From Wikipedia, the free encyclopedia
Нуриев Зыя Нурый улы (21 март 1915 йыл — 19 октябрь 2012 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, СССР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1986), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1966).
Нуриев Зыя Нурый улы | |||||||||
| |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
3 апрель 1973 — 1 ноябрь 1985 | |||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Николаевич Косыгин Николай Александрович Тихонов | ||||||||
Алдан килеүсе: | Полянский Дмитрий Степанович СССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары | ||||||||
Дауамсы: | Всеволод Серафимович Мураховский | ||||||||
| |||||||||
17 сентября 1969 — 3 апреля 1973 | |||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Николаевич Косыгин | ||||||||
Дауамсы: | Григорий Сергеевич Золотухин | ||||||||
| |||||||||
26 июнь 1969 — 17 сентябрь 1969 | |||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Николаевич Косыгин | ||||||||
Алдан килеүсе: | Леонид Романович Корниец | ||||||||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлә | ||||||||
| |||||||||
14 июнь 1957 — 15 июль 1969 | |||||||||
Алдан килеүсе: | Семён Денисович Игнатьев | ||||||||
Дауамсы: | Шакиров Миҙхәт Закир улы | ||||||||
Тыуған: | 8 март (21 март) 1915 Үрге Ыласынтау ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Башҡортостандың Бөрө районы) | ||||||||
Үлгән: | 19 октябрь 2012 (97 йәш) Мәскәү, Рәсәй | ||||||||
Ерләнгән: | Новодевичье зыяраты[d] | ||||||||
Партия: | 1939 йылдан ВКП(б) | ||||||||
Белеме: | ВКП(б)ҮК юғары партия мәҡтәбе | ||||||||
Ғилми дәрәжәһе: | иҡтисади фәндәр кандидаты | ||||||||
Профессияһы: | тарих уҡытыусыһы | ||||||||
Наградалары: |
|
Зыя Нурый улы Нуриев 1915 йылдың 21 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ыласынтау ауылында тыуған.
1933 йылда Башҡортостан халыҡ мәғарифы институтын тамамлай. 1933—1935 йылдарҙа колхоз йәштәре мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1935—1938 йылдарҙа Борай районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.
1938—1940 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафында хеҙмәт итә. 1940—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
1942—1943 йылдарҙа Полуб МТС-ы политбүлек етәксеһе вазифаһын үтәй. 1943—1944 йылдарҙа ВКП(б)-ның Боҙаяҙ район комитетының 2-се секретары
1951 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1951—1952 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партия, профсоюз, комсомол ойошмалары бүлеге мөдире
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.