From Wikipedia, the free encyclopedia
Иридий (лат. Iridium, Ir) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 77.
Иридий | |
Масса | 192,217 ± 0,002 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Ирида[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Смитсон Теннант[d] |
Асыу датаһы | 1803 |
Табылыу урыны | Лондон |
Элемент символы | Ir[2] |
Химик формула | Ir[3] |
Каноническая формула SMILES | [Ir][3] |
Атом һаны | 77 |
Электр кирелеге | 2,2 ± 0,1 |
Ионный радиус | 0,68 ангстрем[4], 0,63 ангстрем[4] һәм 0,57 ангстрем[4] |
Иридий Викимилектә |
Иридий — бик ҡаты, көмөшһыу-аҡ төҫтәге аҡ алтын төркөмө металы, ауыр ирей, күсеүсән. Тығыҙлығы буйынса осмий менән бер тиерлек[5]). Хатта 2000 °C температурала коррозияға ифрат сыҙамлы. Ер тоҡомдары араһында бик һирәк осрай, шуға күрә йыһан тоҡомдары (метеорит) сығышлы тип фаразлана ().
Иридий элементының символы — Ir (Иридий тип уҡыла).
Иридийҙы 1803 йылда инглиз химигы С Теннант Көньяҡ Американан килтерелгән аҡ алтын ҡушылмаларында осмий менән бер үк ваҡытта аса[6].
Иридий (бор. грек. ἶρις — йәйғор) үҙенең төрлө төҫтәге тоҙҙары арҡаһында ошондай исем ала[7].
Ер ҡабығында иридий миҡдары бик аҙ (массаһы буйынса 10−7 %). Ул алтын һәм платинанан күпкә һирәгерәк осрай. Уның менән бергә осмий, родий,рений һәм рутений булыусан. Иң әҙ таралған элементтарға ҡарай. Иридий йыш ҡына метеориттарҙа табыла[8].
Иридий невьянскит, сысертскит,ауросмирид кеүек минерлдарҙа осрай.
Осмийлы иридий нигеҙҙә перидотит серпентинит ятҡылыҡтарында урынлашҡан була (КАР, Канада, Рәсәй, АҠШ, Яңы Гвинея)[9].
Йылына ер йөҙөндә етештерелгән иридий (2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса) 3 тонна самаһы тәшкил итә[10]. 2015 йылда 7.8 тонна сығарылған (251 мең труа унцияһы). 2016 йылда килограмы 16,7 мең доллар тәшкил итә (труа унцияһы 520 АҠШ доллары)[11]
Иридий алыуҙың төп сығанағы — баҡыр-никель етештергәндәге анод шламдары.
Иридий — ауыр көмөшһыу-аҡ металл, ҡаты булыуы арҡаһында механик эшкәртеү ҡыйын. Иреү температураһы — 2739 K (2466 °C), ҡайнаған саҡта 4701 K (4428 °C). Электр ҡаршылығы — 5,3·10−8Ом·м (0 °C-та) һәм 2·10−7Ом·м (2300 °C осраҡта); һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты — 6,5·10−6 град; нормаль һығылмалылыҡ модуле — 538 ГПа[12]; 20 °С-та тығыҙлығы — 22,65 г/см3, шыйыҡ иридийҙыҡы — 19,39 г/см3 (2466 °С). Тығыҙлығы буйынса осмий менән сағыштырлыҡ.
Тәбиғәттә иридий тотороҡло ике төр изотоп ҡатышмаларында осрай: 191Ir (йөкмәткеһе 37,3 %) һәм 193Ir (62,7 %). Яһалма ысулдар менән масса һаны 164-199 радиоактив изотоп, шулай уҡ күп ядро изомерҙары алынған. Яһалма192Ir таралыу алған .
Иридий һауа температураһында һәм йылытылғанда тотороҡло[13]. 1200 °C-тан артыҡ булғанда өлөшләтә IrO пар3 рәүешендә быуға әйләнә. Компакт иридий 100 °C температураһына тиклем бөтә билдәле кислоталар һәм уларҙың ҡатышмалары менән реакцияға инмәй. .
2010 йылда донъяла иридий ҡулланыу 10,4 тонна тәшкил итә. Төп ҡулланыу даирәһе — монокристалл үҫтереү өсөн ҡорамалдар, уларҙа иридий тигель материалдары сифатында ҡулланыла. Ошо маҡсатта 2010 йылда 6 тонна иридий тотонолған. Яҡынса 1 тоннаны премиаль ҡабыҙыу шәмдәре, химик ҡорамалдар һәм химик катализаторҙар етештереүселәр ҡуллана[14].
Биологияла бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Металл ағыулы түгел, әммә ҡайһы бер иридийлы берләшмәләр, мәҫәлән, уның гексафториды (IrF6), бик ағыулы.
Иридийҙың 2018 йылғы донъя баҙарындағы хаҡы — 1 грамм өсөн яҡынса 45 АҠШ доллары[15].
Рәсәй Федерацияһында иридийҙы ҙур күләмдә (йәғни, хаҡы 2,25 миллион һумдан ашыу булғанда[16]) законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, һатыу һәм өсөн[17] 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү кеүек енәйәт яуаплылығы ҡаралған[18], был иҫәпкә ювелир һәм көнкүреш изделиелары һәм уның һыныҡтары (лом) инмәй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.