҡ Комиссариатының (Наркомнац) Мәғлүмәт бүлегендә, 1919 й. апрелендә — Әсирҙәр һәм ҡасаҡтарҙы ҡурсыу Үҙәк коллегияһында (Центрпленбеж), 1920 й. ноябрендә — Мәғариф Халыҡ Комиссариатының Наркомпрос театр бүлегендә хеҙмәт итә. Был йылдарҙа «Лебединый стан» тигән аҡ хәрәкәткә теләктәшлек белдергән шиғырҙар циклы баҫылып сыға. 1918—1920 йй. Цветаева романтик пьесалар, «Егорушка», «Царь-девица», «На красном коне» поэмаларын яҙа.
1921 й. ғинуарынан Цветаева Бөтә Рәсәй шағирҙар союзының әҙәби кисәләренә һәм регулярно посещала ли заседания «Никитинский шәмбеләре» ултырыштарына даими йөрөй, үҙ әҫәрҙәрен уҡый. 1921 й. мартында Цветаеваның кенәз Сергей Михайлович Волконский менән күп йыллыҡ дуҫлығы башлана. Эфрон был ваҡытта Прагала йәшәй, Карлов университеты студенты була. Сит илгә командировкаға барған Илья Григорьевич Эренбург уны күрә һәм Цветаеваның хатын тапшыра. Июль айында Цветаева, шулай уҡ Эренбург аша, 3,5 йыл үткәс, иренән хат ала. Йыл аҙағында ул Рәсәйҙән китергә әҙерләнә башлай: ҡулъяҙмаларын яңынан аҡ ҡағыҙға күсерә, архивын тәртипкә килтерә, әйберҙәрен тарата һәм һата.
1922 й. башында Мәскәүҙә «Вёрсты» тип аталған, уҡыусылары һәм тәнҡитселәр бик яратып ҡаршылаған шиғырҙар йыйынтығы, Берлинда — «На красном коне» поэмаһының тулы редакцияһы менән «Разлука» йыйынтығы донъя күрә.
1922 й. 11 майында Цветаева Мәскәүҙән Ригаға сыға, шунан берлин поезына күсеп ултыра. Берлинда оҙаҡ тормай, Прага ҡалаһы эргәһендә өс йыл йәшәй. Чехияла Константин Болеславович Родзевичҡа бағышланған атаҡлы «Поэма Горы» һәм «Поэма Конца» поэмалары сыға. 1925 йылда, улы Георгий тыуғандан һуң, ғаилә Парижға күсә. Унда Цветаеваға ире Эфрон, йәнәһе, Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты (НКВД) агенты (Лев Давидович Троцкийҙың улы Лев Львович Седовҡа йәшерен ҡаршы тороу заговор ойошторған) тигән ғәйепләү атмосфераһы артыҡ ныҡ тәьҫир итә.
1926 йылдың майында Борис Леонидович Пастернак инициативаһы буйынса Цветаева Швейцарияла йәшәүсе австрия шағиры Райнер Мария Рильке менән хат алыша башлай. Был яҙышыу, Рильке йыл аҙағында вафат булыуы сәбәпле, өҙөлә. Был осорҙа Цветаева «Вёрсты» журналын (Париж, 1926—1928) нәшер итеүҙә ҡатнаша, уның биттәрендә үҙенең әҫәрҙәрен («Поэма горы», «Тезей» драмаһын, Райнер Мария Рильке иҫтәлегенә арналған «С моря» и «Новогоднее» поэмаларын) баҫтыра.
Эмиграциялағы йылдар дауамында Цветаева Борис Леонидович Пастернак менән даими хат алыша[20].
Цветаеваның эмиграцияла яҙған әҫәрҙәренең күбеһе баҫылмай ҡала. 1928 йылда Парижда шағирәнең үҙе иҫән саҡтағы һуңғы йыйынтығы — 1922—1925 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын үҙ эсенә алған «После России» донъя күрә.[21]
1930 йылда «Маяковскому» (Владимир Владимирович Маяковскийҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы Цветаеваны тетрәндерә) шиғри циклы бағышлана.
