From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Рәсәй тарихы
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
.
Рәсәй республикаһы | |
Байраҡ | Герб[d] |
Нигеҙләү датаһы | 1 (14) сентябрь 1917[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Российская республика |
Рәсми тел | урыҫ теле |
Гимн | Эшсе Марсельеза[d] һәм Гимн свободной России[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа һәм Азия |
Дәүләт | Рәсәй республикаһы |
Административ үҙәк | Санкт-Петербург |
Идара итеү формаһы | парламент республикаһы[d] һәм президент республикаһы[d] |
Хөкүмәт башлығы | Керенский Александр Фёдорович |
Етәксе орган | Ваҡытлы хөкүмәт[d] |
Валюта | рубль[d] һәм керенкалар[d] |
Сиктәш | Япон империяһы[d] |
Алдағы | Рәсәй империяһы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Польша Республикаһы[d], Совет Рәсәйе һәм Закавказская демократическая федеративная республика[d] |
Алмаштырылған | РСФСР, Совет Рәсәйе һәм Рәсәй республикаһы[d] |
Алыштырған | Рәсәй империяһы |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 25 октябрь (7 ноябрь) 1917 |
Майҙан | 22 400 000 км² |
Рәсми дине | донъяуи дәүләт[d] |
Рәсәй республикаһы Викимилектә |
Рәсәй республикаһы — Рәсәй территорияһында 1917 йылдың 1 (14) сентябренән 1917 йылдың 25 октябренә (7 ноябрь) тиклем ғәмәлдә булған дәүләттең исеме. Ойоштороу йыйылышы дәүләт ҡоролошо мәсьәләһен хәл иткәнгә тиклем Ваҡытлы Хөкүмәттең 1917 йылдың 1 (14) сентәбрендәге ҡарары менән иғлан ителә[2] [~ 1].
Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен ҡолатҡандан һуң «Рәсәй республикаһы» исеме тәүге осорҙа совет власы тарафынан рәсми исем сифатында файҙалана, артабан яңы төҙөлгән республикаға яңы атама бирәләр — РСФСР[~ 2].
Рәсәй республикаһының дәүләт структураһы дәүләт власының ваҡытлыса органдарынан тора.
Бынан тыш, Ваҡытлы Хөкүмәт бер нисә комиссия ойоштора, комиссияларҙа Рәсәйҙең буласаҡ дәүләт ҡоролошо проекттары ҡарала, шул иҫәптән, яңы төп закондар (конституциялар). Рәсәй империяһының бөтә учреждениелары ла ғәмәлдә ҡала, мәҫәлән, һуңынан большевиктар 1-се һанлы Суд тураһындағы Декретҡа ярашлы тарҡатҡан Хөкүмәт Сенаты ла.
1917 йылдың ғинуар айында Петроградта бер нисә сәйәси стачка үтә: 9 ғинуар (200 мең кеше), 14 (27) февраль, 17 февраль (2 март). Был стачкалар ябай завод митингыларынан асыҡ сәйәси көрәшкә күсеүҙең башы була.
23 февралдә (8 мартта) Петроградта «Долой һуғышты», «Долой самодержавиены» лозунгылары аҫтында митингылар һәм забастовклар башлана, тиҙ арала улар массауи сыуалыштарға килтерә, барыһы 90 мең кеше баш күтәрә. Тора-бара стачкалар һәм сәйәси сығыштар Рәсәй монархы власына ҡаршы дөйөм сәйәси демонстрацияға әүрелә башлай.
24—25 февралдә 240 кешене йәлеп иткән дөйөм забастовка башлана. Петроград ҡамауҙа тип иғлан ителә, Николай II указына ярашлы Дәүләт думаһының ултырыштары тыйыла. Ҡалаға ғәскәрҙәр индерелә, әммә һалдаттар эшселәрҙе утҡа тотоуҙан баш тарта.
