From Wikipedia, the free encyclopedia
Неодим (лат. Neodymum, Nd) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 60.
Химик элемент, һирәк осрай торған ер металы, көмөшһыу-аҡ төҫтә, алтынһыу төҫмөрө бар. Лантаноидтар төркөмөнә ҡарай. Һауала еңел окислана. Самолет һәм ракета етештереү сәнәғәтендә алюмин һәм магний менән рәттән иретмә компоненты булараҡ ҡулланыла[7].
Неодим элементының символы — Nd (Неодим тип уҡыла).
Неодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла.
Ул дидимды — һирәк осрай торған ике ер металының ҡатнашмаһын — неодимға һәм празеодимға бүлә. Дидим шуға тиклем айырым химик элемент булып һаналған һәм ҡатнашмаларының химик үҙенсәлектәренең сиктән тыш яҡынлығы арҡаһында бүлеү бик ауыр бирелгән. Неодимды таҙа килеш, празеодим ҡатнашмаларынан айырып алыу 1925 йылда ғына мөмкин була.
Атамаһы «неодим» (лат. Neodymium) грек. πράσιος — «аҡһыл-йәшел» һәм δίδυμος — «игеҙәк» тигәнде аңлата. Бындай атама менән ул ҡатнашмаларҙа төҫтәр биреү үҙенсәлегенә һәм элементтың асылыу тарихына бурыслы[7].
Ер ҡабығында неодим йөкмәткеһе (төрлө мәғлүмәттәр буйынса) — 25-37 г/т, океан һыуҙарында — 9,2·10−6 мг/л[8].
Неодим лантаноидтар составына инә, уның ятҡылыҡтары Рәсәй, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия, Ҡытайҙа урынлашҡан. Һуңғыһы төп етештереүсеһе һәм шулай уҡ неодим экспортёры булып тора.
Һирәк ер элементтарының сеймал базаһы донъя йөҙөндә яҡынса 100 миллион тонна тәшкил итә, шуларҙың 52 миллион тоннаһы Ҡытай өлөшөнә тура килә. Ҡытай һирәк ер элементтары донъя күләменең 92-94%-ын сығара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.