From Wikipedia, the free encyclopedia
Шиғыйҙар (ғәр. شيعة; [шӣ‘а] — эйәреүселәр, фирҡә, фракция) — Исламдағы ошо исем аҫтында йөрөтөлгән йүнәлеш вәкилдәре. Уларҙың берҙәмлек нигеҙе — Али ибн Әбү Талибты һәм уның тоҡомдарын ғына Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең берҙән-бер ҡануни вариҫтары тип һанауҙа[1]. Былар башлыса 12 имамсылар (иснәәшариҙәр), күпселеге Иранда, Әзербайжанда, Бахрейнда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй[2].
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Барлыҡ мосолмандар кеүек үк шиғыйҙар Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) - Аллаһтың Рәсүле икәненә инана. Шиғыйҙар өммәткә һайланып ҡуйыла торған хәлифәләр түгел, ә Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән имамдар идара итергә тейеш тип һанай. Бындай имамдар иҫәбенә улар Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан киткән тоҡомдарҙы индерә. Шиғыйҙар тәүге 3 хәлифә — хәҙрәти Әбү Бәкер, Ғүмәр һәм Усман — идара иткән хәлифәткә тәнҡит менән ҡарай. Хәҙрәти Әбү Бәкр әҙ һанлы арҡалаштары тарафынан һайланған, ул үҙе урынына хәҙрәти Ғүмәрҙе ҡалдырған, ә уныһы хәҙрәти Усманды һайлаттырған тип ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Шиғыйҙарҙың фекеренсә Имамды өммәт үҙе һайларға тейеш.
Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, шиғыйҙар мосолмандарҙың дөйөм һанының 10—20 % тәшкил итә[3][4][5][6]. Бөгөн шиғыйҙар мосолман илдәрендә генә түгел, Европала һәм Америкала ла йәшәй. Иран, Әзербайжан, Ираҡ һәм Баһрейнда улар күпселекте тәшкил итә[7]. Төрлө билдәләүҙәр буйынса Ливан халҡының 27%-тан[8] 35 %-ҡа тиклеме[9]; Кувейт халҡының 30 %-ҡа тиклеме шиғыйҙар[10].
Афғанстанда шиғыйҙар дөйөм халыҡтан 15—19 % тәшкил итә[11][10]. Улар иҫәбендә хазарейҙар (төп өлөшө шиғый-имамиҙар, исмәғилиҙәрҙең айырым өлөшө бар), бер өлөшө чараймактар (исмәғилилек яҡлылар)[12] һәм фарсивандар.
Сәғүд Ғәрәбстанында халыҡтың 15 % — шиғый, күпселеге Әл-Ҡатиф, Даммам һәм Әл-Хаса ҡалаларында йәшәй[13].
Төньяҡ Һиндостанда һәм Пакистанда балтиҙар, шулай уҡ пуштун ырыуҙары — шиғыйҙар: Тури (пуштун ҡәбиләһе), Бангашитар, Оракзайҙар. Шиғыйлыҡтың исмәғили йүнәлешендә Тажикстандың Таулы Бадахшан өлкәһе — памир халыҡтары (Язгулямдарҙы иҫәпкә алмайынса).
Рәсәйҙә шиғыйҙар күп түгел — Дағстанда таттар, ләзгиндәр һәм Рәсәйҙә йәшәүсе әзериҙәр[14].
Шиғыйҙарҙың күп өлөшө — имамиҙар, улар үҙ сиратында 12 имамсылар (иснәәшариттәр) һәи исмәғилиҙәргә тармаҡланған. Әш-Шәһрәстани имамиҙарҙы ошондай секталарға бүлә: бәкириҙәр, навусиҙар, әфтәхиҙәр, шумәйриҙәр, исмәғили-вакифиҙар, мусавиҙар һәм иснәәшәриттәр), шул уҡ ваҡытта (әл-Әшәри тәҡфирселәре Ән-Нәүбахти, әл-Хәсән ибн Муса) 3 төп секта күрә: ҡатиҙар (артабан улар иснәәшәрит булып китә), шүккәриҙәр һәм вакифиҙар[15].
Шиғыйҙар ғәҙәттә ике ҙур төркөмгә бүленә: урталыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр (шиғый-имамсылар, зәйдиҙәр) һәм киҫкен инаныслылар (исмәғилиҙәр, әләүиҙәр һ. б.[16]. Шул уҡ ваҡытта XX быуаттың 70-се йылдарынан был тармаҡтар яҡынлаша баралар.
