Грамматика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Грамматика (бор. грек. γραμματική γράμμα — «хәреф» тигәндән) — тел ғилеме (лингвистика) фәне тармағы. Ул телдең грамматик төҙөлөшөн, был телдә мәғәнәле, дөрөҫ телмәр сегменттарын (һүҙ формалары, синтагмалар, һөйләмдәр, диктемалар, текстар) төҙөү законлыҡтарын өйрәнә.
Ҡыҫҡа факттар Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу ...
Грамматика | |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | ব্যা◦ һәм ব্যাক. |
---|---|
![]() |
Ябырға
Грамматика был законлыҡтарҙы дөйөм грамматик ҡағиҙәләр рәүешендә билдәләй.
Фән булараҡ грамматика айырыла:
- тарихи грамматикаға — һүҙ төҙөлөшөн, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәрҙе тел тарихының төрлө баҫҡыстарын сағыштырыу юлы менән үҫешен өйрәнеүсе фән.
- синхрон грамматикаға — һүҙҙәрҙең, фразаларҙың һәм һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн синхрон терминдар менән өйрәнеүсе фән (XIX быуатта был дисциплина тасуирлау грамматикаһы тип атала).