From Wikipedia, the free encyclopedia
Мулла (ғәр. مُلَّا, ғәр. مَوْلَى — хужа, башлыҡ,эйә, әйтел. әл-муллаа; фарс. ملّا, төр. molla) — ислам руханийы, Ҡөрьән һәм мосолман дини йолалары белгесе. Рәсәй империяһында мосолман дин әһелдәренең бөтәһен дә[1], ҡайһы саҡта мәҙрәсә уҡытыусыларын һәм, ғөмүмән, белемле кешеләрҙе йыш ҡына муллалар тип атағандар[2]. Шиғыйҙарҙа мулла — дини община лидеры, теолог дин һәм хоҡуҡ мәсьәләләрен аңлатыу буйынса белгес (сөнниҙәрҙә был функцияларҙы ғөләмә үтәй).
Мулланың эшмәкәрлеген чиновниктар контролдә тотҡан, ә уларҙы тәғәйенләү махсус указ менән тормошҡа ашырылған. Мулла ғәҙәттә тәғәйен мәсеткә билдәләнеп ҡуйыла[2].
Кавказда мәзиндәрҙе лә, «көндәлек» имамдарҙы һәм башҡа түбәнге руханиҙарҙы мулла тип тә атайҙар, шул уҡ ваҡытта «йома» үткәргән имам, ҡаҙый һәм шәйех-үл-ислам Мулла-ахун (шиғыйҙарҙа) йәки Мулла-әфәнде (сөнниҙәрҙә) тип атайҙар[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.