1917 йылдың 26 февралендә (11 мартында) демонстранттар колонналары ҡала үҙәгенә юллана. Полиция менән бер нисә бәрелеш булып ала, кискә табан полиция ҡала үҙәгенән демонстранттарҙы ҡыҫырыҡлап сығара.
27 февралдә (12 мартта) дөйөм забастовка ҡораллы ихтилалға әүерелә, Петроградтағы артиллерия складынан эшселәр 40 мең винтовка һәм 30 мең револьвер ала. 27 февралдә иртә менән 600 кешенән торған Волынск полкы запас батальонының әҙерлек командаһы баш күтәрә. Команда начальнигы үлтерелә. Волынск полкына Литва һәм Преображенск полктары ҡушыла.
Дөйөм забастовка ҡораллы ихтилалға әүерелә, ғәскәрҙәрҙең баш күтәреүселәр яғына күсеүе башлана, тиҙҙән уларҙың һаны 66 700 кешегә етә, улар ҡаланың иң мөһим пункттарын, хөкүмәт биналарын баҫып алалар, министрҙарҙы ҡулға алалар. Дума алдында ике юл була: ихтилалға ҡушылырға һәм хәрәкәткә етәкселек итергә тырышыу йәки батшалыҡ менән бергә һәләк булыу. Октябрист М. Родзянко рәйеслегендәге Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитеты 28 февралгә ҡараған төндө яңы хөкүмәт ойошторолоуы тураһында иғлан итә.
Бер үк ваҡытта Таврия һарайында Н. С. Чхеидзе һәм А. Ф. Керенский етәкселегендә Петроград советы төҙөлә.
2 (15) мартта Николай II үҙенең һәм улы исеменән Михаил Александровичтың файҙаһына тәхеттән баш тарта, әммә Михаил, бер ниндәй реаль көсө булмауы сәбәпле, власты ҡулға алырға баҙнат итмәй һәм бөтә власты, Ойоштороу йыйылышын саҡырыуға тиклем, Ваҡытлы хөкүмәткә тапшыра. Ойоштороу йыйылышы идара итеү формаһы мәсьәләһен хәл итергә тейеш була, шул уҡ ваҡытта монархияны кире ҡайтарыу мөмкинлеге лә күҙ уңынан ысҡындырылмайь[6]. Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитеты кенәз Львов етәкселегендә Ваҡытлы хөкүмәт төҙөй, уны социалист Керенский алмаштыра. Ваҡытлы хөкүмәт Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар үткәрелеүе тураһында иғлан итә.
Унан алдараҡ Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары Советы һайлана. 1 (14 мартта) Петроград советы 1-се һанлы фарман сығара — «Армияны демократлаштырыу тураһында». Совет фарман менән Петроград гарнизонын үҙенең сәйәси етәкселегенә буйһондора һәм Дума комитетын армияны үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыуға мөмкинлектән мәхрүм итә. Илдә ике власлылыҡ урынлаша.
Февраль революцияһының тәүге аҙналарында матбуғат эштәре буйынса комитеттар, полиция һәм жандармерия идаралыҡтары бөтөрөлә. Юҡҡа сығарылған вазифалар һәм учреждениелар Ваҡытлы хөкүмәт булдырған комиссарҙар менән алмаштырыла.
3 (16) мартта яңы юстиция министры Керенский Петроград присяжныйҙар советы ағзалары менән осраша һәм уларҙа министрлыҡтың планы менән таныштыра. «Бөтә тулылыҡта йәһүд тиңлеге», ҡатын-ҡыҙҙарға сәйәси хоҡуҡтар бирелеүе иғлан ителә. Артабан элекке вазифалы һәм шәхси кешеләрҙе тикшереү өсөн махсус комиссия булдырыла. Комиссия эше һөҙөмтәләре буйынса, мәҫәлән, ғүмерлек каторгаға генерал В. А. Сухомлинов хөкөм ителә (уны рус армияһының һуғышҡа әҙер булмауында ғәйепләйҙәр). Ҡалған фигуранттарҙың күпселеге азат ителә.