Эмигрант мөхитендә танылыу алмаған шиғырҙарынан айырмалы, успехом пользовалась её проза, 1930-сы йылдарҙа ижадында төп урын биләгән прозаһы уңыш менән файҙалана («Эмиграция делает меня прозаиком…»). Шул осорҙа «Мой Пушкин» (1937), «Мать и музыка» (1935), «Дом у Старого Пимена» (1934), «Повесть о Сонечке» (1938), Максимилиан Волошин («Живое о живом», 1933), Михаил Алексеевич Кузмин («Нездешний вечер», 1936), Андрей Белый («Пленный дух», 1934) һ. б. тураһында хәтирәләре баҫыла.
1930-сы йылдарҙа Цветаева ғаиләһе хәйерселектә йәшәй. Аҡса менән бер аҙ Саломея Андроникова ярҙам итә.
Беҙҙең фәҡирлекте берәү ҙә күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Минең берҙән-бер килемем — яҙғанымдан. Ирем сирле, эшләй алмай. Ҡыҙым, эшләпәләр нағышлап, һуҡыр тин аҡса эшләй. Минең һигеҙ йәшлек улым бар. Дүртебеҙгә шул аҡсаны еткерер кәрәк. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ яйлап ҡына астан үләбеҙ.
— Марина Цветаева иҫтәлектәренән
Шуға ҡарамаҫтан, СССР-ға ҡайтырға тип ныҡлы ҡарар иткән иренә ҡаршы килә. Ҡыҙҙары Ариадна ла атаһын хуплай. В семье постоянно возникали споры на тему возвращения в Россию. Цветаева элекке Рәсәй ҙә юҡ, ҡайтыр урын да юҡ тип иҫәпләй. Ул бер шиғырында: «Һүтелгән өйгә ҡайтыу мөмкинме һуң?» тип яҙа[22].
1937 й. 15 мартында ғаиләнән тәүге булып Ариадна Мәскәүгә ҡайта[23]. 10 октябрҙә заказ буйынса сәйәси кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән Эфрон Франциянан ҡасып ҡайта[24].
1939 йылда Цветаева ире һәм ҡыҙы артынан СССР-ға әйләнеп ҡайта, Болшевола (Королёв) НКВД дачаһында (хәҙер Болшеволағы М. И. Цветаева исемендәге Мемориал йорт-музей) йәшәй[25]), күршеләре ирле-ҡатынлы Клепининдар (Николай Андреевич Клепинин) була. 27 августа ҡыҙы Ариадна, 10 октябрҙә — Эфрон ҡулға алына. 1941 йылдың октябрендә Сергей Яковлевич Лубянкала (башҡа мәғлүмәт буйынса — Орловский централда) атып үлтерелә[26]; Ариадна, ун биш йылға һуҙылған төрмә һәм һөргөндән һуң, 1955 йылда ғына аҡлана.
Был осорҙа Цветаева бөтөнләй тиерлек шиғыр ижад итмәй, тәржемә менән генә шөғөлләнә.
Цветаева Федерико Гарсиа Лорка шиғырҙары тәржемәһе өҫтөндә эшләгән осорҙа Икенсе донъя һуғышы башлана. Был эш өҙөлөп ҡала. 8 августа Цветаева улы менән пароходта күсеп китә; 18 августа бер нисә яҙыусы менән Кама буйындағы Алабуға ҡаласығына килеп етә. Эвакуацияланған әҙәбиәтселәр йәшәгән Чистополдә Цветаева пропискаға ризалыҡ ала һәм ғариза яҙа: «Литфонд советына. Мине асыласаҡ Литфонд ашханаһына һауыт-һаба йыуыусы сифатында эшкә алыуығыҙҙы үтенәм. 26 август 1941 йыл»[27]. 28 августа ул, Чистополгә күсеү ниәте менән, Алабуғаға ҡайта.
