Тәүхид — ул Аллаһ (субхәнаһу үә тәғәлә) бер икәнлеген, Уның бер ниндәй ҙә тиңдәше юҡ икәнлеген өйрәтә торған фән. Тәүхид фәне «лә иләһә илләаллаһ» һүҙенең мәғәнәһен, нигеҙҙәрен, шарттарын һәм «лә иләһә илләаллаһ» тигән иман кәлимәһен нимәләр боҙоуын, юҡҡа сығарыуын өйрәтә.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

«Лә иләһә иллә Ллаһ»

Кешеләрҙе иң беренсе намаҙға түгел, ә, пәйғәмбәрҙәр кеүек, имандың асылына — «лә иләһә иллә Ллаһ» (мәғәнәһе: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ) ҡанунына өндәргә кәрәк. Көмөштәй шишмә һыуын бер тамсы ағыу боҙған кеүек, «Лә иләһә илләаллаһ» кәлимәһен боҙоусы нәмәләр бар. Улар иманға зарар итеп, кешене бөтөнләй юлдан яҙҙыра. Ҡайһы бер мосолмандар үҙҙәренең «Лә иләһә иллә Ллаһ» кәлимәһенә ана шундай төрлө зарар һалыусы сирҙәрҙе эләктереп, ахыр сиктә имандарын юғалтып, аҙаша, тип һанай мосолмандар.

«Лә иләһә иллә Ллаһ» кәлимәһен юҡҡа сығара торған нәмәләр

  • Сихыр ғилеме
  • Күрәҙәселек
  • Йондоҙнамә
  • Оло ширк
  • Харамды хәләл, хәләлде харам тиеү
  • Ҡәберҙәге әүлиәләргә табыныу(был әйбер әлеге ваҡытта күҙәтелмәй тип әйтергә лә була)
  • Боттарға, һындарға табыныу
  • Рыя ғәмәлдәр(маһайыу, маҡтаныу)

Сығанаҡтар

Ваҡыт-Урал (гәзит) № 5 14 март 2011 миләди йыл, 9 рәббиғәл-ахыр 1432 һижри йыл

Нимә ул тәүхид? | Иман дәрестәре – 2 | Айтуған әл-Башҡурди

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.