6 (19) мартта Рәсәйҙә сәйәси тотҡондарға амнистия иғлан ителә. Әммә енәйәт өсөн хөкөм ителгәндәр ҙә азат итеүҙе талап итәләр (Петроградта уларҙың бер өлөшө азат ителә лә), ил буйлап төрмәләрҙә бола тулҡыны башлана. 17 (30) мартта Ваҡытлы хөкүмәттең «Дөйөм енәйәтсел эш ҡылған кешеләрҙең хәлен еңеләйтеү тураһында» исемле ҡарары сыға. Уның буйынса ҙур булмаған сроктарға хөкөм ителеүселәр кисекмәҫтән азат ителә, каторгаға хөкөм ителгәндәрҙең срогы ике тапҡырға кәметелә, үлем язаһы 15 каторга менән алыштырыла. 1917 йылдың мартына 104,7 тотҡондан 88 мең кеше азат ителә, шул уҡ ваҡытта улар араһында сәйәси тотҡондар 5,7 мең кеше генә тәшкил итә. Амнистия һөҙөмтәһендә енәйәтселек көсәйә, ашығыс рәүештә элекке профессиональ полиция урынына булдырылған милиция енәйәтселеккә ҡаршы тора алмай. Мәҫәлән, Мәскәүҙә 1917 йылдың яҙында 20 меңдән ашыу енәйәт теркәлгән. ә шул уҡ ваҡытта 1916 йылдыа — 3,7 меңдән артмаған[7]
25 мартта Ваҡытлы хөкүмәт икмәкте (икмәк монополияһын) дәүләт ҡарамағына тапшырыу тураһында Закон сығара. Барлыҡ иген дәүләт хаҡы менән тапшырыла һәм тик дәүләттең аҙыҡ-түлек органдары тарафынан ғына тартып алына ала (продразверстка).
1917 йылдың 18 апрелендә (1 май) Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәй союздаштарына сит ил эштәре министры П. Милюков ҡул ҡуйған нота ебәрә, әлеге нота Рәсәйҙең сепарат солохо килешеүе төҙөүе буйынса ялған хәбәрҙәрҙе юҡҡа сығара һәм «бөтә халыҡтың донъя һуғышын аҙағына тиклем алып барырға теләүе» тураһында яҙыла. 20 апрелдә, нота баҫылып сыҡҡан көндө, Ваҡытлы хөкүмәт урынлашҡан бина янына бер нисә хәрби подразделение «Долой Милюковты!», «Милюковты отставкаға» плакаттары менән килә.
20 һәм 21 апрелдә Ваҡытлы хөкүмәт яҡлылары демонстрацияға «Милюковҡа — ышаныс», «Ваҡытлы хөкүмәт йәшәһен!» плакаттары менән килә. 21 апрелдә уларға ҡаршы «Долой һуғышты!», «Долой Ваҡытлы хөкүмәтте!», «Бөтә власть — Советтарға!» лозунгылары менән ҡораллы эшселәр демонстрацияһы ойошторола. Ҡаршы тороусы эшселәр Ваҡытлы хөкүмәтте яҡлаусыларға һөжүм итәләр, һәләк булғандар һәм яраланғандар була.
1917 йылдың 29 апрелендә (12 майында) хәрби министр А. Гучков отставкаға китә, 2 майҙа отставкаға Милюков та китә. Ваҡытлы хөкүмәттең беренсе хөкүмәт кризисы 1917 йылдың 5 майында эсерҙар һәм меньшевиктар ҡатнашлығында коалиция хөкүмәтен ойоштороу менән тамамлана, коалицияның башлығы булып Г. Львов ҡала.
