Хордалылар (лат. Chordata) — эсәклек өҫтөндә ятыусы хорда рәүешендәге үҙәк һөлдәһе булған айырым хайуандар тибы; умыртҡалыларҙың яралғы үҫеше дәүерендә хордаһы умыртҡалыҡ менән алмашына. Хордалыларға умыртҡалы хайуандар, башһөйәкһеҙҙәр(ru:Головохо́рдовые (лат. Cephalochordata)), оболочниктар (төҙөлөш яғынан умыртҡалыларға яҡын торған хордалы диңгеҙ хайуандары) инә.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ябырға
Хайуандар донъяһында хордалылар нерв системаһы төҙөлөшө буйынса иң юғары баҫҡыста тора. Хронология тәртибе буйынса — иң йәш тип. Донъяла 60 000 тирәһе төр билдәле, шуларҙың 4300-е Рәсәйҙә тереклек итә.