Ҡарсығалар (лат. Accipiter) — ҡарсығалар (Ястребиные - Accipitridae) йыртҡыс ҡоштар төрөнә ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Был ҡупшы ҡоштарҙың ҡанаттары ҡыҫҡа һәм киң, ҡойроҡтары оҙон. Осло тырнаҡлы аяҡтары оҙон, улар һунар итеү өсөн ҡулайлашҡан. Төҫтәре буй һыҙатлы, түштәренең аҫ яғы көлһыу[1]. Ата ҡоштар инә ҡоштарға ҡарағанда эрерәк.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡарсығалар |
Бүҙәнә ҡарсығаһы табышы менән (ата ҡош) |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Accipiter Brisson, 1760
|
|
|
Ябырға
Ҡарсығалар үҙ ҡорбандарын һауанан күҙәтеп тороп ауларға ярата. Бейектән үк күреп ҡалып, таштай шыҡыйып ҡорбанына атыла һәм тиҙ генә осло тырнаҡтары менән эләктереп ала. Күбеһенсә ваҡ ҡоштар һәм имеҙеүселәрҙе аулай.
Ҡарсығалар киң таралған. Айырыуса урман һәм ҡыуаҡлыҡтар массивтарында йәшәйҙәр.
Мартынов Е. Н. «Биология лесных позвоночных»