Шиғый-имамиҙар йәки иснәәшәриҙәр башлыса Иранда, Әзербайжанда, Баһрейнда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй, улар башҡа илдәрҙә лә осрай. Хәҙрәти Али тоҡомонан 12 имамды таныйҙар.
1501 йылда сефеви шәйехе Исмәғил I үҙен Персияның шаһы тип иғлан иткәс, имамилыҡты дәүләт дине тип танырға бойора[17]. Сефевиҙәр ҡыҙылбаштар тип аталған төрки ҡәбиләләргә таяна (әзерб. ҡыҙылбаштар, сөнки улар 12 имам рухына бағышлап, 12 ҡыҙыл һыҙатлы салма кейеп йөрөй)[18].
1910 йылда Бохарала шиғыйҙар менән сөнниҙәр араһында ҡаты бәрелештәр була. Бохара әмирлеге ҡушбәге Астанаҡол, ҡалала Ғәшүрә байрамы үткәрергә рөхсәт итә. Элек фарсылар был байрамды үҙҙәре йәшәгән биҫтәлә генә үткәргән була. Бохараның үҙәк урамдарына сығып йола үтәгән шиғыйҙарҙы сөнниҙәр мыҫҡыллай башлай. Бола сыға һәм бер бохаралы үлтерелә. Шундағы урыҫ батшаһы ғәскәре ярҙамында боланы баҫтыралар, мәгәр 500-ләп кеше һәләк була[19].
1943 йылда Ливан мосолмандары һәм нәсраниҙары телдән генә Милли пакт ҡабул итәләр, шул рәүешле күп динле дәүләт ҡанунлаша. Пактҡа ярашлы, дәүләттең төп 3 юғары вазифаһынан береһе — парламент рәйеслеге — шиғыйҙарға, нәсрани-маронит һәм сөнниҙәргә -ярашлы рәүештә — президент һәм хөкүмәт башлығы вазифаһы бирелә[20]. 1949 йылда Ливандың Прогрессив-социалистик фирҡәһе төҙөлә, уның күпселеген друздар тәшкил итә.
XX быуаттың икенсе яртыһында Ислам донъяһында яңы сәйәси үҙгәрештәр алға сыға. 1970-се йылдарҙа Сүриә хакимлығына әҙселекте тәшкил иткән әләүиҙәр (алавиты) ултыра. 1979 йылда Иранда шаһ бәреп төшөрөлә һәм Ислам республикаһы иғлан ителә.Яңы конституцияһында « Ирандың рәсми дине итеп 12 имамды таныусы жәфәри мәҙһәб индерелә…» тип яҙыла (ст. 12)[21]. Был шиғый мәҙһәб АҠШ-ҡа ла, СССР-ға ла мөнәсәбәтле булмай, шулай уҡ төбәктәге донъяуи һәм сөнни режимдар менән дә ҡатышмай. Иран революцияһы XX быуаттың бик әһәмиәтле ваҡиғаһы булып, бар донъяға йоғонто яһай.
Иран ихтилалы Баһрейн шиғыйҙарын да дәртләндереп ебәрә. Улар хатта илдә Ислам республикаһы булдырыу идеяларын да алға һөрә башлайҙар, Баһрейнды Иранға ҡушыу фекерҙәре лә яңғырай. 1981 йылдың 14 декабрендә шиғыйҙарҙың дәүләт түңкәрелеше эшләргә маташыуы хәбәр ителә, байтаҡ шиғыйҙар төрмәгә эләгә[22].
Күрше Ираҡта ла фетнә күтәрергә маташыу булып ала. 1968 йылда Ираҡта «әд-Дәғүә әл-исламийя» («Исламский призыв») йәшерен сәйәси хәрәкәте барлыҡҡа килә, 1970-се йылдарҙа баас режимына ҡаршы ҡораллы көрәш башлана. Иран ихтилалы юлбашсыһы аятолла Хомейни ираҡ шиғыйҙарын асыҡтан-асыҡ хакимиәткә ҡаршы сығырға өндәй. Хакимиәт уларҙың хәрәкәтен аяуһыҙ баҫтыра, аятолла Мөхәммәт Бакир әс-Садр һәм һеңлеһе Әминә әс-Садр үлем язаһына хөкөм ителә. 1991 йылда Ираҡ Фарсы ҡултығындағы һуғышта еңелгәс, көньяҡта шиғыйҙар фетнә күтәрә, әммә армия уларҙы тар-мар итә.
