Фонема
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фонемалар (боронғо грек теленән: φώνημα «тауыш») — телдең минималь семантик берәмеге. Фонема үҙ аллы лексик йә грамматик мәғәнәгә эйә түгел, ә телдең мөһим берәмектәрен (морфемаларҙы һәм һүҙҙәрҙе) айырыу һәм асыҡлау өсөн хеҙмәт итә:
- бер фонеманы икенсеһенә алмаштырғанда икенсе һүҙ килеп сыға (<к>әм — <т>әм);
- фонемаларҙың тәртибен үҙгәртһәң, тағы бер һүҙ килеп сыға (<ҡыйыш> — <шыйыҡ>);
- фонеманы алып ташлау ҙа икенсе һүҙгә килтерә (<б>ала — бал, ала).
Фонема | |
Ҡайҙа өйрәнелә | фонология |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Крушевский, Николай Вячеславович[d] һәм Бодуэн де Куртенэ Иван Александрович[1] |
Фонема Викимилектә |
Өндәрҙе билдәләү өсөн, ул фонологик яҡтан ҡаралһа, фонема терминын ҡулланалар.
«Фонема» терминын хәҙергегә яҡын мәғәнәлә Ҡазанда эшләп киткән поляк-Рәсәй лингвистары Н. В. Крушевский һәм И. А. Бодуэн де Куртенэ индерә. (Крушевскийҙың иртә вафатынан һуң Бодуэн де Куртенэ уның өҫтөнлөгөн күрһәтә).
Телдең абстракт берәмеге булараҡ фонема, матди яҡтан тормошҡа ашырылған аныҡ берәмек булараҡ, телмәр тауышына тап килә. Ҡәтғи әйткәндә, телмәр өндәре сикһеҙ күп төрлө; етерлек теүәл физик анализ күрһәтеүенсә, бер кеше бер ҡасан да бер үк тауышты бер төрлө әйтеп бирә алмай (мәҫәлән, баҫымлы [a']). Әммә бөтә был әйтелеш варианттары һүҙҙәрҙе дөрөҫ танырға һәм айырырға мөмкинлек бирһә, уның бөтә варианттарында ла [а'] тауышы бер үк <а> фонемаһын тормошҡа ашырыу була.
Фонема — фонологияның өйрәнеү объекты. Был төшөнсә алфавиттар, орфография принциптары һ. б. кеүек ғәмәли проблемаларҙы хәл итеүҙә мөһим роль уйнай.
Ым-ишара телдәренең минималь берәмеге элек хирема тип аталған.