Беренсе донъя һуғышы
Европала барлыҡҡа килгән глобаль һуғыш, 1914—1918 / From Wikipedia, the free encyclopedia
Беренсе донъя һуғышы — 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам иткән глобаль һуғыш. 1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланыуына тиклем ул «Донъя һуғышы» йәки «Бөйөк һуғыш» исеме менән йөрөтөлгән, башҡорт әҙәбиәтендә башлыса «Герман һуғышы» исеме аҫтында телгә алына. Был һуғышта донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре бер-береһенә ҡаршы торған ике альянсҡа берләшкән: Берләшкән Короллек, Франция һәм Рәсәй империяһынан торған Антанта һәм Германия, Австро-Венгрия һәм Италиянан торған Үҙәк дәүләттәр берлектәре барлыҡҡа килгән. Был альянстарға һуғышҡа һуңыраҡ ҡушылған дәүләттәр ҙә кергән: Антантаны Италия, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк дәүләттәрҙе иһә Ғосман империяһы һәм Өсөнсө Болгар Батшалығы тулыландырған. Шулай итеп, донъя тарихындағы иң оло һуғыштарҙың береһенә 70 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Беренсе донъя һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Европа, Африка һәм Яҡын Көнсығыш (Ҡытайҙа һәм Тымыҡ океан утрауҙарында оҙаҡ түгел) | ||
Сәбәбе |
иҡтисади империализм, территориаль һәм иҡтисади дәғүәләр, сауҙа кәртәләре, милитаризм һәм автократия, көстәр балансы, Европа дәүләттәренең үҙ-ара килешеү бурыстары. | ||
Нәтижә |
Антанта еңеүе. Рәсәйҙә Февраль һәм Октябрь инҡилаптары һәм Германияла Ноябрь инҡилабы. Австро-Венгрияның, Ғосман империяһының тарҡалыуы. Европаға Америка капиталы үтеп инә башлауы. | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Беренсе донъя һуғышы Викимилектә | |||