1917 йылдың май айында украин Үҙәк Радаһы Ваҡытлы хөкүмәттән Украинаға киң автономия биреүҙе һәм украин хәрби частар булдырыуҙы талап итә. Хөкүмәт региондарҙа өҫтөнән контролен юғалта бара. Урындағы Советтарҙың башҡарма комитеттары үҙ белдеге менән һалымдар индерә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте үҙ ерҙәренән алып сығыуҙы тыя. 17 майҙа Кронштадт эшсе һәм һалдат депутаттары Советы Кронштадтағы Ваҡытлы хөкүмәт вәкилдәрен үҙ вәкилдәренә алмаштырыу, ә Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе Петроград советы аша яйлау тураһында ҡарар сығара.
1917 йылдың май айында Ваҡытлы хөкүмәт аҙыҡ-түлек министрлығын ойоштора, уны 1917 йылдың 5 (18) майынан 25 сентябренә (8 октябрь) тиклем публицист А. В. Пешехонов етәкләй. Ул икмәк монополияһын тормошҡа ашырырға тырыша, әммә артыҡ ҙур һөҙөмтәләргә ирешмәй.
Армияла хәрби дисциплина аҫҡай. Частар бойороҡтарҙы үтәүҙән баш тарта. Оҡшамаған командирҙарҙы ҡыуалар. Дошман менән туғанлашыу башлана. Яңы хәрби министр А. Ф. Керенский хәрби частарҙы йөрөп сыға һәм һалдаттарҙы үҙ бурысын үтәүгә өндәй.
1917 йылдың 3 (16) июнендә Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы асыла. Большевиктарҙың бөтә власты Советтарға тапшырыу тәҡдименә ҡарамаҫтан, Съезд Ваҡытлы хөкүмәтте һәм һуғышты еңеүгә тиклем алып барыуҙы яҡлаған резолюцияны ҡабул итә.
1917 йылдың 7 (20) июнендә Ваҡытлы хөкүмәт Петроград ситендәге элекке батша министры Дурново дачаһынан анархистарҙы ҡыуып сығарырға була. Әлеге дачала шулай уҡ Выборг районының эшселәр клубы һәм профсоюз учреждениелары урынлашҡан була. Яуап итеп 8 (21) июндә Петроград заводтарының 29 эшсеһе баш күтәрә. РСДРП(б)-ның Үҙәк һәм Петроград комитеттары шул уҡ көндө 10 (23) июнь көнөнә эшселәр һәм һалдаттарҙың тыныс демонстрацияһын иғлан итәләр. Әммә Советтар Съезы был демонстрацияны рөхсәт итмәй.
1917 йылдың 14 (27) июнендә Советтар Съезы 18 июндә (1 июль) Ваҡытлы хөкүмәтте яҡлау демонстрацияһын үткәреү буйынса ҡарар сығара, әммә 500 кеше йыйған демонстрацияла большевиктар яҡлылары «Бөтә власть — Советтарға!», «Долой 10 министр-капиталист!», «Икмәк, тыныслыҡ, азатлыҡ!» лозунгтары күтәреп сығалар. Ошо уҡ дозунгылар аҫтында демонстрациялар Мәскәү, Минск, Иваново-Вознесенск, Тверь, Түбәнге Новгород, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙа үтә.
18 июндә анархистар демонстранттарҙы хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алынғандар ултырған төрмәгә алып киләләр. Уларҙың талабы буйынса ете кеше азат ителә, уларҙы Дурново дачаһына илтәләр. 19 июндә (2 июль) хөкүмәт ғәскәрҙәре дачаны баҫып алып, 60 кешене ҡулға ала. Ҡулға алынғандар араһында Кронштадт матросы Железняк та була, Кронштад «республикаһы» юстиция министрынан ҡулға алынғандарҙы иреккә сығарыуын талап итә.
