Халыҡ-ара берәмектәр системаһы, СИ (франц. Le Système International d’Unités, SI) — физик дәүмәлдәрҙең системаһы, метрик системаһының хәҙерге варианты. СИ донъялағы иң киң файҙаланылған берәмектәр системаһы булып тора, ул көндәлек тормоштала, фәндәлә һәм техникала ҡулланыла. Хәҙерге заманда СИ донъяның күпселек илдәрендә төп берәмектәр системаһы тип ҡабул ителгән, хатта көндәлек тормошта традицон берәмек булған илдәрҙә лә техникала ҡулланыла. Бик аҙ булған бындай дәүләттәрҙә (мәҫәлән, АҠШта) традицион берәмектәр шундай уҡ ҮС берәмектәре менән билдәле коэффициентҡа бәйләп үҙгәртелә.

Халыҡ-ара берәмектәр системаһының тулы рәсми тасуирламаһы аңлатмалары менән бергә СИ Брошюраһының (франц. Brochure SI, ингл. The SI Brochure) ғәмәлдәге редакцияһында һәм уның Өҫтәмәләрендә була. Уны Халыҡ-ара үлсәм һәм үлсәү бюроһы баҫтыра һәм үҙенең рәсми сайтында урынлаштыра[1][2]. СИ Брошюраһы 1970 йылдан алып баҫыла, 1985 йылдан алып француз һәм инглиз телдәрендә сыға, бер нисә икенсе телдәргә тәржемә ителгән, әммә рәсми тип француз телендәге текст һанала.

Thumb
Метрик системаға күсеү датаһы. Ҡара төҫ менән СИ системаһын төп йәки берҙән-бер тип ҡабул итмәгән илдәр (АҠШ, Либерия, Мьянма)

Дөйөм мәғлүмәттәр

Халыҡ-ара берәмектәр системаһы (СИ) — Халыҡ-ара үлсәмдәр системаһында нигеҙләнгән, атамалары һәм билдәләре менән бергә, тағы ла приставкалар йыйылмаһы һәм уларҙың атамалары һәм билдәләре уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре менән бергә Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһында (CGPM) ҡабул ителгән берәмектәр системаһы.

— Халыҡ-ара метрология буйынса һүҙлек[3]

1960 йылда XI Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһында СИ ҡабул ителгән, ҡайһы бер артабанғы конференциялар Халыҡ-ара берәмектәр системаһына үҙгәртеүҙәр индерәләр.

СИ ете төп һәм уларҙан барлыҡҡа килгән физик үлсәмдәрҙән (артабан — берәмектәр), тағы ла приставкалар йыйылмаһы тора. Берәмектәргә стандарт ҡыҫҡартыу билдәләре һәм физик үлсәмдәрҙән барлыҡҡа килгәндәргә яҙыу ҡағиҙәләре ҡабул ителгән.

Төп берәмектәр: килограмм, метр, секунд, ампер, кельвин, моль һәм кандела. СИ сиктәрендә был берәмектәрҙең бойондороҡһоҙ үлсәмлеге бар тип һанала, йәки төп берәмектәр башҡаларҙан килеп сыға алмаҫҡа тейеш була.

Уларҙан барлыҡҡа килгән берәмектәр төп алгебраик эштәр — ҡабатлау һәм бүлеү ярҙамында барлыҡҡа киләләр. Быларҙың ҡайһылары өсөн СИ айырым исем бирә (мәҫәлән, радиан).

Приставкаларҙы берәмектәр алдында ҡулланырға мөмкин, улар берәмекте билдәле бөтөн һанға ҡабатлау йәки бүлеү кәрәклеген (10 һанын дәрәжәгә күтәреүҙе) аңлата. Мәҫәлән, «кило» приставкаһы 1000-гә ҡабатлауҙы аңлата (километр = 1000 метр). СИ приставкаларын унарлы приставкалар тип атайҙар.

