Төньяҡ Македония
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ Македония Республикаһы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында рәсми рәүештә Македония элекке Югослав Республикаһы составындағы атамаһы ҡулланыла (макед. Република Северна Македонија, алб. Republika e Maqedonisë së Veriut) — Европалағы ил, Балҡан ярымутрауында урынлашҡан. Европа Берләшмәһе ағзаһы статусына кандидат. Төньяҡ Македония дәүләт статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ 2 073 702 кеше тәшкил итә, территория - 25 333 км². Халыҡ иҫәбе буйынса донъяла 145-сө һәм территорияһы буйынса 145-се урынды биләй. Төньяҡта Сербия һәм Косово Республикаһы[2], көнбайышта — Албания, көньяҡта — Греция һәм көнсығышта Болгария менән сиктәш.
| |||||
Милли девиз: «Слобода или смрт за Македониja» | |||||
Гимн: Төньяҡ Македония гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 8 сентябрь 1991 йыл (ЮФСР иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Македон теле | ||||
Баш ҡала | Скопье | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Скопье, Куманово, Битола | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы[1] | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 145 урын 25 333 км² 1.9 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2016) • Тығыҙлыҡ | 146 урын 2 073 702 81 кеше/км²
| ||||
Валюта | македон динар |
Баш ҡалаһы - Скопье. Берҙән бер дәүләт теле булып македон теле һанала. Албан теле «икенсе рәсми тел» статусына эйә, тик халыҡ-ара, оборона, үҙәк полиция һәм монетар сәйәсәт өлкәләрендә ҡулланылмай.
85 административ-территориаль берәмеккә бүленә, уларҙың 84-е урындағы үҙидарасыларҙың үҙ аллы берәмеге булараҡ Скопье ҡалаһы һәм общиналар булып тора.
Диңгеҙгә сығыу юҡ. Төньяҡта Косово Республикаһы[3] һәм Сербия, көнбайышта Албания, көньяҡта Греция, көнсығышта Болгария менән сиктәш. Этномәҙәни төрлөлөк менән айырылып тора. Дөйөм ил халҡының 67 % православ, 30 % мосолман һәм 3 % башҡа конфессияларға ҡарай. Аграр-индустриаль ил йылдам үҫешеүсән иҡтисадҡа эйә. 2017 йылда һатып алыу һәләте буйынса тулайым продукт күләме 31,03 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына 14 900 АҠШ доллары тирәһе). Аҡса бирәмеге — македон денеры.
30 марттан НАТО ағзаһы 2020 [4].