Сидней
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Си́дне́й[1] (ингл. Sydney, [ˈsɪdni][2] әйтелеше ) — 12 144,6 км² майҙаны менән Австралияның иң ҙур һәм иң боронғо ҡалаһы[3], 2017 йылдың июненә ҡарата халҡы 5 131 326 кеше тәшкил иткән[4]. Сидней Яңы Көньяҡ Уэльс штатының баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡалаға 1788 йылда Филлип Артур нигеҙ һалған, ул бында Беренсе флот башлығында килә һәм Австралияла беренсе колониаль ултыраҡ төҙөй[5]. Колонистар ҡаланы Бөйөк Британия колонияларының министры лорд Сидней хөрмәтенә атаған.
Ҡала | |||||
Сидней Sydney | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Штат |
Яңы Көньяҡ Уэльс | ||||
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
12144,6 км² | ||||
Климат тибы |
океаник | ||||
Халҡы |
4504469 человек (2009) | ||||
Тығыҙлығы |
371 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+10, йәйге UTC+11 | ||||
Телефон коды |
+61 2 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
cityofsydney.nsw.gov.au (инг.) | ||||
Сидней Австралияның көньяҡ-көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Ултыраҡ Тасман диңгеҙенән (~ 1 км) тар ҡултыҡ менән айырылыусы һуҙылып киткән Сидней-Харбор бухтаһының — Порт-Джэксон ҡултығының көньяҡ тармағының урта өлөшөндә урынлашҡан түңәрәк бәләкәй бухта ярында төҙөлә. Артабан ҡала Сидней-Харбор бухтаһынан көньяҡҡа ҡарай (бухтаның оҙонлоғо 20 км, киңлеге 1—3 км һәм тәрәнлеге 50 м тиклем), ә аҙаҡ уның тирәләй төҙөлә. Был Сиднейҙы йыш ҡына «Бухта янындағы ҡала» тип атауға сәбәп була.
Ваҡыт үтеү менән ҡала ҡоролмалары тулыһынса өс бухтаны — Сидней-Харборҙы, Урта бухтаны (ингл. Middle Harbour) һәм Төньяҡ бухтаны (ингл. Middle Harbour) үҙ эсенә алған Порт-Джексон ҡултығын биләй. Хәҙерге ваҡытта Сидней тағы ла ҙурайҙы һәм үҙ эсенә Тасман диңгеҙенең көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан Ботани ҡултығын ала, уның төньяҡ ярында Кинсфорд Смит исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан.
Ҡала үҙенең опера театры, Харбор-Бридж күпере һәм үҙенең пляждары менән дан тота. Ҙур Сиднейҙың торлаҡ йорттары милли парктар менән уратып алынған. Яр һыҙығы (тышҡы «диңгеҙ», шулай уҡ ҡала эсе лә) саманан тыш киҫкеләнгән. Унда күп һанлы ҡултыҡтар, бәләкәй бухталар, утрауҙар һәм пляждар бар.
1999 йылғы Лоуборо классификацияһына ярашлы ҡала бета-класс категорияһына ҡарай[6]. Сидней — күп һанлы халыҡ-ара сәйәси һәм спорт саралараын үткәреү урыны. Бында 1938 йылда Британия империяһының Уйындары, 2000 йылда Йәйге Олимпия уйындары, 2003 йылда регби буйынса Донъя чемпионаты үтә. 2007 йылдың сентябрендә Сиднейҙа АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) ил башлыҡтарының осрашыуы, 2008 йылдың июлендә Халыҡ-ара Йәштәр көнө үтә.
Сидней донъяның күп мәҙәниәтле һәм күп милләтле ҡалаларҙың береһе, был Австралияға даими йәшәү өсөн килгән иммигранттарҙың йәшәүе өсөн төп урын булыу факты менән бәйле.[7]. Мерсер тикшеренеүҙәренә ярашлы, Сидней тормоштоң ҡыйбатлығы буйынса Австралияла беренсе урында һәм донъяла был күрһәткес буйынса 66-сы урында тора[8].