Берәмектәрҙең атамалары һәм билдәләре

Thumb
Километрҙың халыҡ-ара билдәләүе һәм СИ приставкаһы ҡулланылған Ҡытайҙағы юл күрһәткесе

Халыҡ-ара документтарға ярашлы (СИ Брошюраһы, ISO 80000, Халыҡ-ара метрологик һүҙлек[3]), СИ берәмектәренең атамалары һәм билдәләре була. Берәмектәрҙең атамалары төрлө телдәрҙә төрлөсә яҙылыуы һәм уҡылыуы мөмкин, мәҫәлән: франц. kilogramme, ингл. kilogram, порт. quilograma, болг. килограм, грек. χιλιόγραμμο, ҡыт. 千克, япон. キログラム. Таблицала халыҡ-ара документтарҙа күрһәтелгән француз һәм инглиз атамалары бирелгән. ҮС Брошюраһына ярашлы берәмек билдәләре ҡыҫҡартыуҙар түгел, ә математик объекттары (франц. entités mathématiques, ингл. mathematical entities) булып торалар. Улар ISO 80000 халыҡ-ара фәнни символикаға инәләр һәм телгә буйһонмайҙар, мәҫәлән: kg. Халыҡ-ара берәмектәр менән файҙаланғанда латин алфавиты, айырым осраҡтарҙа грек хәрефтәре йәки махсус символдар ҡулланыла.

Әммә постсовет аралығында (БДБ, БДБ-2, Грузия) һәм кириллица нигеҙендә алфавиты булған Монголияла, халыҡ-ара билдәләр менән берлектә (ысынында — улар урынына) милли атамаларҙа нигеҙләнгән билдәләр ҡулланыла: «килограмм» — кг, груз. კილოგრამი — კგ әзерб. kiloqram — kq.

Рәсәйҙә ГОСТ 8.417—2002 эшләй, уға ярашлы СИ берәмектәрен мотлаҡ рәүештә файҙаланыу ҡаралған[4].

Тарих

Thumb
1889 йылдан алып 1960 йылға тиклем ҡулланылған метрҙың халыҡ-ара эталоны

Бөйөк француз инҡилабынан һуң француз ғалимдары менән төҙөлгән Үлсәмдәрҙең метрик системаһының үҫеше булып СИ тора. Метрик системаһы индереүгә тиклем берәмектр бер-береһенә буйһонмайынса һайланғандар, шунлыҡтан бер берәмектән икенсе берәмеккә күсеүҙе иҫәәпләү ауырға төшкән. Тағы ла төрлө урындарҙа төрлө берәмекте ҡулланғандар, ҡайһы берҙә бер үк атама менән. Метрик система уңайлы һәм берҙәм үлсәм һәм үлсәү системаһы булып торорға тейеш булған.

1799 йылда Францияла оҙонлоҡто (метр) һәм масса (килограмм) берәмектәрен үлсәр өсөн ике эталон етештерелгән[5].


СИ берәмектәре

СИ берәмектәренең атамалары бәләкәй хәреф менән яҙыла, башҡа ҡыҫҡартыуҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙан һуң нөктә ҡуйылмай.

Төп берәмектәр

Ентеклерәк мәғлүмәт Дәүмәл, Берәмек ...
ДәүмәлБерәмек
АтамаҮлсәмдең символыАтамаБилдәләү
башҡортсафранцузса/инглизсәбашҡортсахалыҡ-ара
ОҙонлоҡLметрmètre/metreмm
МассаMкилограмм[К 1]kilogramme/kilogramкгkg
ВаҡытTсекундseconde/secondсs
Ток көсөIамперampère/ampereАA
Термодинамик температураΘкельвинkelvinКK
Матдәнең һаныNмольmoleмольmol
Яҡтылыҡ көсөJканделаcandelaкдcd
Ябырға

