Фонология
лингвистиканың телмәр өндәрен өйрәнгән бүлеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фонология (грек. φωνή «тауыш» + λόγος «ғилем») — телдең өндәр структураһын һәм тел системаһында өндәрҙең нисек эшләүен өйрәнеүсе лингвистика бүлеге. Фонологияның төп берәмеге — фонема, тикшеренеүҙәренең төп объекты — фонемаларҙың ҡапма-ҡаршылығы (оппозицияһы), бөтәһе бергә улар телдең фонологик системаһын барлыҡҡа килтерә[1].
Фонология | |
Өйрәнеү объекты | фонема һәм фонологическая система[d] |
---|---|
Фонология Викимилектә |
Күпселек белгестәр фонологияны (телмәр өндәренең функциональ яғы тураһындағы ғилем) фонетиканың (телмәр өндәре тураһындағы фән) бер бүлеге (өлөшө) итеп ҡарай; ҡайһы берҙәре (улар араһында, атап әйткәндә, Н. С. Соймонов һәм С. К. Шаумян кеүек күренекле фонологтар бар) был ике дисциплинаны лингвистиканың бер-береһе менән бөтөнләй киҫешлмәй торған бүлектәре тип ҡарай.
Фонологияның фонетиканан айырмаһы шунда: фонетиканың предметы телмәр өндәренең функциональ аспектына ғына ҡайтып ҡалмай, ә уның субстанциаль аспекттарын да, йәғни физик һәм биологик (физиологик) аспекттарын да (артикуляция, өндәрҙең акустик үҙенсәлектәре, тыңлаусы тарафынан ҡабул ителеше) солғай.
Хәҙерге фонологияны барлыҡҡа килтереүселәр иҫәбенә Иван (Ян) Александрович Бодуэн де Куртенэ инә, поляк сығышлы был ғалим Рәсәйҙә лә эшләгән. Фонология үҫешенә шулай уҡ Николай Сергеевич Трубецкой, Роман Осипович Якобсон, Лев Владимирович Щерба, Ноам Хомский, Моррис Халле ҙур өлөш индергән.