илдең төп законы From Wikipedia, the free encyclopedia
Конститу́ция (лат. constitutio — «төҙөлөш, ҡоролош») — илдең төп законы, дәүләттең йәки федератив дәүләттә территориаль берәмектең, шәхестең сәйәси, хоҡуҡи, иҡтисади статусын билдәләгән юғары юридик көскә эйә булған норматив-хоҡуҡи акты. Ул дәүләттең сәйәси, хоҡуҡи һәм иҡтисади системалары нигеҙен билдәләй[1].
Конституция — илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын билдәләгән төп закон. Күпселек илдәрҙә Конституция Учредительное собраниела йәки референдум юлы менән ҡабул ителә.
Матди иәғәнәлә Конституция — дәүләттең юғары органдарын, уларҙың формалашыу һәм эшләү тәртибен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм компетенцияларын, шулай уҡ индивидтың дәүләт власына мөнәсәбәтенең принципиаль бурыстарын билдәләгән хоҡуҡи нормалар тупланмаһы.
Йәмәғәт килешеүе теорияһы Конституцияны халыҡ менән дәүләт араһындағы килешеү тип билдәләй, унда дәүләттең формалашыуы һәм яҡтарҙың мөнәсәбәте тәртибе асыҡлана.
Хоҡуҡиәттә был терминдың юридик һәм фактик билдәләмәһен айыралар. Юридик конституция — йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙең билдәле мөхитен көйләүсе хоҡуҡи нормалар системаһы. Фактик конституцияны ғәмәлдәге мөнәсәбәттәр билдәләй[2].
Формаһы буйынса Төп Закон ике төркөмгә бүленә:
Яҙылған конституциялар берҙәм норматив актты (күпселек илдәрҙә) йәки бер нисә конституцион йә органик ҡанундарҙы тәшкил итә (мәҫәлән, Швеция Конституцияһы, Испания Конституцияһы).
Яҙылмаған конституциялар төрлө акттарға бүлгеләнгән конституция рәүешендәге нормаларҙан, шулай уҡ конституцион ғәҙәттәрҙән тора (англосаксон хоҡуҡи ғаиләләргә (АҠШ-тан тыш), Бөйөк Британия Конституцияһына хас).
Яҙылған конституциялар үҙ сиратында:
Конституциялар:
Шулай уҡ конституцияла өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индереү тәртибе билдәләнә. Төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү буйынса һығылмалы, ҡәтғи һәм ҡатнаш конституциялар айырыла:
Бынан тыш, ваҡыты буйынса конституциялар ваҡытлыса һәм даимиға бүленә[2].
Мәғлүи булыуынса, барлыҡ конституцион акттар ҙа йөкмәткеләре буйынса бер иш. Улар түбәндәге роложениеларҙан тора:
Уларға түбәндәге гражданлыҡ хоҡуҡтары һәм бурыстары инә:
Был положениелар конституцион хоҡуҡ тип атала, ә уларҙың системаһы — конституционализм була.
Дәүләттең социаль системаһынан тыш, һәр констиуцияға ҡайһы бер функциялар хас:
Уға ярашлы, конституция йәмәғәт тормошоноң артабанғы үҫеше өсөн сәйәси һәм хоҡуҡи нигеҙ булып тора. Шулай итеп Тҡп Закон йә ғәмәлдәге кешелек эшмәкәрлеген нығытып ҡуя, йә йәмғиәттә өлгөрөп еткән, әммә хоҡуҡи нигеҙ булмағанлыҡтан булмаған яңы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе булдырыу өсөн нигеҙ эшләй. Бындай башланғыс дәүләттең сәйәси (ижтимағи) системаһының аныҡ дәүләт-хоҡуҡи институттарға мөнәсәбәтендә сағылыш таба.
Уның асылы — илдә яңы хоҡуҡи система һәм тәртип нигеҙе булып тороуҙа, шулай уҡ ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе үҙе көйләүҙә, тура йоғонтоло документ булараҡ, ошо мөнәсәбәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булып тороуҙа. Бынан тыш, ул ҡануниәтте үҫтереүгә, Конституцияның айырым положениеларын һәм дөйөм идеяларын берләштергән яңы норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул итеүгә этәргес бирә[3].
Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың Төп Законға ярашлы булыуын суд власының махсус органы — Конституция суды контролләй. Ҡайһы бер илдәрҙә был функцияны Юғары суд башҡара.
Һәр конституцияға уны дәүләттең төп хоҡуҡи норматив акт сифатында билдәләүсе билдәләр (юридик сифаттар) хас. Уларға түбәндәгеләр инә:
Ҡайһы бер илдәрҙә төп хоҡуҡи актҡа башҡа бер нисә норматив акт бәйләнә һәм улар, ғәҙәттә, конституцион ҡанундар, тип атала. Ҡайһы берҙә төп хоҡуҡи ждокумент булып изге яҙыуҙар тора, дәүләттә ҡабул ителгән закондар уларға ҡаршы килә алмай.
Ҡануниәт Конституцияның күрһәтмәләрен үҫтерә. Ул тәрлә йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләгәндә уның положениеларынан сыға. Бик йыш Конституция положениеларын үҫтереүсе норматив акттар ҡабул итеү зарурлығы тыуа.
Хәҙерге конституцияларҙың прообразы булып Боронғо Греция полистарында урынлаштырылған ойоштороу закондарын килтеррегә мөмкин. Улар араһында бигерәк тә Афиналағы Солон һәм Клисфен ҡаннудары билдәле. Римдә шундай ҡануниәтсе ролендә батша Сервий Туллий сығыш яһай. Спартандың яҙылмаған конституцияһы Ликургу менән бәйләйҙәр (уның ысын авторы билдәһеҙ). Спарталағы Конституцион характер телдән-телгә тапшырылған "Ҙур ретра"нан (ҡарар) ғибәрәт, ул: Пусть народ будет разделён на филы и обы, пусть в герусию входит вместе с царями 30 человек, а народ время от времени собирается у реки Еврота на собрания. Там пусть народу предлагают решения, которые он может принять или отклонить. У народа пусть будет высшая власть и сила, — ти.
Хәҙерге конституцияларҙың нигеҙе Урта быуаттарҙың ҡаннудар тупланмаһына барып тоташа.
Аныҡлап әйткәндә, Изге Савваның ҡанундары (номоканон)[4][5][6] 1219 йылдан Сербияның беренсе уставы була. Изге Савва уны 1208 йылда, афон тауҙарында булғанда яҙа башлай. Номоканон Византия сығанаҡтарынан алынған һәм Сербия шарттарына яраҡлаштырылған яңы граждан һәм канон ҡағиҙәләре тупланмаһы була. Рим-Византия хоҡуғы Урта быуат Сербия ҡанундары нигеҙе була.
Сербтарҙың һәм гректарҙың императоры Стефан Душан Сербияла үткән ике дәүләт съезында: 1349 йылда Скопьела, 1354 йылда Серела Ҡануниәтнамә ҡабул итә[7] Был ҡанундар тупланмаһы барлыҡ социаль өлкәне көйләй. Кодекс Рим-Византия хоҡуғына нигеҙләнә. Юридик трансплантация Душан Кодексының юридик бойондороҡһоҙлоҡто көйләүсе, Византия конгдексынан алынған (VII китап, 1, 16-17) 171 һәм 172 статьяһы нигеҙендә башҡарыла.
1529 йылда 13 бүлектән, 283 статьянан торған Литва Бөйөк Кенәзлеге статуты ҡабул ителә[8]. 1544 йылда ул ҡайтанан ҡарала, ә һуңғы версияһы 1588 йылда баҫыла һәм 1840 йылға тиклем ғәмәлдә була.
Донъяла әлегә тиклем ҡулланылған һәм иң оло конституция булып Сан-Мариноның Төп Законы тора. Ул 1600 йылда уҡ ҡабул ителә һәм ул 1300 йылда ҡабул ителгән ҡала уставына нигеҙләнә. 1974 йылда ул Граждандар хоҡуғы һәм дәүләт ҡоролошоноң төп принциптары декларацияһы менән тулыландырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.