1941 йылдың 31 авгусында үҙенә үҙе ҡул һалып, улы менән йәшәү урыны итеп күрһәтелгән йортта [28], шағирә мәңгелек донъяға күсә (Бродельщиковтарҙың өйөндә аҫылынып үлә). Үлер алдынан өс хат: ерләүселәргә (был хатты һуғараҡ шартлы рәүештә «эвакуацияланғандарға» тип атала), Николай Николаевич Асеевҡа һәм апалы-һеңлеле Синяковаларға һәм улына яҙып ҡалдыра[29]. Оригинал записки "Эвакуацияланғандарға"ның төп нөсхәһе һаҡланмаған (уны, әйберләтә дәлил сифатында милиция алған була, һуңынан юғала), уның тексы шағирәнең улы Георгий Эфронға төҙөргшә рөхсәт ителгән исемлектән билдәле. Улына хат:
Мурлыга! Ғәфү ит мине, әммә артабан тағы ла насарыраҡ булыр ине. Мин ҡаты силемен, был инде мин түгел. Һине аҡылдан яҙып яратам. Аңла, мин артабан йәшәй алмайым. Атайыңа һәм Аляға — әгәр күрһәң, әйт — мин уларҙы һуңғы минутыма тиклем яраттым һәм сығырлыҡ юл тапмағанымды аңлат.
Асеевтарға:
Ҡәҙерле Николай Николаевич! Ҡәҙерле апалы-һеңлеле Синяковтар! үтенеп һорайым, Мурҙы үҙегеҙгә Чистополгә — уллыҡҡа алығыҙ — һәм ул уҡыһын. Мин уның өсөн бер ни ҙә эшләй алмайым инде, бары тик уның һәләк кенә итәм. Минең сумкамда 450 һум аҡса һәм, бәлки, ҡайһы бер әйберҙәремде һатырға тырышһағыҙ. Һандыҡсыҡта бер нисә ҡулъяҙма шиғырҙар китабы һәм прозамдың бер нисә төргәк баҫма күсермәһе. Уларҙы һеҙгә ышанып тапшырам. Минең ҡәҙерле, ләкин сирләшкә Мурымды һаҡлағыҙ. Улығыҙ кеүек итеп яратығыҙ — лайыҡлы. Ә мине — ғәфү итегеҙ. Күтәрә алманым. МЦ. Уны бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Һеҙҙә йәшәһә, иҫ киткес бәхетле булыр инем. Күсеп китһәгеҙ — үҙегеҙ менән алығыҙ. Ташламағыҙ!
«Эвакуацияланғандарға» хат:
Ҡәҙерле иптәштәр! Мурҙы ҡалдырмағыҙ. Үтенеп һорайым, кем уны Чистополгә, Н. Н. Асеевҡа, алып барыр. Пароходтар — ҡурҡыныс, бер үҙен генә ебәрмәгеҙ, үтенәм. Уға багаж тултырырға һәм алып барып еткерергә ярҙам итегеҙ. Чистополдә минең ҡайһы бер әйберҙәремде һата алырһығыҙ, тип өмөтләнәм. Мин Мурҙың йәшәүен һәм уҡыуын теләйем. Минең менән ул әрәм булыр. Асеевтың адресы конвертта. Тере килеш күмеп ҡуймағыҙ! Яҡшылап тикшерегеҙ.
