From Wikipedia, the free encyclopedia
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты асыҡ акционерҙар йәмғиәте — баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, шулай уҡ алтын һәм көмөш етештереүсе предприятие, Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһында урынлашҡан.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты | |
Тармаҡ | тау эше |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1961 |
Дәүләт | Рәсәй |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Учалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Продукция | Баҡыр |
Рәсми сайт | ugok.ru/ru/ |
1968 йылдын 13 мартында байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сираты сафҡа индерелә.
1968 йылдын 31 декабрендә «Төҙөлөүсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһы тураһында» СССР-ҙың төҫлө метталургия министрлығының бойроғо сыға.
1990-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошманың акцияларын Урал тау-металлургия компанияһына һата. («Урал тау-металлургия компанияһы» холдингы — Екатеринбургтағы компания, ойоштороусыларының береһе, президенты һәм директорҙар советы рәйесе Искәндәр Мәхмудов[1], генераль директоры Андрей Козицин[2]).
Башҡортостанда Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән дүрт ҙур предприятие: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәттәре, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй[2].
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә урынлашҡан Кесе Учалы күле юҡҡа сыға. Ул комбинаттың ҡалдыҡтарын һаҡлағыс булып тора.
2011 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етештергән — баҡыр — 62 364,3 тн; — цинк — 109 690,8 тн.;
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етештергән: — баҡыр −20029,9 тн.; — цинк −1855,9 тн.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары Силәбе цинк заводында эшкәртелә.
Комбинат руданы 3 станция аша (Комбинатская, Рудная, Межозерная) артабан эшкәртеүгә ебәрә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.