Масса
есемдең инерция һәм гравитация сифаты дәүмәле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́сса — есемдең тиҙлеге яҡтылыҡ тиҙлегенән күпкә әҙерәк хәлдә инерцион һәм гравитацион үҙенсәлектәрен (сифаттарын) билдәләүсе физик дәүмәл[6]; механикала төп дәүмәлдәрҙең береһе — есемдәге матдә миҡдарын үлсәй торған дәүмәл[7]; есемдәге матдә миҡдарын үлсәй торған дәүмәл; материяның инерция һәм гравитация үҙенсәлектәрен билдәләй торған берәмек[8].
Масса | |
Дәүмәл билдәһе | M һәм m |
---|---|
Үлсәме | [1] |
Дәүмәл символы (LaTeX) | [2] |
Инвариант относительно | химик реакция[d] |
Рекомендуемая единица измерения | килограмм[3][2][4] һәм тонна[d][5][4] |
Масса Викимилектә |
Механикалағы «энергия» һәм «импульс» аңлатмалары менән ныҡ бәйле булған масса тәбиғәттә ике төрлө юл менән осрай, был уны ике төрлө төркөмгә индерергә нигеҙ булып тора:
- инертлыҡ массаһы, есемдең инертлығы Ньютондың икенсе законында атала: әгәр ҙә бирелгән көс инерциаль система башланғысында (в Инерциальной системе отсчёта) есемдәрҙең тиҙлеген бер тигеҙ арттыра икән, уларҙың инертлыҡ массаһын тигеҙ тип иҫәпләйҙәр;
- гравитация массаһы (пассив һәм актив) есемдең тышҡы гравитация ҡыры менән үҙара тәҫир көсөн[9] һәм есемдең үҙенең ниндәй гравитация ҡырын булдырыуын күрһәтә[10], ул бөтә ғәләм тартылыш законына инә һәм массаны үлсәп ҡарап иҫәпләү нигеҙенә һалынған.
Ләкин эксперименттар гравитация һәм инертлыҡ массаһының пропорциональ икәнен ныҡлы иҫбатлай[11][12], һәм теорияла уларҙы бер береһенә тигеҙ тип иҫәпләнә. Шуға күрә,әгәр айырым «яңы физика»ға ҡағылмаһа, «масса» термины һәм m билдәһе бер ниндәй ҙә өҫтәлмә аңлатыуһыҙ ҡулланыла.
Масса бөтә макроскопик объекттарҙа, көнкүреш әйберҙәрендә, күпселек элементар киҫәксәләрҙә (өлөшсә), (электрондарҙа, нейтрондарҙа һ.б.)бар, һуңғыларының ҡайһы берҙәре араһында массаһы булмағандары ла бар (мәҫәлән, фотондар). Киҫәксәләрҙең массаһы булыуы уларҙың Хиггс ҡыры (бозоны) менән үҙ-ара тәҫире менән аңлатыла.