М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ленин һәм Октябрь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл Йондоҙло, Суворов орденлы М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия— юғары хәрби уҡыу йорто, 1918 йылдан 1998 йылға тиклем ғәмәлдә була. Академияның бурысы булып юғары хәрби һәм юғары хәрби-махсус белемле офицерҙар әҙерләү тора.
М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия | |
Нигеҙләү датаһы | 1918 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Фрунзе Михаил Васильевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урын | Мәскәү |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Военной академии имени М. В. Фрунзе[d] |
М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия Викимилектә |
М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның тарихы 1832 йылдың 26 ноябрендә нигеҙ һалынған Генераль штабтың Николаев (Император) академияһынан башлана. Генераль штабтың Николаев академияһы Рәсәй дәүләтенең хәрби-фәнни үҙәге була. Уның эшләү дәүерендә бер нисә мең юғары хәрби белемле офицерҙар әҙерләп сығарыла, тамамлаусылары армияның бөтә тиерлек юғары административ һәм командир постарын биләйҙәр һәм Рәсәйҙең юғары хәрби мәктәбенә нигеҙ һалалар.
1918 йылдың 3 майында Генераль штабтың Николаев академияһы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Генераль штабы Академияһы тип үҙгәртелә. 1918 йылдың ноябрендә беренсе 183 тыңлаусы ҡабул ителә.
1921 йылда уҡыу йорто РККА-ның Хәрби академияһы итеп үҙгәртелә.
1925 йылдың 31 октябренән 1998 йылға тиклем академия 1923—1925 йылдарҙа уны етәкләгән Михаил Васильевич Фрунзе исеме менән йөрөй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941 йылдың ноябренән 1943 йылдың декабренә тиклем, академия Фрунзе ҡалаһына (Ҡырғыҙ ССР-ы) эвакуациялана. 1942 йылда академия Ташкентта (Үзбәк ССР-ы) була, ә тактик дәрестәр Чирчик ҡалаһында үткәрелә. Шулай уҡ был йылда уҡыу срогы 8 айға тиклем ҡыҫҡартыла (тиҙләтелгән курс). 1941 йылдың аҙағында СССР Ҡораллы Көстәре Юғары баш командующийы бойороғо менән, батальондар һәм полктар өсөн резерв командирҙар булдырыу маҡсатында, академияла 3-айлыҡ офицерҙар әҙерләү тиҙләтәтелгән курстары булдырыла. Состав практик хәрби тәжрибәгә эйә булғандарҙан, һауыҡҡан яралыларҙан, уҡымышлы һәм ихтыярлы офицерҙарҙан йыйыла[1].
Академия тиҫтәләрсә мең офицер әҙерләп сығара, шуларҙың яҡынса утыҙы Советтар Союзы Маршалдары һәм ғәскәр төрҙәренең Баш Маршалдары, алтмыштан ашыуы — армия генералдары һәм ғәскәр төрҙәренең маршалдары булып китәләр. Е. В. Бедин, С. М. Будённый, Н. Ф. Ватутин, Л. А. Говоров, М. В. Захаров, И. С. Конев, Р. Я. Малиновский, Г. М. Штерн, В. И. Чуйков ошо академияны тамамлаусылар. 700-ҙән ашыу академияны тамамлаусы Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булған.
1998 йылдың 1 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 29 авгусындағы 1009-сы ҡарары нигеҙендә, М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия, Советтар Союзы Маршалы Р. Я. Малиновский исемендәге Хәрби бронетанк ғәскәрҙәре академияһы һәм Советтар Союзы Маршалы Б. М. Шапошников исемендәге 1-се Юғары офицерҙар курстары базаһында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри академияһы төҙөлә.
Ленин ордены (18.12.1934)[2]
Октябрь Революцияһы ордены (8.12.1978)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (9.01.1922)
I дәрәжә Суворов ордены (21.02.1945)
I дәрәжә Болгария Халыҡ Республикаһы ордены, (БХР, 3.11.1967)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (МХР, 5.12.1968)
Хәрби орден «Халыҡ һәм Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» алтын (ГДР, 1.03.1971)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ВХР, 1.04.1975)
Дуҫлыҡ ордены (Вьетнам, 23.03.1977)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ЧССР, 17.02.1978)
Польша Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары ордены (ПХР, 22.02.1978)
«22 июнь» ордены (НДРЙ, 1.09.1980)
Антонио Масео ордены (Куба, 22.01.1983)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.