Париж университеты (франц. Université de Paris) — Парижда француз университеты, донъяла иң боронғоларҙың береһе; XII быуат уртаһында нигеҙләнгән; милләт-ара уҡыу йорто булараҡ, бик тиҙ генә Европала абруйға ҡаҙанған. Сена йылғаһының һул ярындағы Латин кварталында Сорбоннаның бинаһы Париж университетының үҙәге булып тора.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...
Париж университеты |
франц. Université de Paris |
Герб |
|
Нигеҙләү датаһы |
1896 |
|
|
Кем хөрмәтенә аталған |
Париж һәм Робер де Сорбон[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы |
Chancellor of the University of Paris[d] |
Дәүләт |
Франция |
Ойошма ағзаһы |
ORCID[d][1] һәм European Open Science Cloud Association[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Париж, Франция |
Алмаштырылған |
Университет Париж 1 Пантеон-Сорбонна[d], Университет Пантеон-Ассас[d], Университет Париж III Новая Сорбонна[d], Университет Париж IV Сорбонна[d], Университет Париж Декарт[d], Пьер һәм Мария Кюри университеты, Университет Париж Дидро[d], Университет Париж VIII[d], Университет Париж-Дофин[d], Университет Западный Париж — Нантер-ля-Дефанс[d], Университет Париж-юг XI[d], Университет Париж XII Валь-де-Марн[d] һәм Университет Париж-север XIII[d] |
Диапазон IPv6 |
2001:660:3018::/48[3] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата |
1 ғинуар 1971 |
Рәсми сайт |
ac-paris.fr |
Присуждает |
почётный доктор Тулузского университета[d] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы |
Категория:Преподаватели Парижского университета[d] |
|
Париж университеты Викимилектә |
Ябырға
Магистрҙарҙың (уҡытыусыларҙың) рухани властарға буйһонған йәмғиәте ярым рухани булараҡ Париж университеты төньяҡ Италияның донъяуи, республикан университеттарынан ныҡ айырылған. Париж университетында төп белем биреүҙә (Studium generale) башлыса руханилыҡтың һәм ирекле сәнғәттәрҙең юғары мәктәбе булып торған, үҙ программаларына юриспруденцияны тик ҡануни хоҡуҡ сифатында индергән, ә медицинала беренселекте башҡа studia generalia биргән.
Бөтә Көнбайыш Европаның иң бөйөк мәктәбе булып китеп, үҙ уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында урта быуаттарҙың бөйөк ғалимдарына һәм барлыҡ милләт вәкилдәренә эйә булып (Фома Аквинский, Бөйөк Альберт, Раймунд Луллий, Роджер Бэкон, Иоанн Дунс Скот, Уильям Оккам) — папалыҡ ҡолаған осорҙа ла, бөйөк тарҡалыу дәүерендә лә университет дин һәм аң мәсьәләләрендә иң юғары абруйға ҡаҙанған, һәм Пётр Д’Альи, Леви бен Гершом менән Матье Никола Клеманжи йөҙөндә католик сиркәүе менән етәкселек иткән һәм уны башлыҡтар һәм ағзалар аша үҙгәртеп ҡоророға маташҡан.
1968 йылдың майындағы ваҡиғаларҙан һуң 1970 йылда Париждың 13 бойондороҡһоҙ университеттарға үҙгәртеп ҡоролған.