1917 йылдың башынан алып апрель аҙағына тиклем Рәсәй армияһының ҙур һөжүме планлаштырыла. Әммә ғәскәрҙәрҙең тарҡалыуы һөжүмде ваҡытында үткәрергә форсат бирмәй. Һөжүм июль аҙағына ҡалдырыла. Фронт командующийҙары менән һөйләшкәндән һуң Юғары Баш командующий М. В. Алексеев 1917 йылдың 30 мартында (12 апрель) 2647-сы һанды директиваға ҡул ҡуя. 22 майҙа (4 июнь) хәрби һәм диңгеҙ министры Керенский талабына ярашлы Ваҡытлы хөкүмәт генерал Алексеевты вазифаһынан бушата, уның урынына генерал Брусилов тәғәйенләнә. Һөжүм Злочев һәм Бржезаны райондарынан Львовҡа табан 16 (29) июндә башлана. Тәүге ике көн уңышлы үтә, әммә артабан һөжүм туҡтала, сөнки ғәскәрҙәр бойороҡтарҙы үтәргә теләмәй. Һөҙөмтәлә, тере көстә һәм техникала өҫтөнлөк булыуына ҡарамаҫтан, һөжүм 20 июндә тулыһынса туҡтатыла.
2 июлдә Ваҡытлы хөкүмәт Украинала край эштәре менән идара итеү өсөн секретариат булдыра, уның составы хөкүмәт һәм Украина араһында хәл ителергә тейеш була. Шулай уҡ айырым хәрби частарҙы украиндар менән генә комплектлау вәғәҙә ителә. Был ҡарар менән Ваҡытлы хөкүмәт ағзалары булған кадеттар — А. И. Шингарев, Д. И. Шаховской, А. А. Мануйлов һәм В. А. Степанов — ҡырҡа риза булмайҙар һәм отставкаға китәләр.
3 июлдә Петроград урамдарында пулемёттар менән ҡоралланған автомобилдәр барлыҡҡа килә. Завод эшселәре баш күтәрә. Әлеге көндөң кисендә Петроград Советы кәңәшмә үткәргән Таврия һарайына «Долой министр-капиталистар!» плакаты тотоп, 1-се пулемёт полкы килә. Биш меңлек халыҡ РСДРП(б)-ның Үҙәк һәм Петроград Советтары урынлашҡан Кшесинскаяның йортона яҡынлаша.
4 июлдә Таврия һарайына ҡоарллы һалдаттар һәм эшселәр килеүен дауам итә. Уларға Кронштадтан ҡораллы матростар отряды ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта Кшесинская йорто алдында митингылар тынмай, йорт балконынан большевик ораторҙары сығыш яһайҙар. Был көндө демонстранттар алдында 4 июлдең иртәһендә Петроградта Финляндиянан килгән В. И. Ленин да сығыш яһай[8].
Ваҡытлы хөкүмәткә тоғро ҡалған ғәскәрҙәр менән ҡораллы бәрелештәр башлана. 5 илдә «Тере һүҙ» гәзитендә немец властары тарафынан большевиктарҙың финанслауы тураһындағы мәғлүмәттәр һалдаттарҙы бер аҙ һыуындыра.
1917 йылдың 6 (19) июль көнө дауамында Кшесинская особнягы, Дурново дачаһы һәм Петропавловск нығытмаһы большевиктарҙан, һалдаттарҙан, матростарҙан таҙартыла. Махсус тикшереү комиссияһы төҙөлә. Хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлектәре өсөн яуаплылыҡҡа В. И. Ленин, Г. Е. Зиновьев, Л. Д. Троцкий, А. В. Луначарский, А. М. Коллонтай, М. Ю. Козловский, Ф. Ф. Раскольников, С. Г. Рошаль, Я. С. Ганецкий һәм башҡа большевиктар тарттырыла. Ленин ҡулға алыныуҙан ҡотолоп ҡала.
8 июлдә Ваҡытлы хөкүмәт башлығы Г. Е. Львов отставкаға китә, ул социалист министрҙарының кисекмәҫтән республика иғлан итеү һәм ерҙе социялизациялау тураһындағы тәҡдимдәре менән риза булмай. Хөкүмәтте А. Ф. Керенский етәкләй.