Ҡалаға 1788 йылда инглиз колонистары тарафынан нигеҙ һалына һәм «Сидней» тип (ингл. Sydney) Бөйөк Британия колониялары министры лорд Сидней Томас хөрмәтенә атала. Шул уҡ 1788 йылда, тик бер нисә ай алдан, яҡында Порт-Джексон һалына, уны тиҙҙән Сидней йолоп ала. Шуға күрә XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башының тарих-география әҙәбиәтендә йыш ҡына Порт-Джексон (хәҙер Сидней) йәки Сидней (элекке Порт-Джексон) бәйләнеше осрай [9].
Радиоизотопҡа нигеҙләнгән хәҙерге тикшеренеүҙәр Австралияның ерле халҡын аборигендар тип раҫлай, улар тәүге тапҡыр Сидней территорияһында урынлашҡан урынға яҡынса 30 000 йыл элек килә[10]. Был урында төпләнгән аборигендар кадигал төркөмөнә ҡараған. Европалылар килгәнгә тиклем уларға Порт-Джексон ҡултығының көньяғына ҡарай территория ҡараған, унда беҙҙең көндәрҙә ҡаланың үҙәк райондары урынлашҡан[11]. Европалылар килгәнгә тиклем был урында йәшәгән аборигендарҙың теүәл һанын билдәләп булмаһа ла, уларҙың һаны 4000—8000 кеше булған тип фаразлана.
1770 йылда Джеймс Кук, ер шары тирәләй беренсе экспедицияһы ваҡытында Яңы Зеландиянан көнбайышҡа йөҙөп, үҙе Яңы Көньяҡ Уэльс тип атаған яңы ер аса. Яр буйлап төньяҡҡа ҡарай барып, үҙенең экспедицияһындағы ботаниктар Бэнкс һәм Соландер хөрмәтенә атаған Ботани ҡултығындағы Карнелл ярымутрауына төшә. Экспедиция бында флора, фаунаны һәм урындың картаһын төшөрөп һигеҙ көн үткәрә, шунан һуң яр буйлап төньяҡҡа ҡуҙғала.
1776 йылда АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш башланғандан һуң, американдар Бөйөк Британиянан үҙҙәренә ебәрелгән каторжандарҙы ҡабул итеүҙән баш тарта, һәм Британия төрмәләре улар менән тула. Колонияларҙың парламенты һәм министры Сидней[en] (ботаник Бэнкстың дуҫы) күскенсе-тотҡондарҙы Ботани-Бейға (унда яңы Британия колонияһын төҙөү өсөн) ебәрергә ҡарар итә.
Бөйөк Британия хәрби-диңгеҙ көстәре төҙөгән Беренсе флот капитан Артур Филлип етәкселегендә 11 карап һәм суднонан тора (2 хәрби карап — HMS Sirius флагманы, ул 511 тонналыҡ, ун пушкалыҡ хәрби сауҙа карабы һәм 175 тонналыҡ йомошҡа йөрөү хеҙмәте өсөн хәрби тендер HMS Supply, тотҡондар менән 6 транспорт, 278 алып 452 тоннаға тиклем, һәм кәрәк-яраҡтар менән 3 карап, 272 алып 378 тоннаға тиклем) Ботани-Бейға 1788 йылдың ғинуарында килә. Ботани-Бейҙың ярҙарын ентекле тикшергәндән һуң был урын яңы колониялар төҙөү өсөн етерлек яраҡлы булмай сыға, беренсе сиратта сөсө һыуҙың етешмәүе, тоҙ һәм елдәргә дусар булыуы мөмкинлек бирмәй. Артур Филлип шәхсән төньяҡҡа ҡарай 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан Порт-Джексонды тикшерә, Джеймс Кук уны картала билдәләй, әммә ентекле тикшермәй. Порт-Джэксондың ҙур өс тармаҡлы ҡултыҡ икәнлеген аса. Ҙур булмаған Төньяҡ тармағын тикшереп, (хәҙер был North Harbour), ул аҙаҡ ҡултыҡтың киң һәм океан елдәре һәм тулҡындары үтеп инә алмаҫлыҡ тармағына үтеп инә (хәҙер: Sydney Harbour), унда бик уңайлы түңәрәк бухта аса.
