From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Соҡор (рус. Старочукурово) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 101 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80250820004.
Ауыл | |
Иҫке Соҡор рус. Старочукурово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452839 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауылға нигеҙҙе Ирәкте ырыуы башҡорттары һалған.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 101 | 47 | 54 | 46,5 | 53,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %)[3].
Ауыл Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалынған, 1737 йылдан алып Соҡор исеме менән билдәле. Шулай уҡ Ирәкте, Ерем исемдәре лә бар.[4] Был ирәкте башҡорттарының төп биләмәһе. Хатта Ирәкте тип аталған осраҡтар ҙа бар. Ерем исеме менән дә билдәле булған. Бында аҫабалар ғына йәшәй ине. Ревизия һәм халыҡ иҫәбен алыу материалдары ошо хаҡта һөйләй. 1795 йылда бында 165 башҡорт иҫәпләнә, 1816 йылда — 190, 1834 йылда — 219, 1859 йылда — 325, 1870 йылда — 348, 1920 йылда — 588.[5]
Башҡорт энциклопедияһы, 2002 йылда ауылда башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, Ғәли Соҡорой музейы, мәсет бар, тигән мәғлүмәт бирә.[4]
Батша хөкүмәтенең башҡорттарҙың ирекле подданныйлыҡ шарттарын боҙоуы уларҙың асыҡ ҡораллы сығыш тыуҙырған ризаһыҙлығын тыуҙыра. Башҡорт ихтилалдары (1735—1740) ваҡытында төньяҡ улустар — ғәйнә, уран, ҡыр-танып, балыҡсы ырыуҙары башҡорттары менән бер рәттән ирәкте ырыуы аҫабалары ла көрәш алып бара. 1738 йылда 450 баш күтәреүсе башында Соҡор ауылы кешеһе Мортаза Хәлимов тора. Крәҫтиәндәр һуғышында бөтә Ирәкте улусының 352 йорт-хужалығы кешеләре ҡатнаша.[5]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.