Июль кризисы осоронда Фин сеймы Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә һәм Ваҡытлы хөкүмәттең компетенцияһын хәрби һәм сит ил сәйәсәте менән сикләй. 1917 йылдың 12 (25) июлендә Сейм Ваҡытлы хөкүмәттән «Финляндияның тартып алғыһыҙ хоҡуҡтарын» таныуын талап итә.Яуап итеп, Ваҡытлы хөкүмәт 18 (31) июлдә Сеймды тарҡата һәм яңы һайлауҙар иғлан итә.
1917 йылдың 6 (19) июлендә Австрия- Германия ғәскәрҙәре 11-се армияның фронтын йырып үтәләр, 7-се һәм 8-се армиялар сигенә. Австрия-Германия ғәскәрҙәре бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тиерлек алға барала һәм 15 (28) июлдә Броды, Збараж, Збруч йылғаһы линияһында туҡталалар. Көньяҡ-Көнсығыш фронтының юғалтыуҙары 1968 офицер һәм 56 361 һалдат тәшкил итә.
1917 йылдың 12 (25) июлдә фронтта үлем язаһы тергеҙелә. 19 июлдә (1 август) Керенский яңы Юғары баш командующийҙы — генерал Л. Г. Корниловты — тәғәйенләй.
1917 йылдың 25 июлендә (7 август) яңы коалицион Ваҡытлы хөкүмәт төҙөлә.
1917 йылдың 13-15 (28) авгусында Мәскәүҙә Дәүәлт Кәңәшмәһе үтә. Кәңәшмәлә Советтарҙың эшсе һәм һалдат депутаттарының Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитетының вәкилдәре, Крәҫтиән депутаттары Советтары һәм фронттың вәкилдәре, бөтә дүрт саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзалары, ҡала һәм земство уҙидаралары, сауҙа-сәнәғәт ойошмалары, ауыл хужалығы һәм ер хужалары йәмғиәттәре, университеттар һәм башҡа юғары уҡыу йорттары, профсоюздар, кооперативтар һәм милли ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.
Дон казак ғәскәре атаманы генерал А. М. Калединдың сығышы ҙур резонанс тыуҙыра. Бөтә казак ғәскәрҙәре исеменән ул армияны сәйәсәттән тулыһынса азат итеүҙе, хәрби тәртип нигеҙендә фронттың һәм тылдың берләшеүен, командирҙар власын тергеҙеүҙе, советтарҙы һәм комитеттарҙы бөтөрөүҙе талап итә. Юғары баш командующий Корнилов тың докладында офицерҙарҙы үлтереү, мародерлыҡ һәм дезертирлыҡ факттары күпләп килтерелә. Ул «еңеү хөрмәтенә» хөкүмәт тейешле саралар үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш тип һанай[9].
1917 йылдың 26 авгусында (8 сентябрь) генерал Корнилов «яуапһыҙ ойошмалар» менән көрәш алып барыу өсөн власты бөтә тулылығында үҙ өҫтөнә алырға маташа. Корнилов сығышында Керенскийҙың роле ике йөҙлө булып ҡала килә: генерал Корниловты яҡлаусылар Корниловты хыянатсы тип һанайҙар. Генерал Корнилов етәкселегендәге уңдар большевиктарҙы ғына түгел, Советтарҙы ла ҡыуырға ниәт итәләр. Әгәр Корнилов еңеүгә өлгәшкән хәлдә, Керенский власты үҙ ҡулында һаҡлап ҡала алмаясаҡ ине. Популяр легендаға ярашлы, Корнилов «беренсе бағанаға — Ленинды, ә икенсеһенә Керенскийҙы аҫып ҡуйырға» вәғәҙә иткән[10].
|
1917 йылдың 27 авгусында (9 сентябрь) Керенский Корниловтың ғәмәлдәрен бола тип атай һәм уны вазифаһынан бушатып, үҙен Юғары баш командующий итеп иғлан итә.
