From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсүл (рус. Расулево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 292 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830004.
Ауыл | |
Рәсүл Рәсүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡандыболаҡ йылғаһы (Урал йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Рәсүл ауылына Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, XVIII быуаттан, 1776 йылдан, билдәле. Ауылға Пугачёв ихтилалында ҡатнашыусы Ҡаратабын улусы старшинаһы тархан Итжыймасов Рәсүл нигеҙ һала. Ауылдың икенсе исеме Тайсын. Риүәйәт буйынса Тайсын — Рәсүлдең уллыҡҡа алған ҡалмыҡ малайы. XIX быуатта Рәсүл ауылында 14 йорт-хужалыҡ була, унда бөтәһе 64 кеше: 32 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
Йәйләүгә 250 кешенән торған 34 йорт-хужалыҡ сыҡҡан. Уларҙың 80 аты, 47 һыйыры, 87 һарығы һәм 9 баш кәзәһе булған. Был ауыл халҡы ла яйлап игенселеккә күскән. 1859 йылда ауылдағы 36 хужалыҡта — 148 кеше, 1866 йылда 36 хужалыҡта 167 кеше йәшәгән.
Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 52 йортта 275 кеше йәшәгән[3].
Рәсүл ауылы Иманғол ауыл Советына ҡарай. Ауылда Иманғол урта мәктәбе филиалы Рәсүл төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 275 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 304 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 318 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 292 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 294 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 292 | 147 | 145 | 50,3 | 49,7 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[5].
1900 йылда 219 кеше йәшәгән.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.