Науруз
From Wikipedia, the free encyclopedia
Науруз (Нәүрүз; фарс. яңы көн) — Урта Азияла, Иранда, Афғанстанда һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә бик борондан килгән Яңы йылды ҡаршылау байрамы. Байрам 21—22 мартҡа — көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә. Науруз — ислам диненә ҡағылмаған йола.
Науруз | |
---|---|
Сәскә атҡан ағас | |
Төрө | Халыҡ-ара байрам |
башҡаса | Халыҡ-ара Науруз көнө |
шулай уҡ | фарс. نوروز — Now ruz, пушту نوورځ — Naw wraz, курд. Newroz, таж. Наврӯз, үзб. Наврўз / Navroʻz, әзерб. Novruz, төркм. Новруз, Nowruz, ҡаҙ. Наурыз, уйғ. Норуз, ҡырғ. Нооруз, татар. Нәүрүз, Näwrüz, төр. Nevruz, ҡырымтат. Navrez, башҡ. Науруз, cыу. Нарăс. |
Мәғәнәһе | Астрономик календарь буйынса яңы йыл башы |
Раҫланған | Астрономик календарь буйынса яңы йылға |
Башланған ваҡыты | Әзербайжан, Албания, Афғанстан, Босния һәм Герцеговина, Грузия[1], Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (СУАР һәм башҡа райондары), Монголия, Пакистан, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Башҡортостан, Дағстан, Татарстан[2] и др. |
үткәрелеү ваҡыты | 21 март |
тамамлана | 23 март |
Көнө | яҙғы көн-төн тигеҙлеге |
Арналған | зороастризм |
2009 йылдың 30 сентябрендә Науруз ЮНЕСКО тарафынан Кешелек мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә индерелеп, 21 март Халыҡ-ара Науруз көнө билдәләнә.
Башҡортостанда ла Науруз билдәләнә. Яңы йылды март айында башлап ебәреүҙең башҡорттар йәшәгән Урта Волга буйында булғанлығы мәғлүм. Ул осорҙа Науруз көндәрендә (ул берәр аҙнаға — 10 көнгә һуҙылған) йорттан-йортҡа инеп «нәүрүҙ әйтеп» йөрөү ғәҙәте булған, быны уҡыусы балалар — шәкерттәр башҡарған. Науруз таҡмағын уҡып, йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыштар теләп йөрөгәндәр.