![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/87/Mollah_imamzadeh_tabriz.jpg/640px-Mollah_imamzadeh_tabriz.jpg&w=640&q=50)
Мулла
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мулла (ғәр. مُلَّا, ғәр. مَوْلَى — хужа, башлыҡ,эйә, әйтел. әл-муллаа; фарс. ملّا, төр. molla) — ислам руханийы, Ҡөрьән һәм мосолман дини йолалары белгесе. Рәсәй империяһында мосолман дин әһелдәренең бөтәһен дә[1], ҡайһы саҡта мәҙрәсә уҡытыусыларын һәм, ғөмүмән, белемле кешеләрҙе йыш ҡына муллалар тип атағандар[2]. Шиғыйҙарҙа мулла — дини община лидеры, теолог дин һәм хоҡуҡ мәсьәләләрен аңлатыу буйынса белгес (сөнниҙәрҙә был функцияларҙы ғөләмә үтәй).