From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы (1 февраль 1930 йыл — 7 ғинуар 1997 йыл) — актёр , театр режиссёры , педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952).
Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы 1930 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР‑ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Бала саҡта етем ҡалғас, ағаһы Хәким Ғиләжевтең тәрбиәһендә үҫә.
1948 йылда Өфөлә Башҡорт театр-художество училищеһын В. Ғ. Ғәлимов, Р. Ш. Фәйзуллин курсы буйынса тамамлай[1].
1948 йылдан — Йомағужа колхоз-совхоз театрында, 1949 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театрынды (хәҙер — Сибай башҡорт драма театры), 1950 йылдан Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (хәҙер — Салауат башҡорт дәүләт драма театры) актёры булып эшләй[1].
1951—1954 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры[2].
1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын М. О. Кнобель, А. Д. Попов курсы буйынса тамамлай.
1959 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры вазифаһын үтәй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә И. Ә. Абдуллин һәм Ш. Ғ. Насиров драмаһы буйынса «Генерал Шайморатов» спектаклен ҡуя, был уның тәүге режиссёрлыҡ эше була[1].
1964—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].
1967—1983 йылдарҙа Республика рус драма театрының баш режиссёры, бында 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шул уҡ ваҡытта 1960—1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы булып эшләй. Уның инициативаһы буйынса Йәш тамашасы театры (хәҙерге Милли йәштәр театры) яңынан ойошторола[1].
1997 йылдың 7 ғинуарында Өфөлә вафат булған[2].
Ә. Ә. Абушахманов, В. С. Абросимов, З. С. Вәлитов, В. Ғ. Ҡалмантаева, С. Ш. Ҡорбанғәлиева, Р. Р. Нәбиуллин, Р. Н. Хоҙайғолова.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.