Ливан шиғый милицияһы Әмәл 1982 йылда Израилгә ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Граждандар һуғышы ваҡытында йәнә бер хәрби ҡоролош — «Хезболла» барлыҡҡа килә, улар Ливанда Иранға оҡшаш Ислам республикаһы төҙөү ниәтен белдерә.
1979—1989 йылғы Афған һуғышында Иран афған шиғыйҙарына ярҙам итә. 1987 йылдың 20—21 сентябрендә Ҡабулда хазариҙарҙың Бөтөн Афған йыйыны үтә.Унда жәфәри мәҙһәбкә юл асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡабул университетында шиғыйҙар әҙерләүсе бүлек асыла, мәҙрәсәләр барлыҡҡа килә[23]. Афғанстанда шиғыйҙарҙың хәле Талибандар килгәс хөртәйә. 1995 йылда талибандар афған шиғыйҙары юлбашсыһы Абдулла Али Мазарины вертолёттан ташлап үлтерә. 1999 йылдан ғәшүрә менән бәйле шәхсей-вәхсей йолаһын үткәреү тыйыла[24].
2002 йылда Йеменда зәйдиҙәр ҡорал тотоп хакимиәткә ҡаршы баш күтәрә. Хөкүмәт уларҙы үҙ хакимлығын иғлан итергә маташыуҙа ғәйепләй, шиғыйҙар иһә ҡыҫырыҡлауҙарға ҡаршы сығыуын ғына белдерә[25].
Шиғыйлыҡ һәм сөннилек араһында уртаҡ тел табыу ниәте менән 2011 йылдың майында Джакартала Һиндонезия хөкүмәте ярҙамында Сөнни-шиғый ғөләмәләр шураһы төҙөләт[26].
Жәфәри мәҙһәб — Ислам фикһының имами шиғыйҙар тотҡан инанысы. Нигеҙ һалыусыһы имам Жәфәр әс-Садиҡ, уны шиғыйҙар ун ике хаҡ имамдың алтынсыһы тип ололоҡлай.
XVIII быуатта жәфәриҙәргә сөнниҙәр менән бер рәттән Ҡәғбәтуллала намаҙ уҡырға урын тәғәйенләнә[27].
Шиғыйҙар сөнниҙәр кеүек үк байрам итә:[28]
).
Шиғыйҙарҙың үҙ байрамы[28]:
Улар Пәйғәмбәрҙең һәм шиғый имамдарҙың вафатына бәйле көндәргә лә ныҡ иғтибар бирәләр[28].
Мәккә һәм Мәҙинә. Шул уҡ ваҡытта Кербеләләге имам Хөсәйен һәм әл-Аббас мәсеттәре, Ән-Нәждәфтәге имам Али мәсете ололоҡлана. Изгеләштерелгән урындарҙан — Ән-Нәждәфтәге Вади-үс-Сәләәм зыяраты, Мәҙинәлә Йәннәт әл-Бакый зыяраты, Мәшһдтә (Иран) имам Реза төрбәһе, Ҡәҙимиәлә Ҡәҙимиә мәсете, Самаррала Әл-Асҡари мәсете (Ираҡ) һ.б.
Шиғыйҙарҙың изгеләштерлегән урындары йыш ҡына һөжүмгә дусар булып торған. Аббаси хәлиф әл-Мөтәвәккил 850/851 йылда имам Хөсәйен ҡәбере янындағы ҡаралтыларҙы емерергә, һәм уны зыярат ҡылмаҫҡа Мәгәр хәлиф үлеү менән төрбә яңыртыла[29]. X быуатта һигеҙенсе имам Резы төрбәһе һәм янындағы мәсет емертелә, әммә 1009 йылда солтан Мәхмүт Ғәзнәүи уны тергеҙә[30]. Ираҡта 1991 йылғы фетнәлә имам Хөсәйен ҡәберлеге зыян күрә. Фетнәне баҫтырыусы Хөсәйен Камел (Саддам Хөсәйендең кейәүе) имам Хөсәйен ҡәберлеге янында танкыға баҫып, ҡысҡыра: «Һин дә Хөсәйен, мин дә. Ҡарайыҡ, кем көслөрәк!» Шунан ҡәберлеккә ут астыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ — шул уҡ йылы мейеһендә шеш табылғас, ул Кербәләгә килеп, рухынан ғәфү үтенә[31]. 2006 йылдың февралендә Самарралағы әл-Асҡари мәсетендә шартлау була, алтын көмбәҙ емерелеп төшә[32].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.