- des Dix-Huit йәғни de Notre-Dame коллежы, 1180 йылда нигеҙләнгән, 1368 йылда яңынан ойошторолған
- des Bons-Enfants-Saint-Honoré коллежы, 1208
- des Mathurins (ordre de la Sainte-Trinité) коллежы, 1209
- de Saint-Nicolas-du-Louvre коллежы, яҡынса 1217
- des Dominicains йәғни Jacobins (ordre des Dominicains) коллежы, 1229
- de Sainte-Catherine-du-Val-des-Écoliers коллежы, 1229
- des Cordeliers коллежы, 1230
- des Bernardins йәғни Saint-Bernard йәғни de Cîteaux (ordre cistercien) коллежы, 1246
- des Bons-Enfants-Saint-Victor коллежы, 1250
- Сорбонна коллежы, 1253
- de Prémontré йәғни Saint-Anne коллежы, 1255
- des Augustins коллежы, яҡынса 1261
- de Cluny коллежы, 1261
- du Trésorier йәғни Notre-Dame de Rouen коллежы, 1268
- de Danemark йәғни de Dace коллежы, 1275
- des Charités-Saint-Denis коллежы, 1263
- de Calvy (Petite Sorbonne) коллежы, 1274
- d'Harcourt коллежы, 1280
- d’Uppsala йәғни de Suesse коллежы, 1291
- des Cholets коллежы, 1295
- du Cardinal-Lemoine коллежы, 1303
- Наварра йәғни Шампань коллежы, 1304
- Байё коллежы, 1308
- de Laon коллежы, 1314
- de Presles коллежы, 1313
- de Montaigu коллежы, 1314
- de Cornouailles коллежы, 1317
- de Narbonne коллежы, 1317
- de Linköping коллежы, 1317
- du Plessis коллежы, 1322
- de Tréguier коллежы, 1325
- de Marmoutiers коллежы, 1329
- de Bourgogne коллежы, 1330
- d'Arras коллежы, 1332
- des Écossais коллежы, 1333
- de Tours коллежы, 1333
- de Hubant йәғни de l’Ave-Maria коллежы, 1334 (1339)
- des Lombards коллежы, 1334
- de Lisieux коллежы, 1335
- d'Autun коллежы, 1337
- de Chanac Pompadour йәғни de Saint-Michel коллежы, 1338
- de Toul йәғни de Thou коллежы, 1393
- Mignon йәғни de Grammont коллежы, 1343
- de Cambrai йәғни des Trois-Évêques коллежы, 1348
- des Allemands коллежы, яҡынса 1348
- de Tournai коллежы, 1353
- de Boncourt коллежы, 1353
- de Justice коллежы, 1354
- de Boissy коллежы, 1358
- de la Marche-Winville коллежы, 1362
- de Vendôme коллежы, 1367 ?
- de Beauvais йәғни de Dormans, 1370
- de Maitre Gervais йәғни de Notre-Dame-de-Bayeux коллежы, 1370
- de Dainville коллежы, 1380
- de Fortet коллежы, 1394
- de Séez йәғни Sées коллежы, 1427
- de Reims һәм de Rethel коллежы, 1412
- de Coqueret коллежы, 1450
- du Mans коллежы, 1526
- Sainte-Barbe коллежы, 1460
- de Carembert йәғни Karembert йәғни de Léon коллежы, 1325
- de la Merci коллежы, 1515
- Клермон коллежы, 1563, артабан 1682 йылда Бөйөк Людовик коллежы
- des Grassins коллежы, 1569
- des Irlandais коллежы, 1578
- Дүрт Милләт (Мазарини) коллежы, 1661
- d'Aubusson коллежы
- du Dauphiné коллежы, 1538
- de Skara коллежы
- de Saint-Nicolas-du-Chardonnet коллежы, 1632
- des Trente-trois коллежы, 1657
- de Vézelay коллежы
- de Tonnerre коллежы, XV век
- de Donjon коллежы, XV век
- Париж I — Пантеон-Сорбонна университеты
- Париж II — Пантеон-Ассас университеты
- Париж III — Яңы Сорбонна университеты
- Париж IV — Париж-Сорбонна университеты
- Париж V — Париж-Декарт университеты
- Париж VI — Пьер һәм Мария Кюри университеты
- Париж VII — Дидро университеты
- Париж VIII — Венсен — Сен-Дёни университеты
- Париж IX — Париж-Дофин университеты
- Париж X — Нантер-ля-Дефанс университеты
- Париж XI — Көньяҡ Париж университеты
- Париж XII — Париж — Валь-де-Марн университеты
- Париж XIII — Төньяҡ Париж (Сен-Дени — Вильтанёз) университеты