Исмәғил пәйғәмбәр
Мосолмандарҙың тәүатаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Исмәғил (ғәр. إسماعيل) — Исламда пәйғәмбәр, Ибраһим пәйғәмбәрҙең беренсе улы, баш балаһы. Әсәһе Мысырҙан — Һәжәр (Агарь). Тәүраттағы Измаил. Аллаһы тәғәлә уға Ғәрәбстан ярымутрауында Ибраһим динен таратыу бурысын йөкмәткән булған. Ҡөрьәндә телгә алына.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Исмәғил пәйғәмбәр | |
ғәр. إسماعيل | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | б. э. т. 1800 |
Тыуған урыны | Фәләстин |
Вафат булған көнө | Б. э. т. XVIII быуат |
Вафат булған урыны | Мәккә, Хижәз |
Ерләнгән урыны | Мәсджид әл-Харам мәсете |
Атаһы | Ибраһим пәйғәмбәр |
Әсәһе | Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе)[d][1] |
Бер туғандары | Исхаҡ (пәйғәмбәр) |
Һөнәр төрө | дин өндәүсе, пәйғәмбәр, Пәйғәмбәрҙәр |
Исмәғил пәйғәмбәр Викимилектә |
Ябырға
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мосолмандар Исмәғилде ғәрәп халҡының тәүатаһы тип һанай. Исламда уның роле Тәүраттағына ҡарағанда ҙурыраҡ. Ҡөрьәндә Исмәғил үәхи ебәрелгән һәм кешеләрҙе доға ҡылырға өйрәткән шәхес тип атала[2]. Аллаһының ҡушыуы буйынса ул атаһы Ибраһим менән Әл-Хәрәм мәсете — Ҡәғбәтулланы төҙөгән[3].