1788 йылдың 26 ғинуарында Беренсе флот Ботаниҙан Порт-Джексонға күсә, һәм Порт-Джексон ҡултығынан тармаҡланған, һуңғараҡ тип аталған 20 км һуҙылған һәм урта өлөшөндә урынлашҡан ошо ҙур булмаған түңәрәк Сидней бухтаһында якорын ташлай. Капитан Артур Филлип Яңы Көньяҡ Уэльстың Бөйөк Битанияға ҡушылыуын, бында беренсе тораҡ төҙөүен һәм, ошонан башлап үҙен Яңы Көньяҡ Уэльстың губернаторы булыуын иғлан итә. Хәҙер был көн — Австралияның милли байрамы. Башта яңы ауылды Альбион тип атау фаразлана, әммә һуңғы мәлдә Артур Филлип уны колония эштәре буйынса Бөйөк Британияның секретары булған лорд Томас Сидней хөрмәтенә атарға ҡарар итә[12].
Беренсе флот артынан тиҙҙән Икенсе флот, унан һуң Өсөнсө флот килә. Асылда, улар Беренсе флоттан бер нәмәһе менән дә айырылмай, сөнки был экспедицияларҙың төп маҡсаты, беренсе осраҡтағы кеүек үк, тотҡондарҙы Британия төрмәләренән яңы төҙөлгән колонияға ташыу була (Икенсе флот, дөрөҫөрәге, юлда күп кешеләрҙең зәңге һәм башҡа ауырыуҙарҙан үлеүе менән билдәләнә). Сидней оҙаҡ ваҡыт Бөйөк Британиянан килгән тотҡондарҙың төп урыны булып ҡала. 1815 йылдан башлап, Наполеон һуғыштары тамамланғанға тиклем, ирекле иммиграция әйләнеш ала башлай, 1820 йылда халыҡтың яҡынса 40%-ын тотҡондар тәшкил итә.
Тиҙҙән 1789 йылдан һуң Сиднейға йәнәш урында төпләнгән аборигендар араһында сәсәк эпидемияһы башлана, уның һөҙөмтәһендә уларҙың меңләгәне вафат була.
1808 йылда Сиднейҙа ром фетнәһе була. Ул Яңы Көньяҡ Уэльс губернаторы Уильям Блайҙың, «Баунти» карабында фетнә менән бәйле ошо ваҡиғаларың төп ҡатнашыусыһы Яңы Көньяҡ Уэльс корпусы офицерҙарының спиртлы эсемлектәргә монополияһын өҙөргә маташыу менән аңлатыла. Колонияла сикһеҙ хакимлыҡ менән файҙаланып, офицерҙар тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәр өсөн иҫәп-хисап яһағанда аҡса урынына спиртлы эсемлектәр ҡулланып халыҡты ҡолдарға тиерлек әйләндерә. Оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һәм һөйләшеүҙәрҙән һуң, ҡаршы тороу асыҡ конфронтацияға күсә, губернатор Блайҙы ҡулға алыуға һәм вазифаһынан сығарыуға килтерә. Был фетнә Австралияла власты уңышлы ҡораллы баҫып алыу миҫалы була. Сиднейға яңы хәрби контингенттар килгәндән һуң Корпус тарҡатыла, фетнәлә ҡатнашҡан офицерҙар язаһын ала. Әммә губернатор Блай үҙенең вазифаһынан алына һәм либераль Лаклан Маккуори менән алмашына.
