From Wikipedia, the free encyclopedia
Николай Николаевич Боголюбов (1909-1992) - совет математигы һәм физик-теоретигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан); СССР Фәндәр академияһы (1953 йылдан) һәм Украина ССР-ы Фәндәр академияһы ( 1948 йылдан) академигы, һыҙыҡлы булмаған механика һәм теоретик физика фәнни мәктәптәренә нигеҙ һалыусы. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969, 1979).
Дубналағы Атом тикшеренеүҙәре Берләшкән институтының (АБИ) теоретик физика лабораторияһы директоры (1956 йылдан), МИАН директоры (1965--1988), Мәскәү дәүләт университеты физика факультетының квант статистикаһы һәм ҡыр теорияһы кафедраһы мөдире (1966-1992).
Николай Боголюбов 1909 йылда Түбәнге Новгородта, теология, фәлсәфә һәм психология уҡытыусыһы, яҙыусы дин әһеле һәм Рәсәй православие сиркәүенең баш руханийы Николай Михайлович Боголюбов (1872—1934) ғаиләһендә тыуған[9] . Буласаҡ ғалимдың әсәһе Ольга Николаевна (ҡыҙ фамилияһы Люминарская) музыка уҡытыусыһы булып эшләгән. Ғаиләлә өс ул булған: Николай Николаевич Боголюбов (баш бала), Алексей Николаевич Боголюбов (1911—2004) — математик, фән тарихсыһы, Украина Милли Фәндәр Академияһы ағзаһы, Михаил Николаевич Боголюбов (1918—2010) — лингвист, РФА академигы.
Атаһы Николайҙы дүрт йәшенән уҡырға һәм яҙырға, биш йәшенән — немец, шуның менән бергә француз һәм инглиз телдәренә өйрәтә башлай. Боголюбов телдәр үҙләштереүгә ғәжәйеп һәләткә эйә булған, лингвистика һәм тарихты бик ныҡ белгән. Ул инглиз, немец һәм француз телдәренән ҡала тиҫтәгә яҡын — итальян, венгр, фин, швед, поляк, чех һ.б. телдәрҙе белгән.
1913 йылда ғаилә Киевҡа күсенә, унда аталары Владимир университетында теология профессоры булып эшләй . Граждандар һуғышы ваҡытында ул эшһеҙ ҡала һәм ҡалала эш таба алмайынса, ауылға күсенә. Ете йыллыҡ мәктәпте Николай унда тамамлай [10] .
1925 йылда туранан-тура УССР Фәндәр академияһы аспирантураһына ҡабул ителә һәм унан һуң УССР һәм СССР Фәндәр академияларында эшләй.
1963 йылдан СССР Фәндәр академияһының математика бүлеге секретары. 1965 йылдан Дубналағы Атом-ядро тикшеренеүҙәре Берләшкән институты директоры.
Төп эштәре — математика анализы, математика физикаһы, һыҙыҡлы булмаған механиканың асимптотик ысулдары, динамик системалар теорияһы, статистик физика һәм ҡырҙың квант теорияһы.
Күп кенә сит ил Академиялары ағзаһы (Болгария, ГДР, Польша, АҠШ һ.б.), фәнни учреждениелар һәм йәмғиәттәр, Пагуош хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 7-8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.
1937 йылда Евгения Александровна Пирашковаға өйләнгән. Никахта ике улы тыуған. Оло улы Николай — математика физикаһы һәм статистика механикаһы белгесе, В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.