Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу йәки суици́д (лат. sui caedere — үҙ-үҙеңде үлтереү) — үҙ-үҙеңде үҙ теләгең менән үлтереү[3][4]; кешенең психик ауырыу йәки күңел төшөнкөләге хәлендә үҙ-үҙен үлтереү акты: киҫкен психик травма шарттарында йәшәү мәғәнәһен юғалтып, аңлы рәүештә яҡты донъянан китеү[5].
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу | |
Зыян күреүселәр һаны | 800 000[1] |
---|---|
Медицина тармағы | психиатрия[d] һәм психология |
Рәсми сайт | familyproject.sfsu.edu |
Преступник | самоубийца[d] |
Жертва | самоубийца[d] |
Обрабатывается, смягчается или управляется | предотвращение суицида[d][2] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 420 698 |
ICPC 2 | P77 |
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу Викимилектә |
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса донъяла йыл һайын 800 меңдән ашыу кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып үлтерә[6]. Бөгөнгө көндә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу донъя һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең иң етди проблемаларының береһе булып тора[7].
Үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү (мәҫәлән, һуғышта һәм башҡа экстремаль ситуацияларҙа) ҡаһарманлыҡ сағылышы тип һанала һәм ябай үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан һәм башҡа альтруистик үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙан башҡа төрҙәренән айырыла[8].
Ун туғыҙынсы быуатта Европала үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә, ваҡыт үтеү менән был осраҡтар күбәйгәндән-күбәйә бара[9]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер йөҙөндә йәшәүселәрҙән һәр 40 секунд һайын кемдер аңлы рәүештә үҙ-үҙенә ҡул һалып үлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһы буйынса үҙ-үҙенә ҡул һалыу бөтә донъя масштабында йәштәрҙең (15-29 йәшлек) үлем сәбәптәре араһында икенсе урынды биләй[10]. Донъяла көн һайын 3 мең кеше үҙ-үҙенә ҡул һала, ә йыл һайын — яҡынса 1 миллион кеше (бөтә үлем осраҡтарының 1,5 проценты). Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың иң түбән күрһәткестәре Латин Америкаһында, ғәрәп һәм азияның ҡайһы бер илдәрендә күҙәтелә. Үҙәк һәм Төньяҡ Европала, Төньяҡ Америкала, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Көнбайыш Тымыҡ океанда (Австралия, Канада, Яңы Зеландия, АҠШ) үҙ-үҙенә ҡул һалыу уртаса күрһәткестәр күрһәтә. 2008 йылда Литвала, Белоруссияла, Рәсәйҙә, Шри-Ланкала, Ҡаҙағстанда, Венгрияла, Японияла, Украинала һәм Латвияла үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары иң күбе булған[11].