Сиднейҙың ҡала райондары яр буйы үҙәнендә урынлашҡан, ул көнсығыштан Тымыҡ океан, көнбайышта Зәңгәр тауҙар, төньяҡтан Хоксбери йылғаһы һәм көньяҡта Король милли паркы менән сиктәш. Яр буйы һыҙаты күп һанлы ҡултыҡтар һәм бухталар менән киҫкеләнгән, улар боҙлоҡ дәүере аҙағында климаттың йылыныуы һәм Донъя океаны кимәленең күтәрелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән, һыу яр буйы үҙәндәрен һәм бейек булмаған тау тарлауыҡтарын баҫҡан. Сиднейҙың Сидней-Харбор бухтаһын үҙ эсенә алған Порт Джэксон ҡултығы, нәҡ шундай ҡатлам һәм донъяла иң ҙур тәбиғи бухта булып тора[13]. Ҡаланың тораҡ райондары территорияһында яҡынса 70 ҙур булмаған ҡултыҡ һәм пляж иҫәпләнә, шул иҫәптән ҡаланың көньяҡ өлөшөндә танылған Бондай-Бич[en] һәм төньяҡта Мэнли пляжы. Ҡаланың тораҡ райондары майҙаны 2001 йылға 1687 км² тәшкил итә[14]. Әммә Сидней Статистика бюроһы үҙ хисаптарында ҙур майҙанды, шул иҫәптән Зәңгәр тауҙар, Үҙәк яр буйы районын һәм ҡала янындағы милли парктарҙы ҡуллана. Шулай итеп, ҙур Сиднейҙың дөйөм майҙаны 12 145 км² тәшкил итә[15].
Географик яҡтан Сидней ике төбәк: ҡултыҡтан көньяҡ һәм көнбайышҡа ҡарай сағыштырмаса яҫы урын булған Камберленд тигеҙлеге һәм ҡаланан төньяҡҡа ҡарай Хорнсби яйлаһы араһында урынлашҡан. Ҡаланың иң боронғо тарихи райондары Порт-Джексон култығының көньяк ярында урынлашҡан. Төньяҡ яр буйы үҙенең таулы рельефы һәм ҡаланың иртә үҫешендә бында ябай килеү мөмкинлеге булмағанлыҡтан байтаҡ һуңыраҡ үҫешә. Сидней-Харборҙың төньяҡ яры һәм Порт-Джексон ҡултығының пункттары менән бәйләнеш ул саҡта (хәҙер ҙә дауам итә) ҡаланың үҙәк пристаненән борамдар ярҙамында башҡарыла. Ул «Сёркьюлар-Ки»[en] тип атала — тәржемәлә «Түңәрәк пристань» йәки «Циркуляр пристань». Ҡаланың төньяҡ райондарының үҫеше менән хәл ҡырҡа 1932 йылдан һуң ғына үҙгәрә, ул ваҡытта Харбор-Бридж күпере төҙөлөшө тамамлана.
Сидней үҙе өсөн уртаса эҫе йәй һәм йылы ҡыш хас булған субтропик океан климаты зонаһында урынлашҡан. Яуым-төшөм күләме йыл дауамында ҡыш айҙарындағы өҫтөнлөк менән бүленә. Океанға йәнәш ҡала райондарында климат тигеҙерәк, ләкин континенталь Австралияла төптәрәк урынлашҡан көнбайыш райондарҙа йыш ҡына температураның экстремаль сағылыштары күҙәтелә. Иң йылы ай һауаның уртаса 16,6—25,8 °C температураһы менән ғинуар һәм һауа температураһының 30 °C ашыу булған көндәрҙең уртаса һаны — 14,6. Температураның абсолют рекорды 2013 йылдың 18 ғинуарында Австралияла иң эҫе мәлдә теркәлгән, һауа температураһы 45,8 °C, ҡала тирәһендә 47 °C тәшкил иткән. Көслө эҫелекте бер нисә сәғәткә эҫе көнбайыш еле алып килә, ул ҡояш менән бергә бер нисә сәғәт эсендә ҡаланы 24 °C ҡыҙҙыра. Шуның өҫтәүенә икенсе көндә ел киреһенә иҫә, һәм температура инде 22 °C юғарыраҡ күтәрелмәй. Ҡышҡы температура яр буйы райондарында һирәк 5 °C түбән төшә. Иң һалҡын ай уртаса көнлөк 8—16,2 °C температура менән июль иҫәпләнә. Рекордлы түбән температура Сиднейҙа 2,1 °C кимәлендә теркәлгән.
