СССР һәм Рәсәй геологы From Wikipedia, the free encyclopedia
Нестеров Иван Иванович (1 ғинуар 1932, Параткуль[d], Урал өлкәһе — 1 февраль 2019 (87 йәш), Төмән) — СССР һәм Рәсәй геологы, донъяла иң ҙур Уренгой газ ятҡылығын беренсе асыусыларҙың береһе. Ғилми-редакцион совет һәм «Ҙур Төмән энциклопедияһы» редколлегияһы ағзаһы (2004)[1][2].
Нестеров Иван Иванович (геолог) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1932 |
Тыуған урыны | Параткуль[d], Ольховский район[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 февраль 2019 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Төмән, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Төмән |
Һөнәр төрө | геолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | геология |
Эш урыны |
ТюменНИИгипрогаз[d] Төмән дәүләт нефть һәм газ университеты[d] Институт нефтегазовой геологии и геофизики им. А. А. Трофимука Сибирского отделения Российской академии наук (ИНГГ СО РАН)[d] Сибирское отделение Российской академии наук[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт тау университеты |
Ғилми исеме | РФА ағза-корреспонденты[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иван Иванович Нестеров 1932 йылдың 1 ғинуарында (документтар буйынса 2 ғинуарҙа[3]) РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Ольховка районы Параткуль ауыл Советы Параткуль ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, хәҙер ауыл Советы Ҡурған өлкәһенең Далматово районына инә[4].
Мәктәпте Свердловск ҡалаһында 1949 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда Свердловск тау институтына «Файҙалы мәғдән ҡаҙылмалары геологияһы» һөнәре буйынса уҡырға инә. Институтта уҡығанда «Нефть геологияһы» һөнәрен һайлай. 1954 йылда институтты отличие менән тамамлағандан һуң, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау кафедраһында эшкә ҡала һәм шул уҡ йылда Свердловск тау институты аспирантураһына уҡырға инә, 1957 йылда уны тамамлай.
1954 йылда Себер геология, геофизика һәм минераль сеймал ғилми-тикшеренеү институтында эшләү өсөн Новосибирск ҡалаһына эшкә күсә, ул шул уҡ йылда Бөтә Союз нефть тикшеренеү геология разведкалау институтының Томск филиалы һәм Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институтының филиалы ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ойошторола.
1958 йылда Свердловск тау институтының Ғилми советында, Урта Приобьены ла индереп, Көнбайыш Себерҙең көньяҡ өлөшөнөң нефть һәм газ биреүсәнлеге проблемаларына арналған кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1960 йылда И. И. Нестеров Себер геология, геофизика һәм минераль сеймал ғилми-тикшеренеү институтының Төмән филиалына эшкә күсә. Был ваҡыттан алып Иван Иванович Нестеровтың яҙмышы Төмән өлкәһенең яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән.
1960 —1971 йылдарҙа ул — Себер геология, геофизика һәм минераль сеймал ғилми-тикшеренеү институтының Төмән филиалында (1964 йылдың 8 июненән — Көнбайыш Себер ғилми-тикшеренеү геология разведкалау нефть институты) өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, бүлек мөдире, директор урынбаҫары. 1966 йылда ул геология-минералогия фәндәре докторы дәрәжәһе, ә ике йылдан һуң, 1968 йылда — профессор исеме ала.
1966 йылдан КПСС ағзаһы.
Төмән өлкәһендә йәш ғалимдар советы рәйесе (1968—1971).
1970 йылда Урта Приобьела яңы нефть ятҡылыҡтары асҡаны һәм сәнәғәт запасын тиҙләтеп әҙерләгәне өсөн Иван Иванович Нестеровҡа В. А. Абазаров, Л. Н. Кабаев, Ф. К. Салманов, В. Г. Смирнов, А. Д. Сторожев менән бергә Ленин премияһы бирелә.
1971 йылдан Көнбайыш Себер ғилми-тикшеренеү геология разведкалау нефть институтының директоры. 1976 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. Халыҡ-ара ижтимағи фәндәр академияһының Геоэкология (1994), Минераль ресурстар (1995), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм экологияһы бүлектәре академигы (2002).
