математик һәм геофизик From Wikipedia, the free encyclopedia
Тихонов Андрей Николаевич (17 [30] октябрь 1906, Гжатск (әлеге ваҡытта Гагарин ҡалаһы) Смоленск губернаһы — 7 октябрь 1993, Мәскәү) — совет математигы һәм геофизигы, СССР Фәндәр академияһы, академигы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы. Мәскәү дәүләт университетында хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетын ойоштороусы.
Андрей Николаевич Тихонов 1906 йылдың 17 октябрендә Смоленск губернаһының Гжатск ҡалаһында тыуған. Урыҫ[9]. Ғаилә 4 кешенән торған. Атаһы Николай Васильевич, сауҙа менән шөғөлләнә, әсәһе — Мария Николаевна, өлкән ағаһы — Николай (1905 йылда тыуған). 1910 йылда ғаилә Мәскәүгә күсенә. Революцияға тиклем Тихоновтарҙың балалары гимназияла белем ала, ә Граждандар һуғышы йылдарында ғаилә Украинаға күсеп килә, 1919 йылда ғаилә Мәскәүгә ҡайта.
13 йәшендә Александровский (Белорус-Балтика) тимер юлының агроном хеҙмәтендә конторасы булып эшләй башлай. 1922 йылда киске дөйөм белем биреү курстарында эшселәр факультеты программаһы буйынса имтихан тапшыра. Шул ваҡытта ул юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә башлай һәм шул уҡ йылда 16 йәшендә Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә.
1927 йылда МДУ физика-математика факультетының математика бүлеген тамамлай, һуңынан Мәскәү дәүләт университетын янында математиканың ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһына инә һәм университетта уҡытырға ҡала. 1930 йылдан — СССР гидрометеорология хеҙмәте хеҙмәткәре[10].
1933 йылда Мәскәү дәүләт университетында үткән үҙгәртеп ҡороу барышында физика-математика факультеты механика-математика һәм физика факультетына бүленә, ул физика факультетының яңы барлыҡҡа килгән математика кафедраһына йүнәлә. Шул ваҡытта ул Геофизика институтының ғалим вазифаһына теркәлә.
1936 йылда «О функциональных уравнениях типа Вольтерра и их приложениях к уравнениям математической физики» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1935 йылдан Мәскәү дәүләт университеты профессоры вазифаһында эшләй. Физика факультетында математика кафедраһын етәкләй (1938—1971)[10].
1937 йылдан — СССР ФА теоретик геофизика институты хеҙмәткәре (бер аҙҙан — математика геофизикаһы бүлеге мөдире) (әлеге ваҡытта Ер физикаһы Институты), унда 1953 йылға тиклем эшләй
1939дың 29 ғинуарында 33 йәштә «Геофизика, математик физика» һөнәре буйынса математика һәм тәбиғи фәндәр бүлегенә СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булып һайлана.
1953 йылдан МИАН ғәмәли математика бүлегенең (һуңғараҡ СССР ФА Ғәмәли математика институты) директор урынбаҫары булып эшләй.
1946 йылдан 1953 йылға тиклем Мәскәү инженер-физика институтының (МИФИ) юғары математика кафедраһы мөдире була.
1955 йылда «өс йөҙҙөң хатына» ҡул ҡуя. 1960 йылдарҙа МДУ механика-математика факультетының иҫәпләү математикаһы кафедраһы мөдире була
1966 йылдың 1 июлендә «Математика» һөнәре буйынса математика бүлегенә СССР Фәндәр академияһының академигы итеп һайланған һөнәре буйынса математика бүлеге
1970 йылда Мәскәү дәүләт университетында хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетын ойоштороуҙың төп инициаторы була, башланғысҡа Мстислав Келдыш әүҙем ярҙам күрһәтә. Тихонов факультеттың беренсе деканы була һәм ул 1990 йылға тиклем етәкләй. Шулай уҡ яңы факультет барлыҡҡа килгәндән алып МДУ-ның иҫәпләү математикаһы кафедраһын етәкләй, 1981 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының математик физика кафедраһы мөдире була.
1978 йылда, Мстислав Келдыш үлгәндән һуң, СССР ФА ғәмәли математика институты директоры итеп тәғәйенләнә, 1989 йылдан — институттың почетлы директор. «Доклады Академии наук», «Вычислительная математика и математическая физика» журналдарының редколлегия ағзаһы, «Успехов математических наук» редакция советының ағзаһы булып тора.
1973 йылда «Правда» гәзитенә «академик А. Д. Сахаровтың тәртибен хөкөм иткән» ғалимдарҙың хатына ҡул ҡуйыусы академиктарҙың береһе. Хатта Сахаров "Советтар Союзының тышҡы һәм эске сәйәсәтен, дәүләт ҡоролошон яманлап сығыш яһағаны өсөн ғәйепләнә, ә уның хоҡуҡ яҡлаусы эшмәкәрлеген академиктар «совет ғалимының намыҫ һәм кешелек дәрәжәһен яманлау» тип баһалай[11]. Андрей Сахаровты хөкөм итеп 1983 йылда асыҡ хатҡа ҡул ҡуйған дүрт академиктың (Прохоров, Скрябин һәм Дородницын менән бергә), береһе була[12].
1993 йылдың 7 октябрендә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[13].
Студент йылдарындағы тәүге эштәре топология һәм функциональ анализға арналған. 1929 йылда тихонов кубы төшөнсәһен индерә. Автор киң ҡулланылған «Тихонов регуляризацияһы» исемен алған ысул авторы.
Математик физика өлкәһендә, теоретик геофизика, физик-химик процесстарын моделләштереүҙә фундаменталь һөҙөмтәләр ала. Йылылыҡ үткәреүсәнлеге тигеҙләмәһе өсөн берҙән-берлеге теоремаларын раҫлай, Вольтерра тибындагы функциональ тигеҙләмәләрҙе тикшерә (1938).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ағыулы газдарға ҡаршы һаҡланыу менән бәйле тикшеренеүҙәр алып бара: противогаздың математик моделен әҙерләй, газ болото хәрәкәтен иҫәпләү менән шөғөлләнә.[14]
1948 йылда хөкүмәт ҡарары буйынса, атом бомбаһының шартлау процесын иҫәпләү өсөн иҫәпләү лабораторияһын ойоштора. Ер ҡабығының эске төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн электромагнит ҡырҙарын ҡулланыу теорияһы һәм методикаһы (магнитотеллурик зондлау теорияһы, 1950) буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе башҡара. Был тикшеренеүҙәр файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була, атап әйткәндә, улар илдәге яңы нефть запастарын табыуға булышлыҡ итә. Асимптотик анализда зур юнәлешкә — кесе параметрлы дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһына нигеҙ һалыусы булып тора
Тихонов етәкселегендә төҙөлгән алгоритмдарҙың күп ғәмәли мәсьәләләре хәл ителә. 1956—1963 йылдарҙа Александр Самарский менән берлектәр төрлө схемалар теорияһы үҫешә. Файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү мәсьәләһе өҫтөндә эшләү концепцияһы сиктәрендә кире һәм корректлы булмаған бурыстар концепцияһын, регуляризациялау ысулдарын эшләй, шуның менән иң эре фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы булараҡ донъяла танылыу ала.
500-ҙән ашыу баҫмалар авторы һәм авторҙашы (мәҡәлә, дәреслек һәм монография). Улар араһында:
Мәскәү дәүләт университетының хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетында бинаһына мемориаль таҡтаташы ҡуйылған. Новодевичье зыяратында һәйкәл ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.