From Wikipedia, the free encyclopedia
Собинов Леонид Витальевич (26 май (7 июнь) 1872 год, Ярославль[8] — 14 октябрь 1934, Рига) — урыҫ опера йырсыһы (лирик тенор), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1923), урыҫ классик вокал мәктәбенең иң эре вәкиле. Сергей Витальевич Волгиндың ҡустыһы.
Собинов Леонид Витальевич | |
рус. Леони́д Со́бинов | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 26 май (7 июнь) 1872[2][3] |
Тыуған урыны | Ярославль, Рәсәй империяһы[4][5][6][…] |
Вафат булған көнө | 14 октябрь 1934[5][2][7][…] (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Рига, Латвийская Республика[d][4][6] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Бер туғандары | Волгин, Сергей Витальевич[d] |
Балалары | Собинов, Борис Леонидович[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, адвокат |
Уҡыу йорто |
юридический факультет МГУ[d][3] Музыкально-драматическое училище Московского филармонического общества[d][3] |
Йырсы тауышы | лирический тенор[d][3] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Собинов Леонид Витальевич Викимилектә |
Леонид Витальевич Собинов сауҙа хеҙмәткәре, мещан Виталий Васильевич Собинов ғаиләһендә тыуған.
1881 йылда гимназияла уҡый. Ул гимназия хорында йырларға өйрәнә башлай. 1888 йылда хәйриә кисәһендә уның тәүге уңышлы сығышы үтә (Вильбоаның «Наташа, или Волжские разбойники» операһында хорҙа соло партияһын башҡара).
1890 йылда гимназияны көмөш миҙал менән тамамлағандан һуң, Л.В.Собинов Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған ваҡытта студенттар хорында ҡатнаша. 1892 йылдың көҙөнән П. А. Шостаковский саҡырыуы буйынса Музыкаль-драматик училищеға (буласаҡ ГИТИС) уҡырға инә, унда 1897 йылға тиклем А. М. Додонов һәм А. А. Сантагано-Горчаковала вокал менән шөғөлләнә). Ошо уҡ йылдарҙа итальян опера труппаһында сығыш яһай
1893 йылда йырсы был училищела ҡыған Мария Каржавинаға өйләнә (1898 йылда ҡатыны менән айырылыша).
Училищела уҡыу менән бер рәттән Собинов университетта уҡыуын да дауам итә. 1894 йылда университеттың юридик факультетын уңышлы тамамлай, һуңынан Мәскәү пехота училищеһында бер йыл юнкер булып хеҙмәт итә. Шунан һуң билдәле адвокат Федор Никифорович Плеваконың присяжный ярҙамсыһы булып эшләй.
1897 йылда училищела имтиханда Ҙур театр дирижеры Ипполит Альтани ҡатнашаь, ул Собиновты Ҙур театрға тыңларға саҡыра. Шул уҡ 1897 йылда ул Ҙур театрҙың солисы була. Собинов Ҙур театр сәхнәһендә Антон Рубинштейндың «Демон» операһында сығыш яһай. Ҙур театрҙа эшләгән осоронда йырсының 35 роле була, сәхнәлә 623 тапҡыр йырлай[9].
1899 йылдың көҙөндә Собинов адвокат практикаһын ҡалдыра һәм үҙен тулыһынса музыкаға бағышлай. Собинов үҙе тураһында былай тип һөйләй: «Юристар араһында иң яҡшы йырсы йәки йырсылар араһында иң яҡшы юрист»[9].
1900 йылдарҙа Собинов күп гастролдәрҙә була. Милан «Ла Скала» театрында (1904—1906), унда традицион итальян репертуарында йырлай, Монте-Карло, Мадрид, Лондон, Берлин, Парижда сығыш яһай (1909), Рәсәй буйынса күп йөрөй.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында шәфҡәтлелек концерттары ярҙамында яралыларға һәм хәйриә ихтыяждарына 200 мең һумдан ашыу аҡса йыя.
Ике тапҡыр Ҙур театр директоры була — 1917—1918 йылдарҙа һәм 1921 йылда. 1917 йылдың октябренән — Мәскәү советы театры комиссары; 1919 йылда Ҙур театр Директорияһы ағзаһы итеп һайлана.
1920 йылдың ноябрендә халыҡ мәғариф Севастополь бүлегендә сәнғәт бүлексәһе мөдире була. 1921 йылдың апрелендә Севастополдә консерватория булдырыуҙә тәҡдим итә[10]..
Мәскәүҙә, Камергер тыҡрығында 5/7 йорттоң 23-сө фатирында йәшәй (йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған). Собинов ғүмер буйы камера вокаль репертуарында даими сығыш яһай. Корней Чуковский үҙ хәтирәләрендә Собиновтың шәфҡәтлелек менән күп шөғөлләнеүен, атап әйткәндә, студенттарға, шул иҫәптән буласаҡ яҙыусы Андреев Леонидҡа ярҙам итеүен әйтә, мохтаж йәмғиәттәргә һәм ойошмаларға төрлө бүләктәр яһай.
1933 йылда 60 йәшендә сәхнәне ҡалдыра.
Собинов 1934 йылдың 14 октябрендә Ригала «Санкт-Петербург» ҡунаҡханаһында төндә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Кәүҙәһен Мәскәүгә махсус ҡайғы поезында алып киләләр. Новодевичье зыяратында ерләнә. Ҡайһы бер сығанаҡтар уның үлемен бер көн элгәре булған архиепископ Иоанн Рижскийҙың (Поммер) үлеме менән бәйләп, Леонид Собиновтың үлеме шарттарын сәйер булыуын күрһәтә[11].
1937—1994 йылдарҙа Мәскеәүҙең Кесе Кисловский тыҡырығы уның исемен йөрөтә[12]. Йырсы исеме менән урамдар Иваново, Киев, Минск, Полтава, Харьков, Донецк, Ярославль ҡалаларында, уның тыуған ерендә һәм БДБ. илдәренең башҡа ҡалаларында бар.
Әлеге ваҡытта Собинов исемен һарытау консерваторияһы, Ярославль музыка училищеһы (колледжы) һәм йыл һайын үткәрелгән музыка фестивале йөрөтә. 2007 йылдың 29 декабрендә Ярославлдә Собиновтың һәйкәлен асыу тантанаһы була (Максимов һәмТрефолев урамдары киҫешкән ерҙә).
1969—1993 йылдарҙа Мәскәү йылға пароходсылығының сәйәхәт теплоходы уның исемен йөрөткән[13].
Бынан тыш, Собинов исемен совет ( Бөйөк Британияла төҙөлгән) океан турбоходы йөрөткән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.