Яуап өндәмәһендә генерал Корнилов минстр-рәйестең сығышын ялған тип исемләй:
|
Генерал А. М. Крымов Корниловтан үҙенең 3-сө кавалерия корпусын Петроградҡа ебәреү тураһында фарман ала.
Керенский корниловсылар менән көрәшеү өсөн большевиктарҙың Ҡыҙыл гвардияһына ҡоралды бирергә рөхсәт итә, контрреволюция менән халыҡ көрәше комитеты булдырыла, яҡынса 60 мең кеше мобилизациялана; һалдаттарға ҡаршы большевик агитаторҙары ебәрелә. Корниловҡа ҡаршы тимер юлсылары ла ҡаршы сыға. 30 августа (12 сентябрь) Ваҡытлы хөкүмәт большевиктарҙы амнистиялай. 3 (16) сентябрҙә «Кресты» төрмәһенән Троцкийҙы азат итәләр.
3-сө кавалерия корпусы Петроградҡа Корниловҡа ярҙамға барыуҙан баш тарта. Корнилов һәм уның көрәштәре ҡулға алына. Крымов атылып үлә.
Генерал Корниловҡа теләктәшлек йөҙөнән кадеттар отставкаға китә һәм бының менән сираттағы хөкүмәт кризисына юл ҡуялар. Һөҙөмтәлә 1917 йылдың 1 (14) сентябрендә Керенский етәкселегендә 5 кешенән торған Директория («Эшлекле кабинет») булдырыла, һәм Рәсәй республикаһы иғлан ителә. Сентябрь дауамында властың башҡа яңы органдары барлыҡҡа килә: Демократик кәңәшмә һәм Предпарламент. 1917 йылдың 26 сентябренә (9 октябренә) өсөнсө коалицион хөкүмәт төҙөлә.
1917 йылдың ноябрендә Ваҡытлы хөкүмәттең көсәйә барған анархия менән көрәшә алмауы билдәле була. Һуғыш алып барған илдең армияһы бик тиҙ тарҡала; 1917 йылдың февраль-ноябрь айҙарында 1,5 миллион кеше хеҙмәттән ҡаса. Продразверстка сәйәсәте уңышһыҙлыҡҡа осрай, Петроградта һәм Мәскәүҙә икмәк нормаһы бер кешегә 0,5 фунтҡа тиклем кәсей. Ҡалаларҙа забастовка хәрәкәте йәйелә, ауылдарҙа алпауыт ерҙәрен тартып алыу көсәйә.
Ошо шарттарҙа «Советтарҙың большевизациялауы» үтә, айырыуса 1917 йылдың август-октябрь айҙарында. Ноябрь башына ҡарата большевиктар Петроград Советында 90 % урын биләй, Мәскәү Советында — яҡынса 60 %, эре сәнәғәт ҡалаларының урындағы Советтарында күпселекте большевиктар тәшкил итә. 1917 йылдың 17 (30) сентябрендә Моссовет рәйесе итеп большевик В. П. Ногин һайлана, 25 сентябрҙә (8 октябрь) Петросоветта — Троцкий тәғәйенләнә. Большевиктар яғына һалдат комитеттары күсә, беренсе сиратта, Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттарынан, Петроград гарнизоны һәм Центробалт.
Октябрь башына ҡарата илдә ғәмәлдә булған 974 Советтарҙың 600 Советы Ваҡытлы хөкүмәтте таратыу һәм «ике власлылыҡ» системаһын бөтөрөү яҡлы була. Шул уҡ ваҡытта крәҫтиән депутаттары Советтарын большевизациялауына өлгәшеп булмай: 455 Советттарҙың 264-дә большевиктар фракциялары бөтөнләй булмай.
Октябрҙә Петроградҡа йәшерен рәүештә Ленин ҡайта. 15 сентябрҙән үк ул үҙенең көрәштәрен Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы ихтилалға әҙерләй башлай. 25 октябрь (7 ноябрь) ихтилалы һөҙөмтәһендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.