From Wikipedia, the free encyclopedia
Франк Илья Михайлович (10 (23) октябрь 1908 йыл — 22 июнь 1990 йыл) — ғалим-физик. СССР Фәндәр академияһы академигы (1968). Нобель премияһы лауреаты (1958). Ике тапҡыр Сталин премияһы (1946, 1953) һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1971).
Илья Михайлович Франк 1908 йылдың 10 (23) октябрендә Санкт-Петербургта йәһүд: математик (һуңынан профессор) Михаил Людвигович Франк һәм шәфҡәт туташы (һуңынан балалар фтизиатры) Елизавета Михайловна Франк (ҡыҙ фамилияһы — Грацианова) ғаиләһендә тыуа. Шунан алда ғына улар Түбәнге Новгородтан, Санкт-Петербургҡа күсенә.
Буласаҡ физиктың атаһы Мәскәүҙең билдәле йәһүд ғаиләһенән — уның ҡартатаһы, Моисей Миронович Россиянский XIX быуаттың 60-сы йылдарында Мәскәүҙә йәһүд йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Илья Михайловичтың ҡартатаһы, Людвиг Семенович Франк (1844—1882), Мәскәү дәүләт университетын тамамлай (1872), Мәскәүгә Вилен губернаһынан 1863 йылда поляк ихтилалы ваҡытында күсеп килә. Хәрби табип булараҡ 1877—1878 йылдарҙа рус-төрөк һуғышында ҡатнаша, Изге Станислав орденына һәм дворянлыҡҡа лайыҡ була[11]. Атаһының ҡустыһы (Илья Михайлович Франктың ағаһы) — күренекле урыҫ философы Семен Людвигович Франк; икенсе ағаһы — рәссам, скульптор, сценограф китап һәм иллюстраторы Леон (Лев Васильевич) Зак (псевдонимы Леон Россиянский, 1892—1980), 1910 йылдарҙа эгофутуристар (Хрисанф шиғри псевдонимы менән) хәрәкәте идеологтарының береһе.
И. М. Франктың ағаһы — совет биологы, СССР Фәндәр академияһы академигы Глеб Михайлович Франк.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.