From Wikipedia, the free encyclopedia
Празеодим (лат. Prasaeodymum, Pr) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 59.. Лантаноидтар төркөмөнән, көмөшһыу мәғдән.
Празеодим | |
Масса | 140,90766 ± 1,0E−5 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | йәшел һәм близнец[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Карл Густав Мосандер[d][2] |
Асыу датаһы | 1841[2] |
Элемент символы | Pr[3] |
Химик формула | Pr[4] |
Каноническая формула SMILES | [Pr][4] |
Атом һаны | 59[5] |
Электр кирелеге | 1,13 |
Ионный радиус | 0,99 ангстрем[6], 1,13 ангстрем[6], 0,85 ангстрем[6] һәм 0,96 ангстрем[6] |
Тығыҙлыҡ | 6,773 грамм на кубический сантиметр |
Иреү температураһы | 1208 K |
Ҡайнау нөктәһе | 3403 K |
Скорость звука | 2280 метр в секунду |
Удельное электрическое сопротивление | 7,0E−7 Ом-метр |
Празеодим Викимилектә |
59 | Празеодим |
140,908 | |
4f36s2 |
Празеодим элементының символы — Pr (Празеодим тип уҡыла).
Исеме грек. πράσιος — «аҡһыл-йәшел» һәм δίδυμος — «игеҙәк» тигәнде аңлата. Бындай атама менән ул тоҙҙарының төҫөнә һәм элементтың асылыу тарихына бурыслы.
Празеодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла. Ул 1839 йылда швед химигы Карл Мосандер тарафынан табылған дидим элементының физик һәм химик үҙенсәлектәре яҡын булған ике элементтың ҡатнашмаһы булыуын билдәләй, уларға ул неодим һәм празеодим тип исем бирә.
Ер ҡабығында празеодимдың йөкмәткеһе — 9 г/т, океан һыуҙарында — 2,6·10−6мг/л[7].
Празеодимды һирәк осрай торған ер элементтары менән ҡатнашмаларҙан алалар. Экстракциялы һәм хроматографик бүлеү һәм ваҡлап кристаллаштырыу ваҡытында празеодим еңел лантаноидтар менән бергә туплана һәм неодим менән ҡушылып айырыла. Артабан празеодимды неодимдан айыралар һәм 850oC температурала термик юл менән йәки электролизлап таҙа металл рәтенә күсерәләр.
Празеодим иондары 1,05 мм тулҡын оҙонлоғо менән лазер нурланышын тыуҙырыу өсөн ҡулланыла (инфраҡыҙыл нурланыш). Празеодим фториды лазер материалы булараҡ ҡулланыла. Празеодим оксиды быяла иретеү өсөн файҙаланыла, уға ҡушылғанда аҡһыл- йәшел төҫ бирә.
Празеодим мишметалл компоненты булып тора, ҡоросҡа легирлау өҫтәмәһе итеп файҙаланыла. Магнийлы кобальт һәм никель иретмәләре составына инә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.