From Wikipedia, the free encyclopedia
Церий (лат. Cerium, Ce) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры — 58.
Церий элементының символы — Ce (Церий тип уҡыла).
Церий 1803 йылда фон Хисингер Берцелиус тарафынан асыла.
Бәләкәй планеталарҙың иң ҙурыһы Церера (Ceres) хөрмәтенә аталған, ә уныһы үҙ сиратында, рим уңыш алиһәһе хөрмәтенә аталған.
1803 йылда швед хеҙмәттәштәре В. Хейзенгер һәм Й. Я. Берцелиус менән бер ваҡытта тиерлек церийлы ерҙе асҡан немец химигы М. Г. Клапрот «церий» исеменә ҡаршы сыға, «церерий» тәҡдим итә. Ләкин Берцелиус, исемде әйтеү ҡыйынлыҡтарына һылтаныпп, үҙе биргән исемде һаҡлап ҡалған.
Ер ҡабығында церий йөкмәткеһе — 70 г/т, океан һыуҙарында — 5,2·10−6 мг/л[8].
Церийҙың төп ятҡылыҡтары Ҡытай, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавияла урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.