From Wikipedia, the free encyclopedia
Эмо́ция (лат. emoveo — урыҫса потрясаю, волную; башҡортса хайран ҡалдырам, тулҡынландырам, борсойом) — булыусы йә булыуы ихтимал хәлдәргә һәм объектив донъяға субъектив баһалы ҡарашты сағылдырған урта дауамлы психик процесс[1]. Эмоциялар өс компонент менән характерлана: кисерелгән йәки психикала аңлашылған эмоцияны тойоу; нервы, эндокрин, тын алыу, аш һеңдереү һәм организмдағы башҡа системаларҙа барған процесстар; эмоцияның күҙәтелгән, шул иҫәптән йөҙгә сыҡҡан тәьҫирле һәм тойғоло комплекстары[2]. Эмоцияларҙы ярһыу (аффект), хис-тойғо (чувство) һәм кәйеф (настроение) кеүек башҡа төр эмоциональ процестарҙан айырып ҡарайҙар[3]. Башҡа күп төрлө психик күренештәр кеүек эмоциялар ҙа аҙ өйрәнелгән, төрлө авторҙар уны төрлөсә аңлап-аңлата, шуға ла үрҙә килтерелгән билдәләмәне аныҡ һәм теүәл тип тә, дөйөм нигеҙҙә ҡабул ителгән тип тә әйтеп булмай.
Эмоция | |
Ҡайҙа өйрәнелә | sociology of emotions[d] һәм pathematology[d] |
---|---|
Эмоция Викимилектә |
Эмоцияларҙы түбәндәге төрҙәргә бүлеп ҡарайҙар:
Эмоция тип кеше йәки хайуандар тормошондағы булыусы йә ихтимал хәлдәрҙең мәғәнәһен (уларҙың тормош эшмәкәрлеге өсөн әһәмиәтен) сағылдырған эшмәкәрлектең ваҡыт арауығында һуҙылған эске яйға һалыу (регуляция) процестарын атайҙар. Эмоциялар кешелә шәхси (субъектив) ориентирлашыу роле уйнаған рәхәтлек, ризаһыҙлыҡ, ҡурҡыу, ҡыйыуһыҙлыҡ һәм уларға оҡшаш кисерештәр тыуҙыра. Ғилми ысулдар менән бындай субъектив кисерештәрҙең хайуандарҙа булыуын билдәләүсе алымдар әлегә табылмаған. Был юҫыҡтан эмоция үҙенән үҙе бындай кисерештәрҙе тыуҙыра, әммә был мотлаҡ түгел икәнен аңлау зарур, сөнки кисерештәр бары эшмәкәрлектең эске яйға һалыу процессына ғына ҡайтып ҡала.
Эмоциялар тәбиғи, хәрәкәткә килтереүсе һәм секреция (биҙҙәр тарафынан махсус матдәләр яһалыуы) үҙгәртеүҙәренә ҡайтып ҡалған тыумыштан килгән ябай эмоциональ процестарҙан алып хәтһеҙ ҡатмарлы һәм инстинкт нигеҙен юғалтҡан процестарға тиклем эволюцион үҫеш кисергән: улар булыусы йә ихтимал хәлдәргә, уларҙа ҡатнашыуыңа шәхси баһалау ҡарашын сағылдыра. Кешегә тыумыштан бирелгән һәм йәшәү менән бәйле беренсел эмоцияларға ҡурҡыу, асыу, ярһыу, ауыртыу һәм башҡа уларға оҡшаштар инә[4].
Эмоциялар тарих барышында үҙгәреп, социаль йәһәттән формалашыу сифаттарына эйә булған телдә сағыла, был төрлө этнографик һүрәтләүҙәрҙә күренә. Бындай ҡараш файҙаһына тыумыштан һуҡырҙарҙың ым менән күрһәтеүенең (мимикаһының) үтә ярлы булыуы ла асыҡ һөйләй[3].
Эмоцияны өйрәнеп-тикшереү алымдарына түбәндәгеләр инә[5]:
Белгестәр «эмоция» төшөнсәһе менән «хис (тойғо)» (чувство), «аффект» (ярһыу), «кәйеф» (настроение) һәм «кисереш» (переживание) төшөнсәләре араһында төрлө айырымлыҡтарҙы билдәләй:
Хис (тойғонан) айырмалы рәүештә эмоцияларҙың объектив бәйләнеше булмай: улар кемгә йә нәмәгә ҡарата түгел, ә дөйөм хәл-шарт (ситуация) айҡанлы тыуа. «Миңә ҡурҡыныс» — эмоция, ә «Мин ул кешенән ҡурҡам» — был хис (тойғо).
Аффект менән сағыштырғанда эмоцияларҙың ғәҙәттә тышҡы сағылышы булмаҫҡа мөмкин, улар ваҡыт буйынса күпкә оҙонораҡ, ә көс яғынан йомшаҡ була. Бынан тыш аффект субъект тарафынан уның "мин"легенең торошо булып, ә эмоциялар — уның «үҙендә» (эске донъяһында) булған хәл-торош тип ҡабул ителә. Был бигерәк тә эмоциялар аффектҡа яуап булып тыуғанда яҡшы һиҙелә. Мәҫәлән, кеше әле генә тоҡанып һүнгән асыуы өсөн яуап бирәсәк киләсәгенән ҡурҡыу кисерә[3].
Кәйефтән айырмалы эмоциялар сағыштырмаса тиҙ алмашынырға мөмкин, һәм улар көсөргәнешлерәк (интенсив) була[6].
Кисереш аша ғәҙәттә эмоция процестарының субъектив-психологик яғын аңлайҙар, был осраҡта уларҙың физиологик тарафы иғтибарға алынмай.
Эмоциялар һәм мотивацияларҙың субъектив аңлатмаларын айырып ҡарап буламы икәнлегенә бер төрлө генә ҡараш юҡ. Иван Павлов был терминдарҙы йыш ҡына синонимдар итеп ҡуллана. Уның уҡыусыларының береһе Ю. М. Конорски ҙа, уҡытыусыһына эйәреп, «был ике күренеш эмоциональ йәки мотивацион тип аталған берҙәм драйв-система менән көйләнә» тип иҫәпләй. Грузин совет ғалимы Иван Соломонович Бериташвили мотивлы эшмәкәрлек эмоциональ ярһыуға (ҡуҙғыуға) нигеҙләнгән тип иҫәпләй: асығыуҙың үҙе түгел, ә уны оҙатып килеүсе эмоциональ ҡуҙғыу ниндәйҙер хәрәкәткә сәбәп була. Совет физиологы, академик Пётр Кузьмич Анохин да шуға оҡшаш фекерҙәр тәҡдим итә: кире эмоциональ хәл организмды талаптарҙы ҡәнәғәтләндереүгә этәрһә, ыңғай эмоциялар һуңғы нығытыу факторы ролен үтәй[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.