Йыл дауамында яуым-төшөмдәр ҡалала, көнсығыш елдәре һауа торошон билдәләгәндә, йылдың беренсе айҙарында ҡайһы бер өҫтөнлөк менән аҙмы-күпме тигеҙ бүленә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме Сиднейҙа 1217 мм тәшкил итә, йылда ямғырлы көндәрҙең уртаса һаны — 138. Ҡар яуыу ҡаланың үҙәк өлөшөндә һуңғы тапҡыр 1836 йылда теркәлгән. Әммә 2008 йылда ҡалала яуған ҡар ярмаһы, 1836 йылдағы шул уҡ күренештең, ҡар булмауы тураһында уйланырға мәжбүр итә[16]. 1947 йылда Сиднейҙа борсаҡ яуа, унан меңдән ашыу кеше зыян күрә.
Сидней циклондар йоғонтоһона көслө дусар булмаһа ла, Эль-Ниньо ҡала климатын булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Был күренеш фазаға ҡарап, бер яҡтан ҡоролоҡ һәм урман янғындарының сәбәбе булырға, икенсе яҡтан, шторм һәм һыу баҫыуҙарға килтереүе мөмкин. Урмандарға яҡын урынлашҡан күп ҡала райондары туранан-тура урман янғындарының ҡурҡынысына дусар була. Янғындар ҡала янында бигерәк тә 1994 йылда, шулай уҡ 2001 йыл—2002 йылдарҙа көслө була. Янғын хәүефле миҙгелдәр булып йәй һәм яҙ тора. Ҡалала йыш ҡына көслө борсаҡ һәм көслө штормлы елдәр була. Иң көслө борсаҡ яуыуы ҡала территорияһында 1999 йылда яуа. Ул Сиднейҙың үҙәк һәм көнсығыш райондарына шаҡтай ҙур зыян килтерә. Был шторм ваҡытында күтән төшкән боҙҙар диаметрында яҡынса 9 сантиметрға етә. Был ҙур емереклектәргә килтерә, уны страховкалау компаниялары яҡынса $1,7 млрд. һум баһалай[17]
Сидней һыу баҫыуҙарға ла дусар була, һыу баҫыу ҡалала башлыса ҡыш һәм яҙ ваҡытында яуған мул ямғырҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Мул ямғырҙар был осорҙа, үҙ сиратында, көнсығыш Австралия территорияһы өҫтөнән түбән баҫым өлкәһе үтеү менән бәйле. Мул яуым-төшөмдәрҙән тыш был осорҙа һауа торошо диңгеҙҙә көслө елдәр һәм йыш штормдар менән характерлана. Иң көслө һыу баҫыу Сиднейҙа 1986 йылдың 6 авгусында була, ҡалаға 24 сәғәт эсендә 327,6 миллиметр яуым-төшөм яуа. Был һыу баҫыу ҡаланың ҡайһы бер өлөштәрендә трансопрттың туҡталыуына килтерә, күп биналар зыян күрә[18].
