From Wikipedia, the free encyclopedia
Ковшова Наталья Венедиктовна (26 ноябрь 1920 йыл — 14 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, снайпер. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Наталья Венедиктовна Ковшова | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы | |||
Үлгән ваҡыты | ||||
Вафат урыны |
Новгород өлкәһе Парфин районы | |||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө |
пехота | |||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||
Хәрби звание |
ҡыҙылармеец | |||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Әсәһе — Нина Дмитриевна Араловец, 1902 йылда билдәле революционерҙар ғаиләһендә тыуған. Көньяҡ Уралдағы йәштәр хәрәкәте эшмәкәре. Ҡыҙы һәләк булғандан һуң китап яҙып сығара: «Наташа Ковшова: Советтар Союзы Геройы әсәһенең яҙмалары», рус телендә китап уның үлеменән һуң нәшер ителә, һуңынан ул болгар теленә тәржемә ителә. 1951 йылда вафат була[1]. Атаһы — Венедикт Дмитриевич Ковшов, 1898 йылда тыуған, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1914—1917 йылдарҙа — Златоустағы механик-техник училищеһында уҡый (хәҙерге ваҡытта П. П. Аносов исемендәге техникум). 1917 йылдың апреленән РСДРП ағзаһы, 1917—1918 йылдарҙа — РСДРП-ның Златоуст комитетының ағзаһы, БОНВ ағзаһы, В. К. Блюхерҙың партизан армияһының данлыҡлы рейды ҡатнашыусыһы. 1918—1919 йылдарҙа — Богоявленскийҙағы 3-сө армияның уҡсылар полкы комиссары. 1919 йылдың сентябрендә — РКП-ның Златоуст өйәҙ комитетының секретары, 1920—1922 йылдарҙа — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының мөдире, аҙаҡ — Мәскәүҙә партия эшендә була. 1931—1933 йылдарҙа көнсығыш илдәрен өйрәнеү институтында белем ала. Троцкистар оппозицияһында ҡатнашыуы өсөн 1927 йылда партиянан сығарыла, аҙаҡ ағзалыҡта тергеҙелә. 1935 йылда партиянан ҡабаттан сығарыла, ҡулға алына, 1949 йылға тиклем Колыма лагерҙарында була, 1949—1954 йылдарҙа — Красноярск крайында һөргөндә. 1955 йылда аҡлана, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы 1968 йылда вафат булған, әммә ҡәберташында 1971 йыл күрһәтелгән[2].
Атаһы яғынан олатаһы — Граждандар һуғышы геройы Виталий Ковшов[3].
Наталья Венедиктовна Ковшова 1920 йылдың 26 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Аҙаҡ ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһына күсенгәндәр. 1940 йылда Улан тыҡрығындағы 281-се мәктәпте (хәҙер 1284-се[4]) тамамлай. «Оргавиапром» авиация сәнәғәтен ойоштороу тресыны эшкә урынлаша, кадрҙар инспекторы булып эшләй. 1941 йылда Мәскәү авиация институтына инергә әҙерләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та үҙ теләге менән Ҡыҙыл армияһына китә. Снайперҙар курсын тамамлай. Фронтта 1941 йылдың октябренән.
Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа 3-сө Мәскәү коммунистик уҡсылар дивизияһында һуғыша. Дивизия Мәскәү өсөн киҫкен булған 1941 йылдың көҙ көндәрендә ирекле батальондарҙан ойошторола, батальондарға студенттар, профессорҙар, оло йәштәге эшселәр, мәктәп йәшендәге балалар инәр[5]. 1942 йылдың ғинуарынан алып снайпер 528-се уҡсылар полкы снайперы (130-сы уҡсылар дивизияһы, 1-се һөжүм итеүсе армия, Төньяҡ-Көнбайыш фронты). Снайпер Ковшованың шәхсән иҫәбендә 167 юҡ ителгән дошман һалдаты һәм офицеры. (Уның полкташы Георгий Баловневтың күрһәтеүе буйынса: 200-ҙән кәм түгел[5]; бүләкләү ҡағыҙында, Ковшова тейҙергән сәптәр араһында «кукушкалар» — дошман снайперҙары һәм дошман пулемёт расчеты булыуы айырыуса иҫкә алына). Хеҙмәт иткән саҡта яугирҙарҙы мәргән атыу оҫталығына өйрәтә.
1942 йылдың 14 авгусында Новгород өлкәһенең Парфин районы Сутоки ауылы янында әхирәте Мария Поливанова менән дошманға ҡаршы алышҡа инә. Тиңһеҙ алышта икеһе лә яралана, әммә алышты туҡтатмайҙар. Патрондарҙың булған запасын атып бөткәс, ҡамап алған дошман һалдаттары менән бергә үҙҙәрен гранаталар менән шартлаталар[6].
Новгород өлкәһенең Старорус районы Коровитчино ауылында ерләнгән[7]. Новодевичье зыяратындағы атаһының ҡәберендә — кенотаф.
Советтар Союзы Геройы исеме үлгәндән, 1943 йылдың 14 февралендә, бирелә (М. С. Поливанова менән бергә) — алышта күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы өсөн[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.