From Wikipedia, the free encyclopedia
Шенжаң-Уйғыр автономиялы районы (ШУАР) (уйғ. شىنجاڭ ئۇيغۇر ئاپتونوم رايونى, Шинҗаң Уйғур аптоном райони, ҡыт. 新疆维吾尔自治区, ; ҡыҫҡаса Шенжаң ҡыт. «яңы сик») — Ҡытайҙың көнбайышындағы төбәге. Был илдең майҙаны яғынан иң ҙур территориаль-административ берәмеге.
Тарихи атамаһы — Көнсығыш Төркөстан; Ҡытай әҙәбиәтендә Синцзян (1760-сы йылдарҙан), 14-се быуатҡа ҡараған яҙмаларҙа һәм 16-17 быуаттарға ҡараған фарсы телендәге билдәле ҡулъяҙмаларҙа Уйғыриә, Уйғырстан тип аталған. Автономиялы район Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Рәсәй, Монголия, Афғанстан, Һиндостан менән сиктәш.
Халҡы — 21 813 334 человек (2010). Халыҡ, нигеҙҙә, Тарим уйһыулығында һәм Жуңғариялағы йылғалар үҙәнлектәрендә урынлашҡан Ҡашғар, Хөтән, Яркәнд, Аҡһыу, Кусар, Ғолжа ҡалалары һәм улар тирәһендәге өлкәләрҙә ғүмер итә. Мәркәзе — Өрөмсө (рус. Урумчи) ҡалаһы.
Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында район Сиюй (Көнбайыш йорттар) исеме менән телгә алынған.
Көнсығыш Төркөстан Бөйөк Ебәк юлында булыу сәбәпле, ул даими рәүештә ҙур дәүләттәр иғтибарын тартып торған. Б. э. 3-сө быуатында Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ өлөшө — Жуңғария сәнби, 5-6 быуаттарҙа жужан, 6 быуаттың икенсе яртыһында төрки ҡәбиләләре идараһында була. Төрки ҡағанлығы төҙөлгәндән һуң, уға Көнсығыш Төркөстандың ҡала-дәүләттәре керә.
7-се быуатта Көнсығыш Төркөстан һәм Жуңғарияла Тан династияһы хакимлыҡҡа килгән. 7-се быуаттың 70-се йылдарында уның көньяҡ өлөшө (хәҙерге Кусар, Хөтән, Ҡарашәһәр, Ҡашҡар) тибеттар ҡулына күсә. 9-сы быуатта Уйғыр ҡағанлығы емерелгәндән һуң, Орхон һәм Селенга йылғалары бассейнында йәшәгән уйғырҙарҙың бер өлөшө был яҡҡа күсеп килә.
Уйғыр дәүләте төҙөлә һәм ул бер нисә йыл ҡараҡатайҙарҙың вассалы була. 13-сө быуаттың 10-20 йылдарынан Сыңғыҙханға буйһондоролған. 1251 йылда Көнбайыш Жуңғария һәм Ҡашҡар ерҙәре Сығатай улусына кергән. Уйғыр дәүләте лә Монгол хандары ҡулы аҫтына күскән. 1399 йылда Шеңжандың төньяҡ өлөшөндә Ойрат ханлығы барлыҡҡа килә. XVII быуат урталарында Жуңғар ханлығы барлыҡҡа килә, уны XVIII быуат уртаһында Цин империяһы яулап ала[5][6].. 1465 йылда дуглат ҡәүеменән булған Әбү Бәкер етәкселегендә үҙәге Яркәнт ҡалаһы булған ханлыҡ барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ Хөтән һәм Ҡашҡар виләйәттәре, 1499-1504 йылдарҙа Акһыу, Өстурфан виләйәттәре был ханлыҡ составына ингән. Яркәнт ханлығы 1678 йылға тиклем йәшәп килгән.
2000 йылға | ||
---|---|---|
Халыҡ | Һаны | %-тарҙа |
уйғырҙар | 8 345 622 | 45,21 |
ҡытайҙар | 7 489 919 | 40,58 |
ҡаҙаҡтар | 1 245 023 | 6,74 |
дунғандар | 839 837 | 4,55 |
ҡырғыҙҙар | 158 775 | 0,86 |
монголдар һәм ҡалмыҡтар, дунсян, даурҙар | 194 891 | 1,14 |
«тажиктар» | 39 493 | 0,21 |
сибо | 34 566 | 0,19 |
манчжурҙар | 19 493 | 0,11 |
туцзя | 15 787 | 0,086 |
үзбәктәр | 12 096 | 0,066 |
урыҫтар | 8 935 | 0,048 |
мяо | 7 006 | 0,038 |
тибеттар | 6 153 | 0,033 |
чжуандар | 5 642 | 0,031 |
татарҙар | 4 501 | 0,024 |
саларҙар | 3 762 | 0,020 |
Нефть эшкәртеү, металлургия, машиналар эшләү, химия, текстиль сәнәғәте оҫтаханалары бар. Төҙөлөш материалдары эшләп сығарыла. Кәсепселек үҫеш алған: ебәк келәм туҡыу, металл, күндән төрлө әйберҙәр әҙерләп сығарыу, ҡағыҙ аҡса эшләп сығарыу менән шөғөлләнәләр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.