Австралия метеорология мәғлүмәттәре буйынса 2002 һәм 2005 йылдар араһы осоро 1859 йылдағы күҙәтеүҙәр башынан алып иң эҫе йәй айҙары булып теркәлә. 2004 йылда уртаса максимум көндөҙгө температура 23,39 °C тәшкил итә, 2005 йылда — 23,35 °C, 2002 йылда — 22,91 °C, 2003 йылда — 22,65 °C. 1859 һәм 2004 йылдар араһындағы осорҙа уртаса көндөҙгө максималь температура 21,6 °C тәшкил иткән. 2003 йылдың ноябренән башлап, Сиднейҙа уртаса максималь көндөҙгө температура осор өсөн уртасанан кәм булған тик ике ай: 2005 йылдың марты (температура 1 °C уртасанан түбән)[19] һәм 2006 йылдың июне (0,7 °C)[20]. Ләкин Бюро мәғлүмәттәренә ярашлы 2007/2008 йылдың йәйе бөтә күҙәтеүҙәр тарихында иң һалҡыны була. Был мәғлүмәттәргә ярашлы 2009/10 йылдың йәйе 11 йыл эсендә иң һалҡыны, шулай уҡ 6 йыл эсендә иң ямғырлыһы була. Был бөтә тарихта көндөҙгө температура 31 °C юғары күтәрелмәгән өсөнсө йәй була[21].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 45,8 | 42,1 | 39,8 | 35,4 | 30,0 | 26,9 | 26,5 | 31,3 | 34,6 | 38,2 | 41,8 | 42,2 | 45,8 |
Уртаса максимум, °C | 27,0 | 26,8 | 25,7 | 23,6 | 20,9 | 18,2 | 17,9 | 19,3 | 21,6 | 23,2 | 24,2 | 25,7 | 22,8 |
Уртаса минимум, °C | 20,0 | 19,9 | 18,4 | 15,3 | 12,3 | 10,0 | 8,9 | 9,7 | 12,3 | 14,6 | 16,6 | 18,4 | 14,7 |
Абсолют минимум, °C | 10,6 | 9,6 | 9,3 | 7,0 | 4,4 | 2,1 | 2,2 | 2,7 | 4,9 | 5,7 | 7,7 | 9,1 | 2,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 91 | 132 | 118 | 114 | 101 | 142 | 80 | 75 | 63 | 68 | 91 | 73 | 1147 |
Сығанаҡ: Австралийское бюро метеорологии |
Архитектура яғынан Сидней үҙенең үҙәгендә күп ҡатлы йорттарҙы[22] һәм уның тирәләй верандалы колониаль йорттар менән ҙур шәхси секторҙы берләштерә[23].
Ҡалала дини биналар күп. Изге Петр, Изге Филип һ.б. христиан англикан сиркәүҙәре, Изге София сиркәүе һәм Петропавловск соборы, Дева Мария Соборы православие сиркәүҙәре, эре мәсеттәр (Лакемба мәсете һәм Оберн-Галлиполи мәсете) һәм Ҙур синагога бар.
Сидней опера театры ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып тора.
2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Сидней һәм уның тирә-яғында 4 119 190 кеше иҫәпләнгән, бының өҫтәүенә Сиднейҙың үҙендә — 3 641 422 кеше[26]. Сидней халҡы йыш үҙҙәрен австриялы, инглиз, ирланд, шотланд һәм ҡытай сығышлы тип билдәләй. Халыҡ иҫәбе буйынса Сиднейҙа 1,1 % аборигендар, ә халыҡтың 37,7 % Австралиянан ситтә тыуғанлығын күрһәтә. Ҡаланың 18,1 % кешеһе — Азиянан килгән[27]. Иммигранттарҙың өс төп сығанағы — Бөйөк Британия, Ҡытай һәм Яңы Зеландия. Унан һуң Вьетнам, Ливан, Һиндостан, Италия һәм Филиппин килә. Инглиздәрҙән башҡа халыҡтың күп өлөшө инглиз теленән тыш тағы бер телдә һөйләшә, йышыраҡ ҡытай кантон йәки төньяҡ ҡытай телендә, ғәрәп, грек һәм вьетнам телендә[28]. Урыҫ телендә 13 220 кеше һөйләшә, уларҙың 156-нан инглиз теленә эйә булыу кимәле тураһында һорауға яуап алынмай[29]. Сидней проценттарҙан сығып халҡының сит илдәрҙә тыуыуы буйынса донъяла етенсе урында тора. Халҡының уртаса йәше — 36 йәш, 15,4 % — 65 йәштән өлкәнерәктәр, 15,2 % иң кәмендә бакалавр дипломына эйә.
