Бөрйән районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәҡсүт (рус. Максютово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ырғыҙлы ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 111 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816003.
Ауыл | |
Максютово башҡ. Мәҡсүт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453585 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мәҡсүт (Вашаш) ауылы Ағиҙел буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 49 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 188 километр алыҫлыҡта, «Башҡортостан» милли паркы территорияһында урынлашҡан[3].
Мәҡсүт (Вашаш) Ырғыҙлы ауыл советы биләмәһендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә XVIII быуаттың 1-се яртыһында, 1795 йылға тиклем, нигеҙ һалған, тип фаразлана. Тәүге төпләнеүсенең исемен йөрөтә: уның улдары Байдәүләт, Дәүләтбай һәм Ҡотломбәт Мәҡсүтовтар йәшәгәне билдәле. VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса Мәҡсүт ауылында — 17 йорт булған, VIII йәниҫәп буйынса — 30 йортта 227 кеше, X йәниҫәп материалдарында — 34 ихатала 375 кеше теркәлгән.
1816 йылда атаһының ауылында Ҡотломбәт (уның балалары Танһыҡҡужа, Ишйәр) һәм 87 йәшлек Байдәүләт (уның улдары Солтанғужа, Әбйәлил, Ибраһим) Мәҡсүтовтар йәшәгән. Ауыл, Бөрйән улусының Үрге Нөгөш, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй ауылдары кеүек үк, 3-сө Бөрйән улусының Ямаш түбәһенә ҡарай[4].
1842 йылда 32 йортта йәшәгән кешегә 27 сирек йәки 216 бот яҙғы иген сәселгән[5].
1866 йылда Мәҡсүттәге (Вашаш) 34 хужалыҡта 362 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
1920 йылда 94 йортта 431 кеше йәшәгән[6].
Мостафин Хәбир Өмөтҡужа улы (1891, Мәҡсүт— 1966, Мәҡсүт) —— башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, әүлиәhе[].
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[8].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 456 | ||||
1920 йыл 26 август | 431 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 181 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 157 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 115 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 119 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 111 | 62 | 49 | 55,9 | 44,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Әлеге ваҡытта Мәҡсүт ауылында Ырғыҙлы урта мәктәбенең филиалы — башланғыс мәктәп бар[9].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.