Һуна өйрәк (лат. Anas platyrhynchos) ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Был билдәле һәм киң таралған ҡырағай өйрәк.[1] Ата һуна өйрәктең оҙонлоғо 62 см тирәһе, инәнеке - 57 см тирәһе, ауырлығы 1 – 1,5 кг-ға етә.[2] Ата өйрәктең башы һәм муйыны йәшел, боғағы һәм түше ҡыҙғылт-көрән, арҡаһы һәм ҡорһаҡ яны һоро төҫтә (арҡыры таптар менән). Инә өйрәктең төҫө ҡыҙғылт-көрән һәм ҡарараҡ таптар менән ҡапланған. Ҡорһағы һорғолт-көрән (булы таптар менән). Ата һәм инә өйрәктең ҡанаты күкһел-фиолет булып ялтырап тора.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Һүна өйрәк |
Ата (уң яҡта) һәм инә Һуна өйрәк |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Anas platyrhynchos Linnaeus, 1758
|
Төрҙәре |
---|
- A. p. conboschas
- A. p. diazi
- A. p. domesticus
- A. p. platyrhynchos
|
Ареал |
---|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 141504
|
|
Ябырға
Ҡайһы ваҡыт ҡышларға йылы яҡҡа осмайҙар. Аҙ тоҙло йәки сөсө һыуҙарҙа йәшәй. Һуңғы ваҡытта байтаҡ ҡоштар ҙур ҡалалар тирәһендәге туңмаған һыуһаҡлағыстарҙа ҡышлайҙар.[3]
Һуна өйрәккә кәсеп һунар һәм спорт һунары объекты булып тора.[4][5] . Һуна өйрәктән селекция ярҙамында әлеге выҡытта киң таралған өй өйрәктәре породаларын сығарғандар, ҡалғандары мускус өйрәгенән.[6][7]