драматург, актёр, режиссёр, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. From Wikipedia, the free encyclopedia
Мирзаһитов Әсхәт Мәсғүт улы (13 октябрь 1928 йыл — 24 ноябрь 1989 йыл) — башҡорт драматургы, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының IХ, Х һәм ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.
Мирзаһитов Әсхәт Мәсғүт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 13 октябрь 1928 |
Тыуған урыны | Бикмәт, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы |
Вафат булған көнө | 24 ноябрь 1989 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Ерләнгән урыны | Ҡандры |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | актёр, драматург |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты |
Әүҙемлек урыны | Ҡандры |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әсхәт (Әсғәт) Мәсғүт улы Мирзаһитов 1928 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Бикмәт ауылыңда тыуған.
1948 йылда Өфө театр училищеһын тамамлай һәм республиканың колхоз-совхоз театрҙарында актёр, режиссёр, директор булып эшләй.
1953 йылдан «Ҡыҙыл таң» газетаһының, «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт академия театрының әҙәби бүлек мөдире була.
1958—1960 йылдарҙа ул СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. Һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, партия ойошмаһы секретары, «Ағиҙел» журналының баш редакторы вазифаларын башҡара. 1973 йылда Әсхәт Мирзаһитов БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1976 йылда СССР Яҙыусылар союзы сәркәтибе итеп һайлана.
1953 йылдан КПСС ағзаһы, 1957 йылдан профессиональ яҙыусы, һуңғараҡ КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты.
Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңышлы хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнде. Башҡортостандың — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияларына лайыҡ булды.
Әсхәт Мирзаһитов «Тымыҡ күл» (1953), «Боҙҙар аҡтарылғанда» (1955), «Утлы өйөрмә» (1957), «Әсәйемдең сал сәстәре» (1960), «Күршеләр» (1961), «Ауыл күренештәре» (1962), «Гөл баҡсаһы» (1965), «Һалдат улы» (1966), «Бәхтегәрәй» (1972), «Әсәләр көтәләр улдарын» (1974) пьесаларын ижад итте, улар сәхнәләрҙә уңыш менән барҙы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.