Сербия
Көньяҡ Европалағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сербия, Сербия Республикаһы (сер. Репу̀блика Ср̀бија) Европаның көньяҡ-көнсығышындағы, Балҡан ярымутрауының үҙәк өлөшөндәге һәм өлөшләтә Паннон уйһыулығындағы дәүләт[8]. 2000 йылдан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы.
| |||||
Девиз: «Само слога Србина спасава (Сербтарҙы тик берҙәмлек ҡортҡарыр)» | |||||
Гимн: «Боже правде» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 13 июль 1878 (Ғосман империяһынан) 5 июнь 2006 (Сербия һәм Черногориянан) | ||||
Рәсми тел | Серб | ||||
Баш ҡала | Белград | ||||
Эре ҡалалар | Белград, Нови-Сад, Ниш, Приштина[1], Крагуевац | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр Скупщина Рәйесе | Томислав Николич | ||||
Территория • Бөтәһе | 111 88 407[2] км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Перепись (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | ▼7,041,599[3][4] чел. (98) ▲7 186 862[5] чел. 80 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2015) • Бер кешегә |
▲ 97,27 млрд.[6] долл. (78) ▲13,944[6] долл. | ||||
ИЧР (2014) | ▲ 0,771[7] (юғары) (66 урын) | ||||
Этнохороним | серб, сербка, сербтар | ||||
Валюта | Серб динары (RSD, код 941) | ||||
Интернет-домен | .rs, .срб | ||||
Код ISO | RS | ||||
МОК коды | SRB | ||||
Телефон коды | +381 | ||||
Сәғәт бүлкәте | CET (UTC+1, йәйге ваҡыт UTC+2) |
Сербия конституцияһына ярашлы, уның составына ике автономлы өлкә инә: Воеводина һәм Косово менән Метохия[9]. 1999 йылдан Косово 1244 Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советы резолюцияһына ярашлы БМО протектораты аҫтында була, ул Сербия власы тарафынан контролгә алынмаған. Албанлылар күпселекте тәшкил иткән ваҡытлыса үҙидаралыҡ институттары 17 февралдә 2008 йыл Сербияла бер тауыштан крайҙың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Быны БМО-ың 108 дәүләт-ағзаһы таный.[10]. Сербия Косово республикаһының де-юре суверенитетын таныуҙан баш тарта, әммә 2013 йылдың 19 апрелендә Косово Брюссель мәнәсәбәттәрен нормалаштырыу килешеүенә ҡул ҡуйып һәм уны 22 апрелдә ратификациялап, Косованың бойондороҡһоҙлоғон де-факто таный.
Төньяҡта Сербия Венгрия, төньяҡ-көнсығышта — Румыния, көнсығышта — Болгария, көньяҡта — Македония, көньяҡ-көнсығышта Албания Черногория, көнсығышта — Хорватия һәм Босния һәм Герцеговина менән сиктәш.
Беренсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, Сербия Сербтар, хорваттар, словендар короллеге дәүләтенә нигеҙ һалыусы була. Һуңғараҡ Югославия Короллеге дәүәлтенең бер өлөшө һанала. Икенсе донъя һуғышынан һуң Сербия Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составындағы дәүләт. 1992 йылдан Сербия һәм Черногория Югославия Союз Республикаһы һәм Сербия һәм Черногория Дәүләт Союзы федерациялары составындағы дәүләт була. 2006 йылда Сербия һәм Черногория Дәүләт союзы тарҡала, Сербия менән Черногория айырым, тулы хоҡуҡлы дәүләткә әйләнә.