Марина Цветаева 1941 йылдың 2 сентябрендә Алабуға ҡалаһындағы Петропавловский зыяратына ерләнә. Уның ҡәберенең төгәл ере билдәһеҙ. Зыяраттың көньяҡ өлөшөндә, таш диуар эргәһендә, уның күҙгә ташланып бармаған һуңғы төйәгендә 1960 йылда шағирәнең һеңлеһе Цветаева Анастасия Ивановна, «1941 йылғы билдәһеҙ дүрт ҡәбер араһында» тәре «бында Марина Ивановна Цветаева ерләнгән» һәм яҙыу ҡуя[30]. 1970 йылда был урында гранит ҡәбер ташы һалына[31]. Һуңғараҡ, 90 йәшенә еткән Цветаева Анастасия Ивановна ҡәбер ташы апаһының күмелгән урынында тора, бер икеләнеү ҙә кәрәкмәй тип раҫлай торған булған[32]. 2000-се йылдар башынан плитка һәм аҫылынып торған сылбыр менән ситләтелгән гранит ҡәбер ташының урынлашыуы Татарстан Яҙыусылар союзы ҡарары менән «М. И. Цветаеваның рәсми ҡәбере» тип иҫәпләнә. Алабуғала М. И. Цветаеваның Мемориаль комплексы экспозицияһында шулай уҡ Цветаеваның Петропавловский зыяратындағы ике «фаразланған» ҡәбере — «чурбанов» һәм «матвеев» фараздары буйынса мемориаль участкаһы картаһы күрһәтелә. Әҙәбиәтселәр һәм крайҙы өйрәнеүселәр араһында был мәсьәлә буйынса әлегә саҡлы берҙәм раҫлау ҡарашы юҡ[33].
Ҡыҙы Ариаднаның да, улы Георгийҙың да балалары булмағанлыҡтан, Ариадна үлгәндән һуң, Марина Цветаеваның нәҫел дауамы, туранан-тура вариҫтары юҡ.
Эмиграцияла ул «Хлыстовки» хикәйәһендә төп персонажының Тарусала ерләнергә теләүе тураһында яҙған була: «Таруса, Коктебель, һәм чех ауылдары — бына минең күңелем урындары».
Оканың бейек ярында, яратҡан Таруса ҡалаһында, Цветаева теләгенә ярашлы, «Бында Марина Цветаева ятырға теләгән» тип яҙылған таш (таруса доломиты) ҡуйылған. Беренсе таш Семён Островский тырышлығы менән 1962 йылда ҡуйылған була, аҙағыраҡ «бер-бер хәл булмағайы» тип, бер аҙға алына[38], һәм һуңыраҡ тынысыраҡ ваҡыттарҙа тергеҙелә.
Православие үҙенә үҙе ҡул һалғандарға йыназа уҡымай, әммә айырым осраҡта идара итеүсе епископ рөхсәт итеүе мөмкин, һәм 1990 йылда патриарх Алексий II Цветаеваның һәм рухына йыназа уҡырға фатиха бирә. Бындай рөхсәт нигеҙендә бер төркөм динлеләрҙең, шул иҫәптән һеңлеһе Анастасия Цветаеваның һәм диакон Кураев Андрей Вячеславовичтың патриархҡа үтенесе ята.
Марина Цветаеваның мәңгелеккә китеүенә илле йыл тулған көндә мәскәү Никитские ҡапҡалары эргәһендәге Большое Вознесение Господня ҡорамында йыназа уҡыла[39].
Лариса Леонидовна Шестакова билдәләүенсә, Анна Ахматова Марина Цветаеваға арналған шиғырҙарында, Цветаева ижадында, хис-тойғолар һәм мәғәнәһе буйынса, Марина исеменә тап килгән рифма ҡуллана[40]
Марина Цветаева үҙенең ижадында рус теленә ғәҙәти булмаған[41][42] билдә, апостроф ҡулланған:
Д’ну по́ доскам башкой лысой плясать! Д’ну сапо́жки лизать, лоснить, сосать! Д’как брыкнёт его тут Дева-Царь по башке: Дядька — кубарем, в волны — ничком! М. Цветаева. Царь-Девица. Встреча первая. |
В 1992 году стихотворение Марины Цветаевой «Моим стихам», написанное на стене одного из зданий в центре Лейдена (Нидерланды), открыло культурный проект «Wall poems». Любопытно, что последним, 101-м поэтом, чьи стихи сделали в Лейдене памятником, стал Федерико Гарсиа Лорка, чьими переводами Цветаева занималась в последние дни жизни[49].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.