Яһалма берәмектәр


Ентеклерәк мәғлүмәт Дәүмәл, Берәмек ...
Махсус атамалары һәм билдәләре булған яһалма берәмектәр
ДәүмәлБерәмекБилдәләүТөп берәмектәр аша сығарылышы
башҡортсафранцуз/инглиз атамаһыбашҡортсахалыҡ-ара
Яҫы мөйөш радиан[6]radianрадrad м·м−1 = 1
Есемле мөйөш стерадианsteradianсрsr м2·м−2 = 1
Цельсий температураһы[К 2] Цельсий градусыdegré Celsius/degree Celsius°C°C K
Йышлыҡ герцhertzГцHz с−1
Көс ньютонnewtonНN кг·м·c−2
Энергия джоульjouleДжJ Н·м = кг·м2·c−2
Ҡеүәтлелек ваттwattВтW Дж/с = кг·м2·c−3
Баҫым паскальpascalПаPa Н/м2 = кг·м−1·с−2
Яҡтылыҡ ағымы люменlumenлмlm кд·ср
Яҡтыртыулыҡ люксluxлкlx лм/м² = кд·ср/м²
Электрик заряд кулонcoulombКлC А·с
Потенциалдар айырмаһы вольтvoltВV Дж/Кл = кг·м2·с−3·А−1
Ҡаршылыҡ омohmОмΩ В/А = кг·м2·с−3·А−2
Электрһыйымлыҡ фарадfaradФF Кл/В = с4·А2·кг−1·м−2
Магнит ағымы веберweberВбWb кг·м2·с−2·А−1
Магнит индукцияһы теслаteslaТлT Вб/м2 = кг·с−2·А−1
Индуктивлыҡ генриhenryГнH кг·м2·с−2·А−2
Электр үткәреүсәнлек сименсsiemensСмS Ом−1 = с3·А2·кг−1·м−2
Радиоактив сығанаҡтың әүҙемлеге беккерельbecquerelБкBq с−1
Ион нурланышының һеңгән дозаһы грейgrayГрGy Дж/кг = м²/c²
Ион нурланышының эффектив дозаһы зивертsievertЗвSv Дж/кг = м²/c²
Катализатор әүҙемлеге каталkatalкатkat моль/с
Ябырға


СИ-ға инмәгән берәмектәр

Ҡайһы бер СИ-ға инмәгән берәмектәрҙе, Үлсәм һәм үлсәү буйынса генераль конференцияһы ҡарарына ярашлы, СИ менән берлектә рөхсәт ителә.

Ентеклерәк мәғлүмәт Берәмек, Француз​/​инглиз атамаһы ...
Берәмек Француз​/​инглиз атамаһы Билдә СИ берәмегендә дәүмәл
русса/башҡортса халыҡ-ара
минутminuteминmin 60 с
сәғәтheure/hourч/сәғh 60 мин = 3600 с
тәүлекjour/dayсут/тәүd 24 ч = 86 400 с
мөйөш градусыdegré/degree°° (π/180) рад
мөйөш минутаһыminute (1/60)° = (π/10 800)
мөйөш секундаһыseconde​/​second (1/60)′ = (π/648 000)
литрlitreлl, L 1/1000 м³
тоннаtonneтt 1000 кг
неперneperНпNp үлсәмһеҙ
белbelБB үлсәмһеҙ
электронвольтelectronvoltэВeV ≈1,602 177 33·10−19 Дж
массаның атом берәмеге, дальтонunité de masse atomique unifiée, dalton​/​unified atomic mass unit, dalton а. е. м./ м. а. б.u, Da ≈1,660 540 2·10−27 кг
астрономик берәмекunité astronomique​/​astronomical unit а. е./ а. б.au 149 597 870 700 м (точно)[7][2]
диңгеҙ милеmille marin​/​nautical mileмиляM[К 3] 1852 м (точно)
узелnœud/knotузkn[К 3] 1 морская миля в час = (1852/3600) м/с
арareаa 10² м²
гектарhectareга ha 104 м²
барbarбарbar 105 Па
ангстремångströmÅÅ 10−10 м
барнbarnбb 10−28 м²
Ябырға

Быларҙан башҡа, ГОСТ 8.417-2002 артабанғы берәмектәрҙе ҡулланырға рөхсәт итә: град, яҡтылыҡ йылы, парсек, диоптрия, киловатт-сәғ, вольт-ампер, вар, ампер-сәғ, карат, текс, гал, секундҡа әйләнеш, минутҡа әйләнеш. Тағы ла сағыштырмаса һәм логарифмлы дәүмәлдәренең берәмектәрен ҡулланырға рөхсәт ителә: процент, промилле, миллион өлөшө, фон, октава, декада. Киң таралыу алған ваҡыт берәмектәрендә файҙаланыу мөмкин: мәҫәлән, аҙна, ай, йыл, быуат, мең йыллыҡ.


Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.