Башҡортостан ҡалалары исемлеге — Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан, рәсми рәүештә ҡала тип танылған, халыҡ даими йәшәгән торама урындар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда барлығы 21 ҡала:
- Кеше һаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Ағиҙел ҡалаһы.
- Йәше буйынса иң олоһы — Өфө ҡалаһы, иң йәше — Межгорье.
- Биләгән майҙаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Яңауыл.
- Яңауыл ҡалаһы Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан булһа, иң көньяғында Баймаҡ, иң көнсығышында Учалы, иң көнбайышында Октябрьский ҡалалары тора.
- Учалы, Сибай, Туймазы, Октябрьский, Межгорье ҡалаларының рәсми исеме башҡортса ла урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла.
- Ҡайһы бер ҡала эсендә йәки иҫәбендә айырым ауылдар бар. Ундай ауылдар һаны — 39.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала исеме, Ҡала итеп танылыу йылы ...
Ябырға
Шишмә һәм Приют ҡасабалары ҡала төрөндәге торама пункт булып иҫәпләнә. 2005 һәм 2006 йылда ошондай уҡ 38 ҡасабаның дәрәжәһе ауыл итеп үҙгәртелде.
Башҡортостан йөмһүриәтенең тәүге йылдарында кантон үҙәктәре Йылайыр һәм Мәсәғүт ауылдары рәсми рәүештә ҡала дәрәжәһен ала, әммә артабан кире ауыл дәрәжәһенә ҡайтарыла.
- Арҡайым — билдәле иң боронғо тарихи ҡала.
- Башҡорт — ҡайһы бер боронға карталарҙа һәм яҙмаларҙа иҫкә алынған ҡала. Академик Нияз Мажитов раҫлауынса хәҙерге Өфө ҡалаһы биләмәһенә тура килә.