Көнбайыш Себерҙең күпселек нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша, Уренгой нефть газ конденсатлы ятҡылығын беренсе асыусыларҙың береһе.
Төмән өлкәһенең «Белем» йәмғиәте рәйесе (1968—1991),
Рәсәй Федерацияһы минераль ресурстар академияһының Көнбайыш Себер бүлексәһе рәйесе, РФА-ның Бөтә Рәсәй минералогия йәмғиәтенең Төмән бүлексәһе рәйесе (1985—2015), СССР Фәндәр академияһының (РФА-ның) Мәскәү, Екатеринбург, Төмән һәм Новосибирск бүлексәләре, СССР (РФ) халыҡ-ара Милли комитеты, Америка геолог-нефтселәр йәмғиәте, Чехия, Аргентина экологик фирмалары идараһы ағзаһы; ҡайһы бер фәнни журналдарҙың редколлегия ағзаһы: «Минеральные ресурсы России» (1991—1996), «Геология и геофизика» (1983—2019), «Советская геология» (1980—1990), «Геология нефти и газа» (1980—1999). «Нефть и газ Тюмени» (1969—1972), «Проблемы нефти и газа Тюмени»(1972—1984) журналдарының баш мөхәррире.
СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы фән һәм техника өлкәһендә Ленин һәм СССР Дәүләт премиялары буйынса комитет (1980 —1988), СССР геология министрлығы ҡарамағындағы фәнни-техник совет (1976—1991), СССР сеймал базаһын үҫтереүҙе экспертизалау буйынса СССР Госплан Советы (1977—1990), СССР Фәндәр Аакадемияһының Себер бүлексәһе президиумы (1980—1993), СССР Министрҙар Советы Бюроһы ҡарамағындағы Яғыулыҡ - энергетика комплексы буйынса фәнни һәм фәнни-техник советтар, СССР, СССР Фәндәр академияһының фән һәм техника буйынса комитеты (1992 йылға тиклем), СССР һәм РСФСР геология министрлығы (1992 йылға тиклем) ағзаһы, Көньяҡ Каролина университетының (АҠШ) «Газлы нефтле бассейндар» программаһы координаторы була. 2003 йылдан алып Рәсәй геологтарының милли комитеты ағзаһы.
Төмән хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала Советы депутаты итеп һайлана (1964—1968), Төмән КПСС ҡала һәм өлкә комитеты ағзаһы (1968—1992). Төмән өлкә башҡарма комитеты ҡарамағындағы иҡтисад советы ағзаһы (1991—1992).
Геология һәм тәбиғи ресурстары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры булып эшләй, РФА советнигы, РФА-ның Себер бүлексәһенең А. А. Трофимук исемендәге нефть һәм газ геологияһы һәм геофизика Институтының әйҙәүсе белгесе; Ненец автономиялы округының «Себер аналитик үҙәге» генераль директорының фән буйынса урынбаҫары, РФА-ның Себер бүлегенең нефть һәм газ геологияһы институты директоры урынбаҫары, Төмән индустриаль университеты профессоры, Төмән индустриаль университетының нефть һәм газ геологияһы фәнни-мәғариф үҙәге директоры.
«Төмән нефть һәм газ комплексын ойоштороусылар союзы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе була, был поста вафат булған В. А. Абазаровты алмаштыра.
Иван Иванович Нестеров 789 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 39 монография, 13 уйлап табыу авторҙашы. Төрлө төрҙәге 219 комиссияларҙа, комитеттарҙа, советтарҙа ҡатнашҡан.
Нестеров Иван Иванович 2019 йылдың 1 февралендәТөмән өлкәһенең Төмән ҡалаһында вафат була.
27 орденға, миҙалдарҙа һәм почетлы билдәләргә лайыҡ була, 11 почетлы исеме, министрлыҡтарҙың, губернаторҙарҙың, Дәүләт думаһыны һәм башҡаларҙың 23 Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары; 14 аттестат һәм ғилми дәрәжәләр һәм исемдәр, күргәҙмәләр, йәрминкәләр дипломы, шул иҫәптән:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.