Празеодим

From Wikipedia, the free encyclopedia

Празеодим

Празеодим (лат. Prasaeodymum, Pr) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 59.. Лантаноидтар төркөмөнән, көмөшһыу мәғдән.

Ҡыҫҡа факттар Масса, Кем хөрмәтенә аталған ...
Празеодим
Thumb
Масса 140,90766 ± 1,0E−5 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған йәшел һәм близнец[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Карл Густав Мосандер[d][2]
Асыу датаһы 1841[2]
Элемент символы Pr[3]
Химик формула Pr[4]
Каноническая формула SMILES [Pr][4]
Атом һаны 59[5]
Электр кирелеге 1,13
Ионный радиус 0,99 ангстрем[6], 1,13 ангстрем[6], 0,85 ангстрем[6] һәм 0,96 ангстрем[6]
Тығыҙлыҡ 6,773 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы 1208 K
Ҡайнау нөктәһе 3403 K
Скорость звука 2280 метр в секунду
Удельное электрическое сопротивление 7,0E−7 Ом-метр
 Празеодим Викимилектә
Ябырға
59
Празеодим
140,908
4f36s2

Символы

Празеодим элементының символы — Pr (Празеодим тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышы

Исеме грек. πράσιος — «аҡһыл-йәшел» һәм δίδυμος — «игеҙәк» тигәнде аңлата. Бындай атама менән ул тоҙҙарының төҫөнә һәм элементтың асылыу тарихына бурыслы.

Тарихы

Празеодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла. Ул 1839 йылда швед химигы Карл Мосандер тарафынан табылған дидим элементының физик һәм химик үҙенсәлектәре яҡын булған ике элементтың ҡатнашмаһы булыуын билдәләй, уларға ул неодим һәм празеодим тип исем бирә.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында празеодимдың йөкмәткеһе — 9 г/т, океан һыуҙарында — 2,6·10−6мг/л[7].

Сығарып алыу

Празеодимды һирәк осрай торған ер элементтары менән ҡатнашмаларҙан алалар. Экстракциялы һәм хроматографик бүлеү һәм ваҡлап кристаллаштырыу ваҡытында празеодим еңел лантаноидтар менән бергә туплана һәм неодим менән ҡушылып айырыла. Артабан празеодимды неодимдан айыралар һәм 850oC температурала термик юл менән йәки электролизлап таҙа металл рәтенә күсерәләр.

Ҡулланыу

Празеодим иондары 1,05 мм тулҡын оҙонлоғо менән лазер нурланышын тыуҙырыу өсөн ҡулланыла (инфраҡыҙыл нурланыш). Празеодим фториды лазер материалы булараҡ ҡулланыла. Празеодим оксиды быяла иретеү өсөн файҙаланыла, уға ҡушылғанда аҡһыл- йәшел төҫ бирә.

Празеодим мишметалл компоненты булып тора, ҡоросҡа легирлау өҫтәмәһе итеп файҙаланыла. Магнийлы кобальт һәм никель иретмәләре составына инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

*Изотопы празеодима

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.