Аҡ алтын
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡ алтын (Pt — лат. Platinum) — Менделеевтың химик элементтарҙың периодик таблицаһында 6-сы период, 10-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 78. Көмөшһыу-аҡ, аҫыл металл.
Аҡ алтын | |
Масса | 195,084 ± 0,009 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | көмөш |
Грозящая опасность | platinum exposure[d] һәм platinosis[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Сперрилит[d] һәм cooperite[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Жюль Сезар Скалигер[d] һәм Уллоа, Антонио[d] |
Асыу датаһы | 1557 |
Элемент символы | Pt[2] |
Атом һаны | 78 |
Электр кирелеге | 2,28 |
Ионный радиус | 0,6 ангстрем[3], 0,8 ангстрем[3] һәм 0,63 ангстрем[3] |
Аҡ алтын Викимилектә |
"Иҫке донъя"ла аҡ алтын XVI быуат уртаһына тиклем мәғлүм булмай, әммә Анд цивилизацияһы (инкалар һәм чибчалар) уны боронғо замандарҙан уҡ сығарғандар һәм ҡулланғандар. XVI быуат урталарында аҡ алтын менән танышҡан беренсе европалылар конкистадорҙар була. Әҙәбиәттә беренсе булып аҡ алтын тураһында Скалигер 1557 йылда баҫылып сыҡҡан "Экзотерик күнегеүҙәр 15 китапта " тигән китабында телгә ала.[4][5].
Рәсәйҙә 1819 йылда уҡ Уралда табылған һибелмә алтында «яңы себер металы» табыла, уны башта аҡ алтын тип атайҙар. Аҡ алтын Үрге Исәт, һуңынан Невьян һәм Билимбай приискыларында осрай. Аҡ алтындың бай һибелмәләре 1824 йылдың икенсе яртыһында асыла, ә киләһе йылына илдә уны сығарыу башлана[6]. 1826 йылда П. Г. Соболевский һәм В. В. Любарский пресслау ярҙамында еңел сүкелә торған аҡ алтын эшләп сығарыу ысулын уйлап тапҡандар[7]:210[8].
Аҡ алтынға платина тигән исемде испан конкистадорҙары тарафынан бирелгән, улар XVI быуат уртаһында Көньяҡ Америкала (хәҙерге Колумбия территорияһында) көмөшкә (исп. plata) оҡшаған яңы металл менән беренсе тапҡыр танышҡан. Һүҙ «кесе көмөш» тигәнде аңлата. Аҡ алтындың был исеме оҙаҡ ваҡыт ҡулланыу тапмаған һәм көмөшкә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк баһаланған.
Аҡ алтын иң һирәк металдарҙың береһе булып тора: уның миҡдары ер ҡабығының (кларктар) массаһы буйынса 5·10−7 % тәшкил итә[7]:207.
Аҡ алтын ятҡылыҡтарының төп өлөшө (90 %) биш илдең ер аҫтында ята. Был илдәр: КАР (Бушвельд комплексы), АҠШ, Рәсәй, Зимбабве, Ҡытай.
Аҡ алтынды Европаға ташый башлағас, уның хаҡы көмөштән ике тапҡыр әҙерәк була. Зәрҡәрҙәр аҡ алтындың алтын менән яҡшы ҡушылыуын бик тиҙ асыҡлай, уны өҫтәү алтын эшләнмәләренән айырып булмай торған әйберҙәр яһарға мөмкинлек бирә. Испан короле аҡ алтын индереүҙе туҡтатырға, ә ҡалған запастарҙы диңгеҙгә батырырға бойорған. Әлеге закон 1778 йылға тиклем ғәмәлдә булған.
XIX быуат аҙағында Рәсәй империяһында аҡ алтын сығарыу йылына 4,5 тонны тәшкил итә.
2017 йылдарҙа аҡ алтын баҙарҙа 27,4 млрд долл баһалана[9]. Төп һатыусылар (экспортерҙар) ошолай:
Рәсәйҙә аҡ алтын сығарыу буйынса «Норильский никель» комбинаты тәүге урында бара.
Аҡ алтын хаҡы 03.09.20 ҡарата 2213,81 һум/грамм йәки 68 857 һум/унция[10].
Советтар Союзында аҡ алтындан иҫтәлекле юбилей тәңкәләре сығарыу 1977—1991 йылдарҙа башҡарыла. Номиналы 150 һумлыҡ 11 төрлө монета сығарылған. Беренсе сығарыу 80-се йылғы Мәскәү олимпиадаһына арнала. 1992—1995 йылдарҙа Рәсәй Банкыһы 25, 50 һәм 150 һумлыҡ инвестицион аҡ алтын тәңкәләрен сығарған.
Аҡ алтын ҙур ҡаҙаныштары өсөн маҡтаулы билдәләр (знактар) әҙерләгәндә ҡулланылған: аҡ алтындан Ленин һүрәте совет Ленин орденына яһалған; унан совет «Еңеү» ордены, 1-се дәрәжә Суворов ордены һәм 1-се дәрәжә Ушаков ордены сығарылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.