![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/96/Slavic-2005-ru.png/640px-Slavic-2005-ru.png&w=640&q=50)
Көнбайыш славян телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш славян телдәре — һинд-европа телдәре ғаиләһенә ҡараған славян тармағы составындағы төркөм, унда поляк теле һәм кашуб, серб-лужиц, чех теле, словак теле, шулай уҡ юҡҡа сыҡҡан полаб теле инә. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала — Польшала, Чехияла, Словакияла, шулай уҡ Германияның Бранденбург федераль ере территорияһындағы Түбәнге Лужицала һәм Саксония федераль ер территорияһындағы Үрге Лужицала таралған. Бынан тыш, көнбайыш славян телдәрендә һөйләшеүселәр Европаның башҡа илдәрендә лә йәшәй (юғарыла аталғандар менән сиктәш: Украинала, Белоруссияла, Литвала, Австрияла, Венгрияла йәки улар менән сиктәш булмаған илдәрҙә: Францияла, Сербияла, Рәсәйҙә һ. б.), Америка илдәрендә (АҠШ-та, Канадала, Аргентинала) һәм Австралияла[1]йәшәй.
Көнбайыш славян телдәре | |
Таксон |
төркөм |
---|---|
Таралыуы | |
Аралашыусылар һаны |
60 миллиондан ашыу |
Классификацияһы | |
Категорияһы | |
Һинд-европа ғаиләһе | |
Составы | |
Лехит телдәре, Лужиц телдәре һәм чех-словак төркөмсәһе | |
Тел төркөмөнөң кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/96/Slavic-2005-ru.png/640px-Slavic-2005-ru.png)
Дөйөм һөйләшеүселәр һаны 60 миллиондан ашыу кеше[1].
Көнбайыш славян телдәренә боронғо заманда барлыҡҡа килгән һәм уларҙы башҡа славян телдәренән айырып торған дөйөм һыҙаттар хас. Фонетика өлкәһендә: tl, dl тартынҡылары ҡушылмаларарының һаҡланыуы; артҡы аңҡау өсөн h-ның š-гә күсеүе һымаҡ икенсеһе һәм өсөнсө палатализация һөҙөмтәләре; kv, gv (hv) берләшмәләренең һаҡланыуы; праславян *tj, *kt һәм *dj берләшмәләренән һаҡланып ҡалған c, dz (йәки z) тартынҡыларының булыуы; һүҙ башындағы ирен тартынҡыларынан һуң l эпентезаһының булмауы.
Хәҙерге көнбайыш славян телдәренең яҙмаһы латин алфавитына нигеҙләнгән, (чех телендәге) иң боронғо ҡомартҡы XIII быуатҡа ҡарай.