2011 йылғы иҫәп алыуҙар мәғлүмәттәренә ярашлы, урыҫ телендә 15 431 кеше һөйләшә, шуларҙың 181 кешеһе инглиз теле тураһында һорауға яуап бирмәй[30]. Ҡалала 4 391 674 еншн йәшәй[31]. Уларҙың 60,9 % үҙен христиандар тип һанай, 17,6 % — бер ниндәй ҙә дин тотмай, 7,6 % һорауға яуап бирмәй, 4,7 % — мосолмандар, 4,1 % — буддистар, 2,6 % — индуистар, 0,9 % — йәһүдтәр һәм 1,6 % — башҡа дин вәкилдәре[32].
Сидней иҡтисадының мөһим секторҙары булып хеҙмәтләндереү өлкәһе, сауҙа, етештереү, һаулыҡ һаҡлау һәм коммуналь хеҙмәт тора[33]. 1980 йылдарҙан башлап, хеҙмәт баҙарында хәл шулай итеп үҙәгәрә, етештереү өлкәһенән эш урындарының хеҙмәтләндереү һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһенә күсеүе артҡандан арта. Сидней иҡтисады Австралияның бөтә иҡтисадының яҡынса 25 процентын тәшкил итә[34]. Ҡалала Австралияның ҡиммәтле ҡағыҙҙар биржаһы һәм Резерв банкы, шулай уҡ 90 банктың һәм илдәге иң ҙур комапанияларҙың яртыһынан күберәгенең штаб-фатирҙары урынлашҡан. Сидней халыҡ-ара компанияларҙың төбәк офистары урынлашҡан Австралияның төп үҙәге булып тора[35]. Австралияның ун иң эре компанияларҙан дүртеһенең Сиднейҙа офистары бар (Caltex Australia, Commonwealth Bank, Westpac һәм Woolworth). Fox Studios Australia ҡалала ҙур киностудияһына эйә. Сидней фьючерс биржаһы (SFE) Австралия-Тымыҡ океан төбәгендә иң ҙур биржа. Ул донъяла 12-се иң ҙур фьючерс биржаһы һәм опциондар әйләнеше буйынса 19-сы[36]. Forbes тикшеренеүҙәренә ярашлы, 2014 йылда Сидней, йәлеп ителгән сит ил инвестициялары һәм ғөмүмән иҡтисады торошо буйынса, донъяның иң йоғонтоло ҡалалары исемлегендә һигеҙенсе урында тора[37].
Ҡала халҡы Австралияла йән башына иң юғары уртаса килемгә эйә, ул бер кешегә 42 599 US$ тура килә. 2004 йылға ҡарата эшһеҙлек кимәле ҡалала 4,9 процент тәшкил иткән[38]. The Economist журналы тикшеренеүҙәренә ярашлы, Сидней донъяла иң ҡиммәтле ҡалалар исемлегенең 16-сы урынын биләй. Башҡа тикшеренеүҙәр уның халҡының эш хаҡы кимәле буйынса ҡала 15-се урында тороуын күрһәтә[39]. 2007 йылдың 20 сентябренә ҡарата Сиднейҙа йорттарҙың уртаса хаҡы башҡа Австралия йорттары араһында ныҡ юғары була һәм 559 000 A$ тора[40]. Сидней Австралияла шулай уҡ рентаның иң юғары уртаса кимәленә эйә: ул аҙнаһына 450 A$ тәшкил итә.
Ҡаланың үҙәк өлөшөндә күп һанлы офистарҙан тыш сауҙа үҙәктәре, магазиндар һәм кибеттәр күп. Магазиндарға йөрөү, күп һанлы спорт һәм мәҙәни ваҡиғалар, архитектура, тарихи урындар һәм ҡаланың матур тәбиғәте бында Австралиянан ғына түгел, бөтә донъя туристарын йәлеп итә. 2004 йылда статистикаға ярашлы ҡалаға 7,8 миллион Австралия туристары һәм сит илдәрҙән 2,5 миллион ҡунаҡ килгән[41].
Сиднейҙың 6 туғандаш ҡалаһы бар[42]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.