Парфия батшалығы
боронғо дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Парфия батшалығы (пехл. Aryānšaθr / Aryānšahr (шулай уҡ Парфия державаһы йәки Парфия империяһы; ориг. Parθava — Pahlav/Pahlavanigh)[1] — боронғо дәүләт, уның биләмәләре Каспий диңгеҙенән көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан хәҙерге Төркмәнстан, Иран, Ираҡ, Афғанстан һәм Пакистан территорияларында урынлашҡан була. Беҙҙең эраға тиклем 250 йылдар тирәһендә Селевкиҙар дәүләтенә буйһонған Парфия сатрапияһында барлыҡҡа килә. Төп халҡы — парфяндар. Батшалыҡ сәскә атҡан осоронда (беҙҙең эраға тиклем I быуат уртаһы) Месопотамиянан Һиндостан сиктәренә тиклемге ғәйәт киң өлкәне үҙенә һәм үҙенең сәйәси йоғонтоһона буйһондора. 470 йыл тип әйтерлек был батшалыҡ була һәм беҙҙең эраға тиклем 220-се йылдарҙа дәүләт булараҡ йәшәүҙән туҡтай.
Парфия батшалығы | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 247 |
---|---|
Рәсми резиденция | Ктесифон[d], Экбатана[d], Ниса (ҡала), Asaak[d], Рей[d], Суза һәм Гекатомпил[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Парфия |
Нигеҙләүсе | Аршак I[d] |
Рәсми тел | парфянский язык[d], койне[d], Арамей телдәре, Урта фарсы теле һәм вавилонский язык[d] |
Культура | Большой Иран[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Парфия батшалығы |
Административ үҙәк | Ниса (ҡала), Ктесифон[d], Селевкия[d] һәм Гекатомпил[d] |
Идара итеү формаһы | феодальная монархия[d] |
Дәүләт башлығы вазифаһы | Шаһиншаһ |
Валюта | Parthian coins[d] |
Сиктәш | Рим империяһы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Сәсәниҙәр дәүләте |
Алмаштырылған | Месопотамия[d] |
Алыштырған | Селевкиҙар дәүләте |
Ҡулланылған тел | парфянский язык[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 224 |
Рәсми дине | Зороастризм һәм митраизм[d] |
Парфия батшалығы Викимилектә |
Боронғо Рим тарихсыһы Марк Юниан Юстиндың «Помпей Троганың „Филипп тарихы“ әҫәре эпитомаһы» әҫәрендә, Парфия батшалығына скифтар нигеҙ һалған, тип күрһәтелә.[2]
Ҡытайҙың Чжан Цянь йылъяҙмаларында Парфия Аньси тип атала[3].